Йәрмәкәйҙә — өр-яңы һәйкәлдәр11.05.2012
Еңеүҙең 67 йыллығы айҡанлы Йәрмәкәй районының Ҡушҡаран, Пионерский, Яңы Турай һәм Атамкүл ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәлдәр асылды.
Тантаналарҙа район етәкселеге, фронтовик-ветерандар, тыл эшсәндәре, ауыл халҡы ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдинов йәштәр өсөн ошондай сараларҙың әһәмиәтен билдәләне. Һуғыш бер ғаиләгә, бер кешегә лә ҡағылмай ҡалманы, шуға күрә ауылдарҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу урыны булырға тейеш.
— Обелиск асыу йәштәрҙе тәрбиәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Тап йәш быуын киләсәктә атай-олатайҙарҙың данлы йолаларын дауам итергә тейеш. Бөгөн беҙ һәләк булған яҡташ яугирҙәрҙе ҡәҙерләп иҫкә алабыҙ, ветерандарға хөрмәт һәм ихтирам күрһәтәбеҙ. Еңеүҙең 70 йыллығына тиклем ошондай обелисктарҙы райондағы барлыҡ ауылдарҙа ла ҡуйырға ниәтләйбеҙ, — тине Ғафуан Шәйхетдинов.
Ветерандар сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, обелисктарға сәскә һалды. Оло быуын вәкилдәре өсөн байрам табыны ойошторолдо.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад