Ғәҙеллек илсеһе25.09.2018
Матбуғат һәр заманда ла әйҙәүсе көс булып ҡала.

Ер – яуын, кеше белем менән йәшәрер, тигән халҡыбыҙҙың аҡыл эйәләре. Уҡыған ил генә уҙырын, кире осраҡта туҙырын улар ныҡлы төшөнгән. Йәшәйештә белемһеҙ ғәмәл юҡ. Ә уны өләшеүселәр – дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, хоҡуҡ белгестәре, философтар, социологтар, тарихсылар, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре, яҙыусылар, журналистар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, педагогтар, табиптар... Ғилем таратыу­сылар, рухи донъябыҙҙы балҡытыусылар матбуғат баҫмаларының бәҫен, мәртәбәһен арттыра, уларҙы һәр саҡ кәрәк белешмә, өҫтәл китабы һымаҡ ҡабул итә.

Эйе, матбуғат баҫмалары – аң-белем, социаль мәғлүмәт таратыуҙың, ғилемгә эйә булыуҙың, донъяға ҡарашты киңәйтеүҙең, ижтимағи аңды үҫтереүҙең, матди, рухи эшмәкәрлекте сағылдырыуҙың, сәйәси өгөт-нәсихәт алып барыуҙың ҡеүәтле сараһы. Улар халыҡтың рухын күтәрә, уны дәртләндерә, алға әйҙәй, ихтирамын яулай. Ысын журналист, ғәҙеллек илсеһе булып, йорт-ил ихтыяждарын яҡтырта, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәрә. Ул уҡыусыһына, тыңлаусыһына, ҡараусыһына хеҙмәт итергә тейеш. Ошоға бәйле үҙемдең журналистика өлкәһендәге эш тәжрибәм, бәғзе уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашырға баҙнат ҡылдым.


Халҡына хаҡлыҡ илтеүсе

Алда әйткәнемсә, ғәҙеллек илсеһе булған, шул арҡала халыҡ ихтирамын яулаған журналист ҡына – ысын һөнәр эйәһе. Ә бындай баһаға өлгәшеү еңел бирелмәй. Рухташым, яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың фекеренсә, халыҡ ихтирамы әҙләп, бөртөкләп йыйыла, маңлайға ятҡан һырҙар һымаҡ, йөрәктәргә әкренләп яҙыла. Ҡулың пак булһа – эшең хаҡ, эшең хаҡ булһа – йөҙөң аҡ, йөҙөң аҡ булһа – күңелең шат. Ата-бабабыҙҙан ҡалған ғәжәп фәһемле аманат был.

Ярҙамға мохтаж кеше, яҡлау, булышлыҡ эҙләп, күп осраҡта власть органдарына мөрәжәғәт итә. Уларҙа вайымһыҙлыҡҡа, мәрхәмәтһеҙлеккә осраһа, һуңғы сиктә редакцияға хат яҙа. Шул саҡта хәбәрсе, үҙ бурысына тоғро ҡалып, хәлде ентекле тикшерергә, хаҡлыҡты өҫтөн ҡуйырға тейеш.

1983 – 1996 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Учалы, Белорет ҡалалары, райондары һәм Бөрйән төйәге буйынса үҙ хәбәрсеһе булдым. Әбйәлилгә, Ҡурған өлкәһенә лә барғыланым. Ул яҡтарға уҡытыусыларҙы, йырсыларҙы бергә алып китер инем. Меңәрләгән мәҡәлә, репортаж, хәбәрнамә, очерк яҙҙым, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тип танылдым, Шәһит Хоҙайбирҙин, Муса Мортазин исемендәге премияларға лайыҡ булдым. Баш мөхәррирҙәр Абдулла Исмәғилев, Мансур Әйүпов һәр саҡ яҡшы яҡтан баһаланы. Айырыуса урман яҙмышы тураһындағы мәҡәләләрем халыҡты йөрәкһетте. Бихисап кешегә ярҙам иттем. Көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгәс, гәзиттең тиражы ныҡ артты, Учалы районында ғына биш меңдән ашып китте. Олоғайғас, әйтһәм дә ярайҙыр: мине “Ғәҙеллек илсеһе” тип йөрөтә башланылар, шул исем менән республика гәзитендә очерк та яҙып сыҡтылар.

