Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте китап-күргәҙмә сауҙаһын республикабыҙҙа ғына түгел, ә сит өлкәләргә барып ойоштороуҙы ла күптән инде юлға һалып, матур традицияға әйләндерҙе. Республикабыҙҙа йә иһә республикабыҙҙан тыш күрше төбәктәрҙә ниндәй генә тантаналы саралар уҙмаһын, «Китап» нәшриәте уларҙың һәр береһендә ҡатнашып, тантанаға йәм өҫтәп, халыҡ менән бергә булырға, милләттәштәребеҙҙе үҙ туған теле - башҡорт телендә сыҡҡан яңы китаптары менән һөйөндөрөргә тырыша.
Бына ул тиҙҙән тағы ла Башҡортостаныбыҙға сиктәш ятҡан Силәбе өлкәһе башҡорттары еренә барып, ундағы халыҡ менән яҡынданыраҡ аралашып, уларға үҙенең «ҡыҙыу мейесенән» генә сыҡҡан өр-яңы китаптарын тәҡдим итергә ниәтләй.
Был ниәтте тормошҡа ашырыр өсөн «Китап» нәшриәте 27, 28, 29 сентябрь көндәрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ райондарына юлға сығырға әҙерләнә.
Төп бурысыбыҙ — китаптарҙы республикабыҙҙың күрше төбәктәренә, хатта илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә, тиклем алып барып еткереү. Милли әҙәбиәтте пропагандалау һәм китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған сарабыҙ Республика көнөнә һәм Ғәилә йылына арнала.
Халыҡҡа Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмалар, «Зайнулла - Ишан. На пути к Истине. От Истины в Вечность» (төҙөүсе авторы Лира Яҡшыбаева), «Память навсегда» (төҙөүсе авторы Марсель Ҡотлоғәлләмов), Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары», Мәрйәм Бураҡаеваның «Һайланма әҫәрҙәр», Зөлфиә Ханнанованың «Мин башҡорт, тип танышығыҙ», Ирек Кинйәбулатовтың «Бер йәшәргә тыуҙым», Таңсулпан Ғарипованың «Һайланма әҫәрҙәр»е һ.б. өр-яңы нәфис әҙәбиәт; иллюстрацияланған фотоальбомдар, бәләкәстәр өсөн сағыу китаптар, 2019 йылға мосолман, йыртма һәм мәктәп календарҙары, Ҡөръән Кәрим китабының яңы баҫмаһы, уҡыу һәм методик әсбаптар тәҡдим ителәсәк.
Күргәҙмәләр 26 һәм 27 сентябрҙә Арғаяш район мәҙәниәт һарайында үтһә, 29 сентябрҙә Ҡоншаҡ ауылының Үҙәк баҙарында уҙғарыласаҡ. Әйткәндәй, сентябрҙең 26 һәм 27 көндәрендә уҙғарыласаҡ күргәҙмәбеҙ Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең концертына һәм Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге әҙәби премияһына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһына тап килеүе икеләтә ҡыуандыра һәм сарабыҙға йәм өҫтәй.
Китап менән дуҫ булған – ғилем йыйған, зауыҡ тапҡан, күңел донъяһын байытҡан, тип әйтелә халыҡ мәҡәлендә.
Хөрмәтле милләттәшем, уҡыусым! Күңелеңде үҫтерергә, рухыңды байытырға теләһәң, беҙҙең күргәҙмәгә кил, яңы китаптар ал, беҙҙең менән бергә бул, беҙҙең яңылыҡтарҙы күҙәтеп бар, шылтырат, хат яҙ!