Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе үтте.
Баш ҡаланың 158-се башҡорт гимназияһы буҫағаһынан аша атлап инеү менән бөйөк ижадсының рухы ҡаршы алды. Стеналарға һәр беребеҙ яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең сағыу буяуҙар менән төшөрөлгән геройҙары бала саҡ иленә әйҙәй. “Өс таған” малайҙары үҙҙәре кеүек эскерһеҙ, дуҫ, татыу булырға саҡыра...
Бына драматургия һәм театр сәнғәте бүлмәһе. V “В” класында башҡорт әҙәбиәте дәресе бара ине.
– Уҡыусылар менән йылына өс тапҡыр Башҡорт дәүләт академия драма, Милли йәштәр театрҙарына барабыҙ, шағирҙың уҡыу программаларына ингән спектаклдәрен ҡарайбыҙ. Былар барыһы ла балалар күңелендә туған телгә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй, – ти уҡытыусы Фәйрүзә Иштанова.
Был бүлмә 2017 йылдың октябрендә бөйөк шағирҙың тыуған көнө хөрмәтенә уҡыу йорто директоры Гөлназ Әхмәҙиева һәм башҡорт теле, әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәриҙә Ҡазиханова тырышлығы менән асылған. Мәктәптә мәҙәниәткә мөхәббәт, театр-башҡарыу эшмәкәрлегенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан ойошторолған ул.
Әҙәбиәттең барлыҡ жанрҙарында ла йөҙөп ижад иткән һәм юйылмаҫ эҙ ҡалдырған Мостай Кәримдең сәхнә әҫәрҙәре бөгөн дә республикабыҙ театрҙары репертуарында лайыҡлы урын биләй. Тап шуға ла кабинетта М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма һәм М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һынланыш алған. Шулай уҡ стенанан танылған драматургтарҙың портреттары баға. “Салауат Юлаев”, “Айгөл иле”, “Зәки Вәлиди Туған” кеүек билдәле спектаклдәрҙән фрагменттар ҡуйылған. Сара Буранбаева, Илдар Ғүмәров, Азат Йыһаншин кеүек талантлы сәхнә әһелдәренең костюмдары эленеп тора.
М. Кәрим исемендәге кабинет-музей менән танышҡас, тамаша залына йүнәлдек. Кисәгә шағир менән яҡындан аралашҡан ҡунаҡтар – филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, яҙыусы, сәйәхәтсе Камил Йыһаншин саҡырылғайны.
Зәки Арыҫлан улы бәләкәйҙән әҙиптең әҫәрҙәрен яратып уҡыуы, үҙе лә уның кеүек булырға теләүе хаҡында һөйләне, уҡыусыларҙы әҙәбиәт менән дуҫ булырға өндәне.
– Мостай Кәрим ижад иткән һәр бер гәүһәр беҙҙең күңелдәрҙә генә түгел, һәр баланың йөрәгендә йәшәй, – тине ул. – Ваҡыт арауығы уны беҙҙең аранан бер нисек тә айыра алмай. Мәҫәлән, шағирҙың 100 йыллыҡ юбилейына уның “Ҡыҙ урлау” спектаклен талантлы режиссер Рифҡәт Исрафилов ҡабаттан сәхнәгә сығара. Һеҙҙең аранан да уның ижадын дауам итеүселәр үҫергә тейеш.
Камил Фәруҡша улы Кавказ тауҙарындағы бер түбәгә Мостай Кәрим исеме бирелеүе, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылыуы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, ә уҡыусылар шиғырҙарын уҡыны.
Һуңынан ҡунаҡтар Мостай Кәрим барельефына сәскә һалды.