Сетерекле мәсьәләләрҙе тикшергән саҡта иң көсөргәнешле мәлдәрҙә лә сабыр булаһың, журналист этикаһын һаҡлайһың. Мәгәр тәнҡит мәҡәләләрен яҙғансы, матбуғатта баҫтырғансы әллә күпме янып көйәһең. Йәнең ныҡ әсенгән, ҡулға эш бармаған саҡтар ҙа була. Дөрөҫлөктө кешенең вазифаһына ҡарамай даулаған, һәр саҡ үҙ бурысына тоғро ҡалып, янып-бешеп яҙған журналисҡа йәшәүе һис кенә лә еңелдән түгел. Тәнҡит мәҡәләләрем баҫылғандан, бәғзе түрәләрҙе фашлағандан һуң тыныс йәшәүемә ғәжәпләнгәндәр ҙә булды.

Нисек кенә ҡыйын булһа ла, башлағанды аҙағына еткереү мөһим. Баҫымға буйһоноп, ҡул һелтәһәң, яуызлыҡ еңәсәк. Бөрйән урмансылығы эшселәре, совхоз директорының башбаштаҡлығына, сабынлыҡтарҙы тапатыуына ризаһыҙлыҡ белдереп, эш ташланы. Совхоздағы аяныс хәлдәрҙе, директорының йәбер-золомон аҙна буйы тикшереп, ҙур мәҡәлә яҙҙым. Унан гәзиттең партия бүлеге мөдире Ризван Хажиев менән барып, хәлде ҡайтанан асыҡланыҡ. Мәғлүмәттәр раҫланғас, мәҡәлә баҫылды. Шунан һуң оҙаҡ йылдар райкомдың беренсе секретары вазифаһын биләгән иптәш, журналисты ғәйепләп, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты пленумында сығыш яһаны, ҙур трибунанан әллә күпме ялған һөйләне. Әйткәндәре республика гәзиттәрендә сыҡты. Йөрәгемде сәнсеү алды. Өлкә комитет вәкиле хәлде тикшергәндән һуң ғына вазифаһынан бушаттылар ул кешене.

Халыҡты иҫәпкә алмай, күберәк үҙ ихтыяжынан сығып эш иткән түрәләр, хеҙмәткә бюрократик мөнәсәбәт, белекһеҙлек, ике йөҙлөлөк тураһында “Ҡуйған башлыҡтарҙан ҡаҡшаныҡ”, “Табыныу тәңреһе – түрәлек” кеүек кешеләр эҙләп уҡыған байтаҡ мәҡәлә яҙылды. Мәгәр ҡағыҙға теркәлмәй ҡалған хәлдәр ҙә булды. Береһе ваҡыт-ваҡыт хәтергә төшөп, күңелгә тынғылыҡ бирмәне. Фәҡәт Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығы алдынан ғына “Бер минаның ике ярсығы” тигән әлеге яҙмам “Башҡортостан”да баҫылып сыҡты. Уның төп мәғәнәһе шунда: һуғышта дошман минаһы Ислам ағайҙың ҡулын өҙә, тәнен телә. Инде тыныс тормошта хаяһыҙ түрәләрҙең бәғерһеҙлеге йәнен телә, шәфҡәтһеҙлек минаһы ярсыҡтары ҡаты яралай... Һуңынан был хәлде “Баҙыян сәскәһе” тигән хикәйәмдә сағылдырҙым.

Кешелекһеҙлек, бюрократия менән көрәшеү журналисҡа еңелдән түгел. Һәр мәғлүмәтең нигеҙле, юридик яҡтан ҡаймаланған булырға тейеш. Эшең судҡа ҡалмаһын, яҙғандарың хаталарҙы, етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә булышлыҡ итһен – шуға өлгәшеү зарур.

Кешеләргә файҙаң тейеүе – ҙур ҡыуаныс

...Тыуған ауылымда мәктәп директоры бурысын атҡарғанда пропагандасы, лектор, парторг, депутат, хәбәрсе лә булдым. Урындағы халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу хәстәрлектәре менән янып, йыйылыштарҙа, пленумдарҙа, матбуғатта сығыш яһаным. Ауылда юл һалынды, автобус йөрөй башланы. Яңы мәктәп төҙөүҙе юллағанда, мышы, ҡоралай атыуға ҡаршы көрәшкәндә район етәкселәре менән һүҙгә килешергә лә тура килде. Үҙен ябай кешеләрҙән, тәнҡиттән өҫтөн ҡуйырға күнеккән, халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышмаған башлыҡтарға ҡарап, шул саҡта уҡ йөрәк буҙланы. Хаҡлығыңды тоя тороп көсһөҙ булыу ғәйәт ауыр. Иҫке биналы мәктәптең бөткөһөҙ эштәренән аҙ ғына бушаған арала хәбәр яҙып ҡына ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеүе ҡыйын ине.

Зиһенде быраулаған, йөрәкте әрнеткән мәсьәләләрҙе халыҡҡа ишеттереү, бойомға ашырыу өсөн даирә тарлығын тойоп, “Совет Башҡортостаны”на киттем. Гәзиттең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Абдулла Исмәғилев кешеләрҙе эшкә урамдан тотоп ҡабул итмәй, “бешкән еләк”те генә йыя ине. Йылдан ашыу яҙышып, үҙемде күрһәткәс кенә алды ул мине редакцияға.

Тәүҙә үк күңелемде кеше, тәбиғәт яҙмыштары солғап алды, яралы урман тауышы иғтибарымды йәлеп итте. Тирә-яҡ мөхиттең төрлө яҡлап зыян күреүе тотош халыҡтың, ил-йорттоң фажиғәһенә әүерелгәненә инандым. Кешенең ысын йөҙө, шәфҡәтлелеге уның тәбиғәткә ҡарата мөнәсәбәте менән дә билдәләнә. Урманды ҡырып, һыуҙарҙы ағыулап, үҙебеҙҙе лә сир-сырхауға, һәләкәткә дусар итәбеҙ.

Бөрйән, Белорет, Учалы, йәғни Көньяҡ Урал урмандары тураһында яҙмаларым – минең йөрәк аһым, ерем, халҡым яҙмышы өсөн тәрән борсолоуым. Ул яныу-әрнеүҙәр, уйланыуҙар, һандар, мәғлүмәттәр – ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең дә яраһы, хәстәре. Шуға ла әсенеүле һәм дәлилле яҙмаларым менән халыҡтың йөрәгенә, аҡылына тәьҫир итергә ынтылдым. Был намыҫҡа теймәй ҡалманы, йәндәй күргән урмандарын һаҡлап ҡалыу, һаҡсыл файҙаланыу өсөн Бөрйән халҡы үҙе лә көрәш башланы. Һуңынан унда, шулай уҡ Белоретта ағас эшкәртеү предприятиеларының төҙөлөүе ҡыуаныслы ваҡиға булды.  

Кеше һәм ер-һыу, күк, йыһан мөнәсәбәте, уларҙың уртаҡ гармонияһы, йәнтөйәгебеҙ байлығын аҡыллы файҙаланыу, асылыбыҙға ҡайтыу, рухыбыҙҙы һүндермәү һәр кемде уйландырһа, сәмләндерһә икән.

Яҙғандарыңдың тормош-көнкүреште, йәшәйеште бер аҙ булһа ла ыңғай яҡҡа үҙгәртергә, ил-йортто яңыртырға булышлыҡ итеүе, халыҡҡа файҙаһы тейеүе – ҙур ҡыуаныс. Инйәр буйындағы Асы минераль сығанаҡтарының дауа үҙенсәлектәре, әкиәттәге тере һыуҙай шифаһы тураһында 1989 йылда очерк яҙырға тура килде. Ул баҫылғандан һуң Асыға гәзитте тотоп барыусылар ишәйҙе. Сығыштарҙан һуң иҫ киткес шифалы һыуҙы халҡыбыҙ һаулығы мәнфәғәтендә отошло файҙаланыу өсөн шифахана төҙөлөүе йәнебеҙгә үҙе бер дауа булды. Үҙебеҙ йәшәгән ер, кешеләрҙең хәүефһеҙлеге, именлеге һәр саҡ журналистың күҙ уңында булырға тейеш.

Әлбиттә, кешелекте борсоған мәсьәләләр һәр заманға ла хас. Арабыҙҙа Ватан, халыҡ хаҡын даулар ир-егеттең күп булыуы зарур. Бахыры, меҫкене артҡан ил юғары күтәрелә алмай. Тәүәккәл, йүнсел, рухлы, ҡан-ҡәрҙәштәрен ҡайғыртыр, халҡын ҡурсыр, терәк-таяныс булыр ир-уҙамандар күп кәрәк, бик кәрәк.

