Өфөлә билдәле башҡорт шағиры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Яҡуп Ҡолмойҙоң тормошона һәм ижадына арналған күргәҙмә асыла.
“Йыр һәм шиғыр булды терәгем” тип аталған сара 27 сентябрҙә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында сәғәт 3-тә башлана.