Бейей-бейей... юбилейға!19.09.2018
Башҡортостандың 100 йыллығына ниндәй генә ярыштар ойошторолмай беҙҙә! Шуларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм көтөлмәгәне — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле иғлан иткән конкурстыр, моғайын. Өҫтәүенә ул ансамблдең 80 йыллығына ла арнала.

Республикабыҙ район һәм ҡалаларының бейеү коллективтары, һис шикһеҙ, бәйгенең уртаһында булып, ижади маһирлыҡтарын бөтә сағыулығында күрһәтер. Өс турҙы уҙғандан һуң, еңеүгә дәғүә итеүселәр данлы ансамбль сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ. Йөкмәткеһе һәм хореографияһы буйынса иң үҙенсәлекле бейеү ансамблдең репертуарына индереләсәк.

Заявкағыҙҙы 1 октябргә тиклем ойоштороусыға ебәрергә онотмағыҙ: e-mail:[email protected], [email protected]. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 276-18-49, 8 (347) 276-18-19.




Вернуться назад