Дөрөҫлөктө алтын менән күмеп тә, батҡаҡҡа һалып тапап та, йәшереп тә, дөмбәҫләп юҡ итеп тә, тонсоҡтороп та булмай – ул барыбер өҫкә сыға, тантана итә. Хаҡ һүҙгә хөкөм юҡ. Халыҡ әйткәнсә, дөрөҫлөк яуған ҡарҙан, һауған һөттән аҡ, аҡҡан һыуҙан пак. Ҡөҙрәт көстә түгел, хаҡлыҡта. Журналист ошо изге хәҡиҡәтте үҙенең эш, ижад нигеҙе итеп алырға тейеш.
Асылыбыҙға ҡайтыу

Рух һүнмәһә, ил йәшәй. Беҙҙең заманда асылыбыҙға ҡайтыу, булмышыбыҙҙы, үҙенсәлектәребеҙҙе аңлау йәһәтенән байтаҡ эш башҡарылды. Матбуғат баҫмалары иһә рухи донъябыҙҙы тәрәнерәк, баҙығыраҡ яҡтыртты. Сәсмә-документаль әҙәбиәт Башҡортостан тарихы, халҡыбыҙ яҙмышы, арҙаҡлы шәхестәр тураһындағы ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалар менән тулыланды. Журналист, әҙип Ризван Хажиев “Әгәр мин янмаһам”, “Журналист булып ҡалам” тигән китаптар сығарҙы. Ғалим һәм яҙыусылар Ғайса Хөсәйеновтың “Ил азаматтары”, Рәшит Шәкүрҙең “Сыңрау торналар иле”, “Арҙаҡлы башҡорттар” исемле баҫмалары нәфис-документаль әҙәбиәт өлкәһендә үҙенсәлекле күренеш булды.

Хөрмәтле зыялыларыбыҙҙың арҙаҡлыһы – “Ватандаш” журналының тәүге баш мөхәррире, байтаҡ монография, тарихи-документаль китап авторы, академик Ғайса Хөсәйенов. Уның “Боронғо башҡорт дәүләтселеге һәм уның хандары”, “Башҡорт тархандары һәм дворяндары”, “Башҡорт абыҙҙары һәм батырҙары”, “Башҡорт бейҙәре һәм әмирҙәре”, “Төрки-башҡорт этногенезы мәсьәләһе”, “Башҡорт тамғалары”, “Уғыҙ дастаны һәм хикәйәттәре хаҡында”, “Урал батыр” эпосының поэтикаһы”, “Хәҙис ғилеме”, “Ғүмәр Хәйәм робағиҙары”, “Ҡараһаҡал батыр халыҡ хәтерендә”, “Әхмәтзәки Вәлиди Туған”, “Батырша” кеүек тарихи хеҙмәттәре – “Ватандаш”ты энциклопедик кимәлгә күтәргән, йөҙәр йылдарҙан һуң да табып уҡый, файҙалана торған яҙмалар.

Ғайса Батыргәрәй улының журналда баҫылған “Мөйтән бей” һарнау ҡобайыры ла – бик ҡәҙерле йәдкәр. Унда тормош асылы ярылып ята: “Ярлыға ла, байға ла, ханға ла, ғәййәр бейгә лә гүргә инер көн килер. Ә ерҙә һуң ни ҡалыр? Мал-мөлкәтең мул ҡалыр, исем-атың – шул ҡалыр, сәсәндәрҙән һүҙ ҡалыр, уҙамандан дан ҡалыр...”

Был тәңгәлдә үҙ эшмәкәрлегем, тәжрибәм менән таныштырыу ҙа яҙыҡ булмаҫ. Әле тарихыбыҙҙы, ижтимағи тормоштоң мөһим ваҡиғаларын, арҙаҡлы шәхестәр тормошон байҡап яҙған журналистар һирәк, ә халыҡ хәтерендә һаҡланған, архивтарҙа ятҡан рухи мираҫ күп әле. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә: эҙләнһәң, ҡаҙынһаң, иғтибар итмәгән ҡиммәтле мәғлүмәттәр табылып тора. Көньяҡ Уралыбыҙ, ил-йортобоҙ, ҡанбабаларыбыҙ тарихы ғәйәт бай һәм фәһемле. “Асылдарҙы асты Арҡайым”, “Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо һүрәттәренең серҙәре” кеүек тарихи очерктарымда замандаштарыбыҙға ынйылай рухи ҡиммәттәребеҙҙе танытырға ынтылдым. Әйткәндәй, икенсе тикшеренеү эшем журналистарҙың “Рәсәй экологияһы” VIII Бөтә Рәсәй конкурсы дипломына лайыҡ булды.

“Таңды ҡоштар уята”, “Ғүмер артында – ғүмер”, “Ҡан ҡәрҙәштәр төйәге”, “Зов родной земли”, “Халҡым хазинаһы”, “Тереләргә – тере һыу”, “Йәшә әле, йәшә” тигән китаптарымда йорт-ил яҙмышын, халҡыбыҙҙың булмыш-йәшәйешен, шәхестәренең данлы эштәрен бөтә хозурлығында һәм ҡатмарлылығында тасуирларға тырыштым. Ил азаматтарының барыһын да асылды юғалтмау, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау кеүек изге ғәмәлдәр, маҡсаттар берләштерә. Әлеге китаптарым мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарының филология факультеттарында уҡыу ҡулланмаһы итеп файҙаланыла. Уларҙы инеш итеп алып, байтаҡ реферат, диплом эштәре, кандидатлыҡ диссертациялары яҙылды. Папкаларҙа йыйылған, китап булып сыҡҡан очерктарҙы, мәҡәләләрҙе, әҫәрҙәрҙе бергә туплағанда – 20-ләп роман күләме!


Һәр яҙмыш – үҙе бер һабаҡ

Репрессияның бөтә михнәттәрен кисергән, Себер лагерҙарын үткән матбуғат хеҙмәткәре, ил ҡыҙы Хөснә Юлдыбаеваның ҡулъяҙмаларын табып, әҙәби яҡтан эшкәртеп, “Бирҙе донъя кәрәкте” тигән хәтирәләр китабы сығарҙым. “Ҡан-ҡәрҙәштәр төйәге” исемле очерк-тикшеренеүҙә төрлө заман ваҡиғаларын, күренештәрен документаль нигеҙҙә сағыштырып, Ҡурған өлкәһендә йәшәгән башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, халыҡ ижады өлгөләрен, шәжәрәһен сағылдырҙым.

Торғонлоҡ йылдарында был яҡтағы ҡәрҙәштәребеҙҙең милли үҙенсәлектәре бөтөрөүгә дусар ителә. Туған телдә һөйләшеү тыйыла, башҡортса китаптар яндырыла. Шундай золомға, рухты һындырырға маташыуға ҡарамаҫтан, милләттәштәребеҙ үҙ асылын юғалтмай. Сафакүл районында 1928 йылғы Хәлил ағай Мөхәмәҙиевтең өй түренә эленгән Салауат Юлаевтың, башҡорт ғалимдарының, әҙиптәренең портреттарын, өҫтәлендә башҡортса матбуғат баҫмаларын күреп һоҡландым, ғорурландым. Аҙналы мәктәбендә уҡытыусы Наил Ғәлимйәнов ойошторған музейҙы ҡарап ҡыуандым. Унда шул төйәктә йәшәгән башҡорттарҙың тормошо сағылдырыла. Көнкүрештә милли сәнғәт мираҫы һаҡланыуы ла төҫмөрләнә. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ милли үҫешкә, туған телен ныҡлап өйрәнеүгә, Башҡортостан менән рухи-мәҙәни бәйләнеште көсәйтеүгә ынтыла.

Ошо осрашыу мәлендә тәрән тарихыбыҙҙы теркәп, яҙып ҡалырға ашығырға кәрәклегенә йәнә бер инандым. “Еркәйебеҙ алтын” тигән яҙмамда Мейәс, Яйыҡ буйҙарында алтын йыуыуҙың ике йөҙ йыллыҡ үткәнен байҡаным. Ярлы, етем башҡорт малайы Ильяс Бикбулатовтың Бүзекәй кантон заманында уҡырға ебәрелеп, Ҡазан университетын алтын хәрефтәр менән яҙылған диплом менән тамамлағас, алтын сығарыу буйынса тау мастеры булып эшләүен һүрәтләүҙән башлана яҙма. Сәнәғәт үҫеше хәтирәләр, риүәйәт, ҡобайыр, йыр, тарихи белешмәләр, ваҡиғалар, аныҡ мәғлүмәттәр аша күрһәтелә.

Ике йөҙ йыл буйы алтын сығарылған төйәк балҡып торорға тейеш һымаҡ. Мәгәр был байлыҡ урындағы халыҡҡа ҡот-ырыҫ килтермәгән – тау-тау хазина өҙлөкһөҙ ситкә ағылған. Кешеләр еренең ниғмәтенә үҙе хужа булыуға өлгәшә алмаған. Йәнтөйәгебеҙ – алтын, көмөш, баҡыр, тимер мәғдәне генә түгел, йәшмә, мәрмәр, гранит ояһы ла. Таш эшкәртеү шөғөлөн сәнәғәт нигеҙендә ойоштороу республикабыҙҙың ҡаҙнаһын байытыр ине.

