Бөрйәндәр Өфөгә йыйына26.09.2018
Өфөлә республиканың 100 йыллығына арнап, муниципаль берәмектәр араһында иғлан ителгән “Башҡортостан тарихы биттәре” марафоны дауам итә.

2 октябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Бөрйән районы вәкилдәре сығыш яһай. Сара барышында район ойошмалары һәм предприятиеларының бай күргәҙмәһе, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, һынлы сәнғәт өлгөләре, ҡортсолоҡ продукцияһы, сувенирҙар, милли ризыҡтар менән танышыу, уларҙы һатып алыу мөмкин буласаҡ. Артабан киске сәғәт 7-лә филармония сәхнәһендә Бөрйәндең үҙешмәкәр коллективтары һәм халыҡ таланттары ҡатнашлығында ҙур концерт көтөлә.

Шулай уҡ байрам сиктәрендә төшкө сәғәт 2-нән филармония алдындағы майҙанда бал йәрминкәһе ойошторола.



Вернуться назад