Сибай ҡалаһының «Сулпан» балалар театры Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәре буйынса әҙерләнгән яңы спектакль менән ҡыуандырҙы.
Мостай Кәримдең үҙе билдәләүенсә, «был китап – мөғжизәләргә ышаныусан сәйерерәк, шауҡымлыраҡ, бер ҡатлыраҡ, саяраҡ кешеләр тураһында».
Әҫәрҙә яҙыусы күргән ваҡиғаларға уның уйҙары, кисерештәре ҡушылып-үрелеп бара. Көндәлек тормош, көнкүреште хыял һәм тылсымлы күренештәр алмаштыра. «Шуға ла Мостафа Сафа улының әҫәрҙәрен сәхнәләштереүе еңел түгел, – ти спектаклде сәхнәгә сығарыусы, Ырымбур ҡалаһының Леопольд һәм Мстислав Растроповичтар исемендәге дәүләт сәнғәт институты профессоры Булат Батыр улы Хәйбуллин. – Беҙҙең спектакль нисек килеп сыҡҡандыр инде, премьераны ҡарап сыҡҡас әйтерһегеҙ».
Премьера уңышлы үтте, балалар спектаклде тын да алмай ҡараны. «Сулпан» театры артистары Юлдыбаев Юлдаш (Кендек), Шәйәхмәтов Фидан (Әсхәт), Мәхмүтов Борис (Ибрай), Сөнәғәтов Фәһим (Шәхиулла), Нурғәлин Денис (Хәмитйән), БР-ҙың атҡаҙанған артисы Фиуза Сафина, үрҙә әйтелгәнсә, бер ҡатлыраҡ, сәйерерәк кешеләр тураһындағы ролдәрен оҫта итеп, балалар ышанырлыҡ итеп башҡарҙы.
Спектакль яратҡан шағирыбыҙ Мостай Кәримдең 100 йыллығына сибайҙарҙан матур бүләк булды.