Үлмәҫбайҙар йәшәй арала21.09.2018
Үлмәҫбай, Василий Теркин... Бөйөк Ватан һуғышы осороноң ҡабатланмаҫ ике геройы. Мостай Кәрим менән Твардовский әҫәрҙәре геройҙары ғына түгел улар, ябай халыҡ араһынан сыҡҡан, дошман, ауырлыҡтар алдында һис ҡаушап ҡалмаған һалдат образдары. Ә тыл батырҙары – халыҡ тыуҙырған, йәшәткән ауыҙ-тел ижады, атап әйткәндә, лаҡаптар күпме! Ниндәй генә ауыр замандарҙа ла көлкөлө, ғибрәтле, фәһемле хәлдәр аша халҡыбыҙ ошо ауырлыҡтарҙы еңә алған, сөнки Үлмәҫбайҙар беҙҙең арала йәшәгән, йәшәйәсәк. Һүнмәҫ рух, күтәренке күңел, бер-береһенә шаярып дуҫтарса төрттөрөү, көлөү йәшәткән, шулар аша кешеләр ауырлыҡтарҙы еңә алған.

Был сығарылышта Бөйөк Ватан һуғышы, унан һуңғы йылдарҙы сағылдырған лаҡаптарҙы тәҡдим итәбеҙ. Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән дә халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын көтәбеҙ. Әле баҫылғандарын архивтан алдыҡ. Уларҙы йыйып яҙып ебәреүселәргә ҙур рәхмәтлебеҙ.

Һанарға онотҡан

Мортаза олатай бик мәҙәк һәм тапҡыр һүҙле кеше булған. Бер ваҡыт был кәбәнен ҡутарып йөрөй икән.
Эргәһенән үтеп барған ир:
— Ағай, ниңә кәбәнеңде ҡутараһың? — тип һораған. Кәбәне янғанын белгертмәҫкә теләп, Мортаза олатай:
— Ҡойған саҡта күбәнең нисәү икәнен һанарға онотҡанмын. Хәҙер шуны иҫәпләп, яңынан ҡоям, — тип тапҡыр яуаплаған.
Р. ҒӘЙНИСЛАМОВА.
Баймаҡ районы.

Минән васыят шул

Ғүмер буйы ауылдың “йәнле анекдоты” булған Хәмзә бабай­ҙың вафатына ла байтаҡ булып киткән икән. Урыны йәннәттә булһын инде.
Ауыр һуғыш осоро. Быуындары нығып та өлгөрмәгән Хәмзә колхоздың ығыш үгеҙен егеп, сатлама һыуыҡта яланда ҡалған бесәнен алып ҡайтырға юллана. Элекке көн барғанда ныҡ өшөгән егет был юлы ике ҡат һырыған салбар кейеп ала. Ҡалын көрттө йырып, үгеҙ кәрәкле урынға алып барып еткерә. Хәмзә баҫылған бесәнде йолҡҡолай башлай. Ә тиҫкәре үгеҙ, шуны ғына көтөп торған тиерһең, ҡайтыу яғына ыңғайлай.
“Трр ҙа трр!” тип үгеҙ артынан ынтыла Хәмзә, тик ҡар ҡалын, өҫ­­тәүенә ике ҡат һырылған салбар атларға бирмәй. Йәнтәслим ынтылып ҡарай егет, булмай. Ығыш үгеҙ еткермәй ҙә ҡуя бит! Шулай ҙа көскә үгеҙҙе ҡыуып етә ул.
Ауылға ҡайтҡас:
— Минән васыят шул — ике ҡат һырыған салбар кейеп бесән­гә бармағыҙ, — тип белдерә Хәмзә.
Шунан бирле беҙҙә “минән васыят шул” тигән лаҡап йөрөй.

“Колхоз эше өсөн алғандыр...”

Төкөрөк ергә боҙ булып тө­шөр­лөк сатлама һыуыҡ. Трак­торға сана тағып, колхоз йомошо менән 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Лукьяновкаға юллана ирҙәр. Бөтәһенең өҫтөндә тун, ҡайһыһы фуфайка өҫтөнән толоп кейеп алған икән. Рәхәтләнеп тәмәке төтәтеп китеп баралар, ти, былар. Тик Хәмзә генә иҫке фуфайка менән өшөп ултыра. Уның яңыраҡ толоп алғанын белгән берәүһе һорай ҡуя:
— Хәмзә, ниңә толобоңдо кеймәнең?
— Һе... мин колхоз эше өсөн толоп алғандыр шул!..
Рифҡәт ИШЕМЙӘРОВ.
Ейәнсура районы,
Үтәғол ауылы.


“Атыңды ек, дила бар!”