Үткәндәребеҙ менән ҡыҙыҡһынғанда, тарихи ваҡиғаларҙа үҙҙәре ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ менән осрашырға насип булды. Ә уларҙың күңелендә һаҡлағаны – үҙе бер хазина, асыш, табыш. Әйтәйек, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикабыҙҙың дошмандан азат ителгән өлкәләргә ярҙамы “Башҡортостан тарихы буйынса очерктар” китабында бер нисә һөйләм менән генә яҡтыртылған. Шуға ла Яйыҡ башынан Украинаға туғыҙ ай буйы йәйәүләп һыйыр малы ҡыуған, әҙәм ышанмаҫлыҡ сәйәхәттә ҡатнашҡан ҡәрҙәштәрҙе табып, уларҙың хәтирәләрен яҙып алыу ҙур табыш булды. 1954 йылдың 14 сентябрендә Ырымбур өлкәһендә “Тоцк маневрҙары” атом бомбаһын һынауҙа ҡатнашҡан, ғүмер буйы төрлө ауырыуҙан яфаланған яҡташтарыбыҙ үҙ яҙмышы тураһында һөйләне. Журналист булараҡ, мин бындай ҡоралды һынауҙың кешеләрҙе сәләмәтлектән, хеҙмәт һәләтенән, тулы ҡанлы тормоштан яҙҙырыуын, йән әрнеүенә, һәләкәткә килтереүен күрһәттем.

Был фани донъяла кеше кешегә – өлгө, үрнәк. Хайран итерлек, фәһем бирерлек шәхестәр – халҡыбыҙҙың рухи йөҙө. Мәшһүр Ғәзиз Ҡәҙерғоловтың аҫыл нәҫеле Мөхәмәт Ҡәҙерғолов ҡурайының мираҫ, илсе, яугир, дуҫлыҡ, им ҡоралы икәнен, моңоноң илаһилығын һүрәтләнем. Яҙманан бер-ике генә күренеште күҙаллайыҡ. Изге Мәккәгә барғандар ултырған карап ниндәйҙер диңгеҙ хай­уандарына осрай. Кемделер ҡорбан ҡылырға шыбаға тотошалар. Ҡурайсы Ғәзиз Ҡәҙерғолов өҫкә сыға. “Һин – ҡурайсы, йәшәргә тейешһең! – ти юлдашы Ҡолбаҡты. – Үҙем ҡорбан булам. Минең иҫтәлеккә ҡайтҡансы ҡурай тарт...” Тетрәндерерлек хәл. Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ арҙаҡлы ҡурайсыларын бына нисек һаҡлаған, хатта улар өсөн йәнен фиҙа ҡылған. Ни өсөн тигәндә, моң – халыҡ һағышы, йыуанысы. Был мәғәнәне бөйөк йырсы Абдулла Солтанов тураһындағы “Күңелдәрҙе арбар тылсым бар” тигән очеркыма ла һалдым.

Беҙ әлегә рухи хазинабыҙҙың ҡәҙерен белеп еткермәйбеҙ. Был йәһәттән һәммәбеҙгә һабаҡ биргән, башҡорт тарихын, сәнғәтен, йолаларын, бейеүҙәрен өйрәнгән, туған телебеҙҙә һөйләшкән немец студенттары Антония Вилке, Зибилла Тура, Себастьян Цвиклинский, Берлин университеты доценты Маргарет Эрсен-Рашҡа нисек һоҡланмайһың?! Антония менән Зибилла Германиянан Бөрйәнгә хаттарын ғына түгел, хатта конверт тышына адресты ла ғәмәлдә башҡортса яҙған. Был да беҙгә ғибрәтле өлгө, фәһем. Маргарет Эрсен-Раш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында башҡорт телендә сығыш яһап, әлеге сарала урыҫса телмәр тотҡан ҡәрҙәштәребеҙгә һабаҡ бирҙе. “Телегеҙҙе һаҡлағыҙ, шул саҡта башҡорт халҡы мәңге йәшәр!” – тине ул.

Милли мираҫыбыҙҙы өйрәнгән, рухи шишмәләребеҙҙең тере һыуын эсеп илһамланған, йәшәйешебеҙҙе һүрәттәрендә сағылдырған рәссам Алексей Кузнецовтың әйткәне лә күңелемә ныҡлы уйылған: “Ҡайһы бер ғилем әһелдәренең, борон башҡорттоң мәҙәниәте булмаған, тип раҫларға маташыуы етди түгел. Мәҙәниәт – халыҡтың ауыҙ-тел ижадында, шәжәрә-тайраһында, тамғаһында, ҡурайында, ышаныу-инаныуҙарында, ғөрөф-ғәҙәтендә, йолаларында. Йыл миҙгелдәренә, туй йолаларына бәйле рухи мираҫ, байрам-тамашалар ҙа, сигеү-нағышлау, биҙәкләү-һырлау оҫталығы, маһирлығы ла башҡорт халҡының рухи, эстетик, фәлсәфәүи ҡараштарын, һүҙ һәм һынлы сәнғәтен аныҡ сағылдыра”. Ошо тема буйынса үҙем “Башҡорт халыҡ ижадында ғаилә ҡороу рәүеше сағылышы”, “Тыйыу йолаһы” кеүек ғилми хеҙмәттәр яҙҙым.

