Уң ҡулында булыр ҡурайы21.09.2018
Милли музыка ҡоралының данын арттырыр ир-азаматтарыбыҙ бар.

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин милли сәнғәтебеҙгә һәләтле ҡурайсы, күп ҡырлы музыкант булып килеп инде. Артабан ул республикабыҙҙың берҙән-бер Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрына нигеҙ һалыусы булараҡ танылды. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн күп диплом-грамоталар менән бүләкләнде. Әле Рәмил Мәүлит улының “Урал ауазы” халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фес­тивале” ижади проекты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итә.

Ябай көпшәгә өрөп…

…Инйәр буйы. Бесән сабыу мәле. Рәмил был күп көс талап иткән һөнәрҙе беренсе класта уҡ үҙләштерә. Бесән саба беләһең икән, тимәк, һин – ысын ир-егет. Бер мәл иртән Рәмилдең ныҡ итеп теше һыҙлай. Әсәһенең дауаханаға алып барыр әмәле юҡ, сөнки бөткөһөҙ донъя мәшә­ҡәттәрен яңғыҙы тарта. Атайҙары 31 генә йәшендә, ҡатынын алты бала менән ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә. Иң кескәй­ҙәре Рәмилгә ни бары бер генә йәш була.

Фәүзиә апай улына:
– Мә, ошоға өрһәң, баҫылыр, – тип ҡурай үләнен тоттора. Рәмил, үҙе белгәнсә тишектәр уйып, ҡурайын быжылдата башлай. Беренсенән, малайҙың теш һыҙлауы баҫылғандай булһа, икенсенән, ҡурайҙа өлкәндәр һымаҡ тауыштар сығара алыуы уны дәртләндерә. Ошо ябай ғына көпшә бәләкәй малайҙың ғүмерлек юлдашына әйләнер, киләсәктә уны оҫта ҡурайсы итеп донъяға танытыр тип кем уйлаған?

Дүртенсе класҡа Белорет мәктәп-интер­натына барғас, Мөхәррәм Сәлимов етәк­селегендәге түңәрәктә ҡурайҙа уйнау нес­кәлектәрен үҙләштерә үҫмер. Татлы ауылы клубында беренсе тапҡыр “Азамат” көйөн башҡарып, халыҡты хайран иткәнен бөгөн­гөләй хәтерләй музыкант. Рәмил Ғәйзул­лин өсөн был артабанғы ижади юлында Өфөгә барып ҡурай йүнәлеше буйынса уҡырға инергә, юғарыға үрләргә, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға ҙур этәргес бирә.

Башта ул сәнғәт училищеһында белем ала, артабан сәнғәт институтында Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхи­мов етәкселегендә ҡурай серҙәренә өйрә­нә. Шул уҡ ваҡытта БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғата Сөләймәновтан оҫталыҡ дәрестәре ала.

Рәмил Ғәйзуллин 1987 йылдан алып – Башҡорт дәүләт филар­монияһы артисы. Профессиональ хеҙмәт юлын ул Рамаҙан Йәнбәков бригадаһында башлай. Баймаҡ, Белорет райондарында үткән беренсе гастролдәр әле һаман күҙ алдымда, ти Рәмил Мәүлит улы. Халҡыбыҙ һандуғастары Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Роза Аккучукова, Фәнил Ишморатов, Миңлеғәли Ханов, Фәрит Шәйхетдинов кеүек сәхнә әһел­дәрен берләштергән төркөмдө бөтә ерҙә ихлас ҡаршы алалар, алҡышлап оҙа­талар. Шулай уҡ йәш кешегә Асия һәм Илфак Смаҡовтар менән бергә ижад итеү ҙур тәжрибә була. Бер аҙҙан Рәмилде рес­публикабыҙҙың иң олпат коллек­тив­та­ры­ның береһе “Йәдкәр”гә алалар. Һә­ләт­ле йәш артисты коллектив шунда уҡ үҙ итә. Республикабыҙҙың төп мәҙәни уса­ғында эшләгән осорҙа Рәмил Мәүлит улы Баш­ҡортостан Президенты ҡарама­ғын­да­ғы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү ака­де­мия­һын, Силәбе сәнғәт һәм мәҙәниәт ака­де­мияһының дирижерҙар бүлеген тамамлай.

Ҙур хыялдар менән янып йөрөгән егет бер аҙҙан үҙ төркөмөн булдыра. Унда бер генә кеше – үҙе. Кеше-оркестр, тип таный башлайҙар сәхнә оҫтаһын.

Тарихҡа ингән оркестр

Төрлө халыҡтарҙың үҙҙәренең милли оркестры булыуына ҡарап, эх, беҙҙә лә үҙе­беҙҙекен ойошторорға ине, тип уйлай Рәмил Мәүлит улы. Музыканттың был ниә­тен етәкселек хуплап ҡаршы ала. Һөҙөмтәлә уның тырышлығы менән 2001 йылда Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры барлыҡҡа килә. Коллективҡа ҡырҡтан ашыу музыкант эшкә алына һәм бөгөн уның репертуарында өс йөҙҙән ашыу әҫәр бар.

Рәмил Ғәйзуллин оркестрға 15 йыл етәкселек итә. Ошо осорҙа коллектив Рәсәйҙең байтаҡ төбәгендә сығыш яһап, республикабыҙҙың мәҙәни йөҙөн күрһәтеп, данға күмелә. Бынан тыш, оркестр ике тапҡыр халыҡ-ара, бер тапҡыр ил конкурсында гран-при яулай, Рәсәйҙең беренсе Президенты призына лайыҡ була, Ҡазанда, Мәскәүҙә үткән конкурс-фести­валдәрҙә беренсе дәрәжә лауреат була. Быларҙың барыһы ла – Рәмил Ғәйзул­лин­дың фиҙакәр хеҙмәт һөҙөмтәһе.

“Урал ауазы”

Һуңғы һигеҙ йыл эсендә Рәмил Ғәйзуллинға донъяның 34 оркестры менән бер сәхнәлә сығыш яһау бәхете тейә. Төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Шулай илдәр буйлап гиҙә торғас, уға бер уй килә: халыҡ музыка ҡоралдары оркестрҙары ҡатнашлығында халыҡ-ара конкурс ойоштороу. Был хыялды тормошҡа ашырыу өсөн сәхнә оҫта­һына күп көс түгергә тура килә. Һөҙөмтәлә тәүге бәйгелә үк, республикабыҙ ансам­блдәренән тыш, Ҡытайҙан, Төньяҡ Осетия­нан да коллективтар ҡатнаша. Конкурстың үҙ шарты бар: оркестрҙар башҡарған әҫәрҙәренең береһе мотлаҡ башҡорт халҡының музыкаһы булырға тейеш.

Милли мәҙәниәт үҫешенә тос өлөш индергән, башҡорт халыҡ музыка ҡорал­дарына ҡарата һөйөү, һоҡланыу, ғорур­ланыу тойғолары уятҡан, күңелдәрҙә милли рух тәрбиәләгән Рәмил Ғәйзуллин Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһына, һис шикһеҙ, лайыҡ.


Вернуться назад