Һуғыш осоронда утын-бесән та­шыу бик ҡыйын булған. Ирҙәр – һуғышта, ат – бер-ике кешелә ге­нә. Ире яуҙа хәбәрһеҙ юғалған Нәғимә исемле ҡатын ҡайны­һының атын бесән ташыу өсөн һорап ала алмаҫын белеп, күрше Нурмөхәмәттең һалдат шинелен кейә лә ҡайныһының тәҙрәһен туҡылдатып, тышҡа сығара: “Һин­ме, Әбәйтулла? Ғәбдүктә дила бар, тиҙ генә атыңды ек!” Ирҙәр тауышы менән бойора икән был. Ул заманда НКВД-нан, төрлө “пал­намуч”тарҙан халыҡ ныҡ ҡурҡ­ҡан була. Әбәйтулла ҡарт тиҙ ге­нә атын егеп бирә. Нәғимә апай төнө менән бар бесәнен ташып ала ла, иртәнсәк, бер һүҙ өн­дәш­мәй-нитмәй, атын ҡайны­һы­ның урамына кертә лә ҡайтып китә.
Гүзәлиә ХӘЛИЛОВА.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.

“Им”е килешкән

1945 – 1946 йылдар. Ашарға юҡ ваҡыт. Шул сәбәпле, аптыраптыр инде, Ғәйни тигән бер әбей, ҡыҙын эйәртеп, “күрәҙәлек” ҡылырға урыҫ ауылы Сольевкаға йүнәлгән. Бер мәрйәнең ире икенсе ҡатынға йортҡа кергән булған. “Күрәҙәсе”не был мәрйә әйҙүкләп өйөнә индергән, ҡайғыһын һөйләп биргән. Ғәйни әбей оло мейестең мөрйә­һенә ҡысҡыра-ҡысҡыра “өшкөрә” башла­ған. Ә ҡыҙы тәгә­рәй яҙып көлә икән. Әбей иһә:
— Оло ауыҙ, нишләп ауыҙың­ды йырып ултыраһың? Сабата ауыҙ, ауыҙыңды йырма, түҙәл­мәһәң, тышҡа сыҡ, — тип һамаҡ­лай икән. Үҙе ара-тирә “тфү”ләп ҡатынға төкөрөп ҡуя. “Өшкөрөп” бөткәс, әбей теге­ңә: “Хәҙер ирең ҡайтып керер”, — тигән.
Шулай ғына тиеүе булған, теге мәрйә­нең ире лә ҡайтып ингән. Шатлығынан ни эшләргә белмәй, әбейҙе өрмәгән ергә ултыртмай, имеш, ҡатын. Ашатып, ризыҡ тултырып ҡайтарып ебәргән.
Эльза НИҒМӘТЙӘНОВА.
Мәсетле районы,
Октябрьский ҡасабаһы.


“Иҙән аҫтында юҡ...”

Һуғыш осоронда тирә-яҡта дезертирҙар, ат ҡараҡтары пәйҙә булған. Шулай күрше ауылдағы бер кешенең ғаиләһенә ҡайтып-китеп йөрөүен һиҙеп ҡалалар. Һөҙөмтәлә НКВД хеҙмәткәрҙәре килеп, тентеү үткәрә. Сығып ҡасырлыҡ форсаты булмағас, теге әҙәм баҙға төшөп ултыра. Өйҙө тикшерә генә башлағас, был бәндәнең улы: “Атай иҙән аҫтында юҡ”, – тип һала. Бала – бала бит инде, атайһыҙ тороп ҡалырын уйламай инде. Шунан бирле берәрһе йәшеренһә: “Унда юҡ ул”, – тигән лаҡап тороп ҡалған.

Сталинды күргән

Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында Ғәлим, Хисаметдин ағайҙарҙы һәм Өммөгөлсөм апайҙы Мәскәүгә Бөтә Союз күргәҙмәһенә делегат итеп ебәрәләр. Хисаметдин ағай Надежда Крупскаяның сығышын йотлоғоп тыңлай. Ә Өммөгөлсөм апай хатта Сталинды “күрә”.
– Кремлгә ҡайын сытыры һөй­рәп кереп бара ине. Мине күреп ҡалды ла, килдеңме, Арыҫлан­бәкова, шәпһең генәме, тип йүгереп килеп күреште, үәт! – тип һөйләй торғайны.
Х. ӘМИКӘСОВ.
Күгәрсен районы.


Һин дә ашайһыңмы ни?

Һуғыштан һуңғы ауыр заманда хәлле генә йәшәгән үтә һаран бер ғаилә килен төшөрә. Фатима килен бик уңған була, көнө-төнө эшләй. Нисек кенә тырышһа ла, егәрле килен ҡәйнәһенә ярай алмай. Уҫал ҡатын Фатиманы кеше янына ашарға ла ултыртмай, бахырҡай ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән генә туҡлана икән.
Бер көн быларға ҡунаҡ килә. Ҡәйнәһе килененән ҡоймаҡ ҡойҙора, үҙе күҙ ҙә алмай күҙәтеп ултыра. Сәй әҙер булғас, кеше әллә нәмә һөйләр тип ҡурҡып, киленде лә өҫтәл артына ултырта. Уныһы асыҡҡан була, бер ҡоймаҡ ала ла семтеп кенә ҡаба. Ҡәйнә күҙенең ағы менән аҡайып Фатимаға тура ҡарай ҙа, йылмайған булып, сөсөләнеп:
– Киле-ен, әллә һин дә ҡоймаҡ ашайһың? — тип һорап ҡуя.
Шунан башлап был һүҙҙәр лаҡап булып ҡалған.
Ләлә ХӘСӘНОВА-АБЗАЛОВА.
Туймазы районы,
Бишҡурай ауылы.