Иҙел башында йәшәгән яҙыусы, башҡорт легендаларын йыйыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Алексей Иосифович Дмитриев ғәжәп кеше ине. Баҡсаһы иһә – дендрарий, үҫемлектәр батшалығы. Өйөнөң бер бүлмәһе – аҫыл таштар музейы. Әйтерһең, ул Көньяҡ Уралдың бөтөн йәм-нурын туплаған. Таштарҙың береһендә – төнгө усаҡ, икенсеһендә – Чернобыль шартлауы, өсөнсөһөндә – СССР картаһы. Флюоритта – һыу аҫты донъяһы, ҡараташта – зәңгәр күҙҙәр... Мин Алексей Иосифовичтың янынан йәшәүгә көсөм артып, йәшәреп сыҡтым.


Күңелдәргә көс, өмөт өҫтәп

Юлымда, сәфәрҙәремдә “тормоштоң алтын тамырын тапҡан” кешеләр йыш осрап, улар тураһында ҡыҙыҡлы очерктар яҙылып торҙо. Бындай геройҙарым – башҡорт сәнғәте остазы Ғималетдин Минһажев, сәсәниә Мәүзифа Минһажетдинова, билдәле фольклорсы, әҙәбиәт белгесе Марат Минһажетдинов, исемен ил йөрәгенә яҙған техник фәндәр докторы Наил Заһиров, Кинйә абыҙ вариҫы, ғалим-аграрсы Нурамбәк Арыҫланов, этнограф Рим Янғужин, тыуған яҡты өйрәнеүсе Алексей Дмитриев, режиссер Ҡадир Баҡыев, бөйөк шағир Рәми Ғарипов, яҙыусылар Талха Ғиниәтуллин, Таңсулпан Ғарипова, Спартак Ильясов, рәссамдар Алексей Кузнецов, Рим Юнысов, табип Зәкиә Тереғолова, уҡытыусылар Салауат Рәсүлев, Марат Сәләхов, ҡурайсы Мөхәмәт Ҡәҙерғолов, йырсылар Абдулла Солтанов, Фәрзәнә Фәтҡуллина, Гөлсөм Бикбулатова, һәүәҫкәр композитор Рәмил Ғимранов, имитатор Вәкил Ғәтиәтуллин, бейеүсе Әлфирә Сафиуллина, матурлыҡ алиһәһе Эльвира Батыршина, скульптор Хәйҙәр Ғарипов һ.б. Уларҙың һәр береһе тураһында сәғәттәр, көндәр буйы һөйләргә мөмкин.

Йәштәребеҙгә, мәҫәлән, яҙыусы Талха Ғиниәтуллиндың тормошо, ижад юлы айырыуса фәһемле. Ул ифрат күп яфа күргән, ғазап сиккән. Упҡындарҙа, юл саттарында, тарлауыҡтарҙа ҡалған саҡтарында, толҡа тапмағанда йәнтөйәге рухи көс өҫтәгән. Мең михнәтте еңгән, бейеклектәргә артылған. Иң ҙур ҡаялары – ижад емештәре...

“Ватандаш” журналының баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһын башҡарғанда, башҡорт халҡын берләштереүҙә интеллигенцияның роле һәм бурыстары, донъя даирәһендә милләтебеҙҙең урыны, мәғарифтың һәм мәҙәниәттең етди ҡараш талап итеүе, яҙмышыбыҙҙың үҙебеҙҙең ҡулда булыуы һ.б. тураһында сығыш яһап, милли үҙенсәлектәребеҙҙе һаҡларға, ҡабатланмаҫ йөҙөбөҙҙө юғалтмаҫҡа, һәр йәһәттән үҫешкә, күтәрелешкә саҡырҙым, уҡыусыларҙы үрнәк булыр ил азаматтары, башҡорт эшҡыуарҙары менән таныштырҙым. Айырыуса тарихыбыҙҙы, рухи мираҫыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе сағылдырған, милли аңды үҫтереүгә йүнәлтелгән яҙмаларға иғтибар бирҙем. Улар – белем шишмәһе генә түгел, күңел аҙығы һәм дауаһы ла. Зиһен буталғанда, кешелеклелек төшөнсәһе сайралғанда төплө, тәрән йөкмәткеле сығыштар күҙҙе аса, күңелгә рухи көс өҫтәй, өмөт орлоҡтары сәсә. Ғилем туплау – яңы һулыш, йәшәүгә дарман!

