Мәшһүр йырсы хөрмәтенә26.09.2018
Сығыштарҙы Абдулла Солтанов үҙе лә баһаланы.

Ошо көндәрҙә С. Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулла Солтанов призына башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы уҙғарылды.

Беренсе тапҡыр конкурс өс тиҫтә йыл элек ойошторола. Иң тәүҙә унда Учалы йырсылары ғына оҫталығын күр­һәтә. Күп тә үтмәй өс йылға бер уҙғары­лып килгән бәйгелә башҡа район вәкил­дәре лә ҡатнашыу теләген белдерә.

Быйылғы сара Баймаҡ, Ишембай, Әбйәлил, Белорет, Ғафури, Хәйбулла һәм Учалы райондарынан 37 башҡа­рыусыны берләштерҙе. Конкурс өс йәш арауығында һәм “Балалар”, “Үҙешмәкәр башҡарыусылар”, “Профессиональ башҡарыусылар” номинациялары буйынса уҙғарылды.

Конкурс шарттарына ярашлы, йырсылар ике башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы, шуларҙың береһе мотлаҡ Абдулла Солтанов репертуарынан ине.
– Йырсылар бәйгегә бик етди әҙер­ләнгән, йылдан-йыл халыҡ йырын башҡарыусыларҙың кимәле үҫә. Был конкурста бигерәк тә балаларҙың ихлас ҡатнашыуы шатландыра, тимәк, халыҡ йырҙары йәшәйәсәк, быуындар бәйлә­неше өҙөлмәй, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, баһалама комиссияһы рәйесе Дилара Ҡәйүмова.

Был конкурс йәшен дә, ҡартын да берләштерҙе. Комсомольск ҡасаба­һынан 4 йәшлек кенә Йәсминә Ғәббәсова, “Әйҙә, уйна, ҡурайсы!”, “Һалдат” йырҙарын башҡарып, барыһын да үҙенә ғашиҡ итте. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған Хәмзә ағай Ғиззәтуллиндың да сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.

Залда энә төртөрлөк тә урын юҡ ине. Халыҡ көйөнә һыуһаған тамашасы һәр башҡарыусыны ихлас тәбрикләп, йыр-моң даръяһында йөҙҙө.
Һәр бәйгенең еңеүсеһе була. Абруйлы сәнғәт әһелдәренә иң-иңдәрҙе асыҡлауы еңелдән булманы. Әйткән­дәй, конкурсанттарҙың сығышын мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов үҙе лә баһаланы.

Һөҙөмтәләр буйынса, “Профессиональ башҡарыусылар” номинация­һында – Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенты Айрат Баязитов, “Үҙешмә­кәрҙәр” араһында Әбйәлилдән Вилдан Зәйнәшев I дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде.

4 – 10, 10 – 16 йәштәгеләр араһында учалыларға етеүселәр булманы – Наҙгөл Хилажева менән Ғайсар Ильясов иң яҡшылар тип табылды.
Ә гран-при Ишембайға юлланды. “Урал” һәм “Уйыл” йырҙарын юғары кимәлдә башҡарып, Рәфис Ишбаев барыһын да әсир итте. Йырсы Баймаҡта тыуып үҫә, Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегендә, Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров класында белем ала.

Әйткәндәй, көслө алҡыштар, диплом-приздарҙан тыш, еңеүселәр тағы бер баһалап бөткөһөҙ ҙур бүләккә лайыҡ булды: уларға 4 октябрҙә Учалы филармонияһында уҙғарыласаҡ мәш­һүр йырсы Абдулла Солтановтың юбилей кисәһендә сығыш яһау бәхете йылмайҙы.


Вернуться назад