Биҙҙергән

Был хәл Бөйөк Ватан һуғы­шынан һуң бер ауылда булған. Халыҡтың аслы-туҡлы йәшәгән, “уполно­мочен­ныйҙар”­ҙың колхоз­дарға күп йөрөгән сағы. Вәкилдәр гел генә бер әбейгә ҡуна төшкән. Уныһы барлы-юҡ­лы ризығын уртаҡлашырға мәжбүр булған.
Бер көн былар сәй эсеп ултырһа, самауырҙың һемәгенә юшҡын тороп, һыуы аҡмай икән.
– Эй, ҡәһәр төшкөрө, самауыр эсенә сысҡан балаһы инеп ҡалып, шул тығылғандыр инде. Үткәндә лә берәүһе шулай оятҡа ҡалдырғайны, – тип әбей шаяртып һөйләнә икән.
Вәкилдәрҙең береһе, был хәбәрҙе ишеткәс, эсәр сәйен дә эсмәй сығып киткән. Башҡа бер ваҡытта ла был әбейҙең өйөнөң ишеген ҡаҡмаған.
Хәҙер беҙҙең яҡта ҡунаҡтар, шаяртып, һеҙҙә сысҡан балаһы бармы, тип һорап ҡуя.
И. ҺЕЛӘҮҺЕНОВ.
Хәйбулла районы.


Ҡырғыҙ йыры

Һуғыш осоронда беҙҙең Ға­фури яғында ҡырғыҙҙар байтаҡ була. Асығып, өйҙән-өйгә һо­ранып йөрөгән ҡырғыҙға Һы­лыубикә өләсәйем бер бөтөн икмәк бирә. Быға күңеле булған ҡырғыҙ башта доға ҡыла. Шунан һуң, хужаның күңелен күрер өсөн, йырлай башлай. Бер башлағас, күрәһең, үҙе лә онотолоп кит­кәндер инде, туҡтамай йырлай ҙа йырлай икән. Тиҙҙән өләсәйем ҡурҡыуға ҡала. Туҡтарға ҡушып ҡарай, тик тегенеһе уның һайын ярһый бара. Аптырағас, өләсәйем илай башлай. Ә ҡырғыҙ, минең йырымды аңлап, мине йәлләп илай икән тип, тағы ла дәрт­ләнеберәк йырын дауам итә. Бә­хеткә күрә, өләсәйем тәҙрәнән Шәрифулла бабайҙың урамдан үтеп барғанын күреп ҡала ла саҡыра һала. “Шә­рифулла, туҡтат әле ошо бән­дәне, ике сәғәт йырлай инде, үлә бит”, – ти икән. Тегене көскә туҡтатып сығарып ебәрәләр. Баҡтиһәң, ҡырғыҙҙарҙа үҙҙәренең яҙмышын тотош йырға һалып йырлау бар икән, ул үҙе тураһында шулай “һөйләгән”.
Хәҙер беҙҙең яҡта шундай лаҡап бар: биҙҙергән кешене “ҡырғыҙ йырлай башланы” тиҙәр.

“Бесәндә ятмайым”

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа кешеләр бесәнде ҡырҙа ҡуна ятып кинәнеп эшләр булғандар. Заманында техника ҡытлығы үҙе быны һорағанмы, әллә, кире­һенсә, әҙәм балаһының күңеле саф һауаға, тәбиғәткә үҙе тар­тылғанмы — бар ауыл йәй уртаһында урманда ятҡан.
Шулай бер ваҡыт олатайым Абдулла бесән йыйып йөрөһә, үтеп барыусы берәү:
— Бесәндә ятаһыңмы, Абдулла ағай? — тип һораған.
Шаян олатайым, күҙҙәренә етдилек сығарып, ҡаштарын йыйыра биреп:
— Юҡсы, алама ғына булһа ла — түшәгем, ямаулы булһа ла юрғаным бар — бесәндә ятмайым, — тип яуап биргән икән. Хәҙер ул ауылда, юҡ-бар һорау бирһәң, бесәндә ятмайым, тип яуаплайҙар.
Айгөл ҮТӘГӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.


Һынып торғандыр

Яңы ғына һуғыштан ҡайтҡан Зәкир ағайҙы Мәфтүхә еңгәй һы­йыр йығышырға саҡыра. Һыйыр­ҙы тартҡан ыңғайы уныһы Зәкир ағайҙың аяғына йығыла. “Эй, килен, аяҡ һынды, шикелле”, — ти. Силғауын тағатһа, Зәкир ағайҙың енсеге ысынлап та һынған була. Мәфтүхә еңгәй аяҡты күреп: “Эй, ҡайнаға, ул аяғың элек үк һынып торғандыр ул, яңы ғына булмаҫ”, — тигән, ти.

Миҙхәт БАЙРАМҒОЛОВ.
Баймаҡ районы,
Төркмән ауылы.


Вернуться назад