* * *
Журналист ҡына булып ҡалмай, ижтимағи тормош уртаһында ҡайнап йәшәнем. “Ирәмәл” башҡорт халыҡ үҙәгенә етәкселек иттем, рухташтарым менән бергә Учалы музыка училищеһының фольклор бүлеген, башҡорт гимназияһын, балалар баҡсаларында милли төркөмдәрҙе, Учалы филармонияһын, “Яйыҡ”, “Урал” гәзиттәрен асыуға булышлыҡ ҡылдым. Матбуғаттағы яҙмаларым һөҙөмтәһендә ағас эшкәртеү цехтары, Бөрйән районы үҙәге Иҫке Собханғол янында халыҡ “Финляндия” тип йөрөткән яңы ауыл, Иҙел йортта “Асы” шифаханаһы төҙөлдө. Бихисап кешегә көнкүреш проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ ҡылдым. Ул ваҡытта республика матбуғатының йоғонтоһо көслө ине, мәҡәләләрҙә күтәрелгән мәсьәләләр буйынса етәкселәр яуап тота торғайны.

Әйткәнемсә, журналист ижтимағи тормошто дөрөҫ яҡтыртырға, көнкүрешкә, социаль хәлгә дөрөҫ баһа бирергә, етешһеҙлектәрҙе асып һалырға, тәнҡитләргә, күңелдәргә рух өҫтәргә бурыслы. Кире осраҡта матбуғат баҫмаларының йәмәғәтселек алдында абруйы төшәсәк. Мәсьәләне һәр яҡлап төплө тикшермәү, халыҡтың хаҡ һүҙенә, фекеренә ҡолаҡ һалмау, өлгө булмаҫлыҡтарҙы данлау дөйөм эшкә насар йоғонто яһай. Ысынбарлыҡ үҙ биҙәктәре менән матур. Республикабыҙҙың матбуғат баҫмаларына йәшәйештең асылын, халҡыбыҙҙың булмышын асҡан аналитик мәҡәләләр, очерктар күберәк кәрәк. Уҡыусыларға “йышылған” хәбәрҙәрҙе түгел, ә алтын-көмөшкә бәрәбәр үҙенсәлекле мәғлүмәттәрҙе табып еткерергә тырышыу зарур.

Шуны һәр саҡ иҫтә тотайыҡ: беҙ ғүмер иткән ер бай, бәрәкәтле, хозур. Ошо йәмле, сихәтле төйәктә ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ иркен тормош ҡорған, ирәйеп донъя көткән. Нәҫелдәр ырыҫ туплаған, был ҡот-бәрәкәт балаларына ла күскән. Артабан да ошолай дауам итһен, барса башҡорт донъя ҡороп түлләһен, бер туп булып ишәйһен. Бының өсөн тәү сиратта ныҡлы маҡсат кәрәк. Ниәт итһәң, ситкә китмәй, йәнтөйәгеңдә лә кәсеп-шөғөл, ырыҫ табырға, бай йәшәргә була.

Мәшһүр “Урал батыр” эпосындағы кеүек, башҡорт донъяһы тере һыу менән һуғарыла. Китаптарыбыҙ, гәзит-журналдарыбыҙ – ҡан ҡәрҙәштәр өсөн йәшәү йәме, тормош йыры, белем диңгеҙе, мәңгелек ғилем даръяһы. Журналист хеҙмәте күп яҡлы тәрән белем, зауыҡ, аҡыл, зиһен талап итә. Уның өҫтәлендә төрлө энциклопедик белешмәләр, һүҙлектәр, гәзит-журнал мотлаҡ булырға тейеш.

Журналист – ул сәйәсмән дә, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт белгесе лә, юрист та, тарихсы ла һ.б. Уның бар булмышы, маҡсаты – йорт-илгә, халыҡҡа хеҙмәт итеү. Ил Президентының “Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы” исемен булдырыу фарманы ҡыуандыра, әлбиттә. Был – дәүләт хәстәрлегенең бер сағылышы. Ғөмүмән, журналистың баһаһы, ижтимағи кимәле, дәрәжәһе, һис шикһеҙ, юғары булырға тейеш.


Вернуться назад