Еңеүсе – Испания ҡыҙы21.09.2018
Өфөлә Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында еңеүсене иғлан иттеләр. Баһалама комиссияһы бер тауыштан финалда Паганиниҙың беренсе концертын виртуоз башҡарған испанка Мария Дуэньясты еңеүсе тип билдәләне.

Марияға 1912 йылда танылған итальян оҫтаһы Риккардо Антониацци яһаған скрипка бүләк ителә. Маэстро Спиваков әйтеүенсә, уның хаҡы – 140 мең доллар.

Икенсе премияны Мәскәүҙән Федор Безносиков, өсөнсөнө – Япониянан Иссеи Курихара, дүртенсене Мәскәүҙән Степан Стариков алды.
Бүләкләү фондына шулай уҡ һәр береһе мең долларлыҡ ике айырым премия, Владимир Спиваков конкурсының художество етәксеһенә махсус приздар инә.




Вернуться назад