Һауа тығыҙ. Ағымына уның
Ҡаршы ҡуйғаныңда күкрәкте,
Ул йәшенле күктәр
Нисәнсе ҡат
Аң-ғәмеңде һинең күкрәтте?
Тауышыңда һинең – ҡанат шауы,
Ҡаурыйҙарың үтә һыҙғыра.
Саңҡылдауы ҡушылып
бөркөт-ҡоштоң,
Ул юғары бер моң тыуҙыра...
Сағыу тауышыңдың ҡанаттары
Телеп үтә тығыҙ һауаны.
Юғарыла осҡан бөркөт-ҡоштоң
Әллә инде ул бер дауамы?
Ҡапыл алып остоң бейеклеккә,
Шунан томоролдоң түбәнгә –
Был тиклем дә араларҙы байҡау
Бирелгәндер ҡайҙан бер йәнгә?!
Һинең тауыш, ҡабат-ҡабат ҡайтып,
Тарих үҙәндәрен буйлатты.
Ҡаяларға ҡағылып, ҡайтауаздай,
Рух хәтерен мәллә уятты?
Тау үренән баҡтым һинең менән
Башҡортостанымдың иңенә.
Күл төбөнә аҡтым һинең менән,
Бергә индем кейек өңөнә...
Һинең тауышыңдың ямғырынан
Наҙлы сәскә булып үҫтем мин.
Урманымдың һәр япрағын һөйөп,
Япраҡ еле булып иҫтем мин.
Ҡупманымы икән салт ҡояшым,
Урынында микән тын айым?
Һине тәү ҡат ишеткәндән алып
Әҫәрләнеп шулай тыңлайым.
Урынында! Ләкин улар инде
Өр-яңы бер көйгә ауаздаш.
Абдулла ағай,
Һин Солтаны моңдоң,
Моң үҙе бит һиңә һалған баш!