Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы.
Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған йылы ял көнөндә баш ҡаланың И. Якутов исемендәге паркында “Азия моңдары һәм ритмдары” Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Халыҡтар дуҫлығы йорто, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторолған был сара ҡала халҡы өсөн моңло көйҙәргә бай оло байрамға әүерелде. Сарала милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһы етәкселәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары, юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарында белем алған төрлө милләттән булған студенттар ҡатнашты. Тамашасыларға Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Лилиә Мөхәмәҙиева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фирзинә Абдуллина дәртле йырҙарын бүләк итте. Баш ҡаланың йәмле паркына ял итергә килгән халыҡ башҡорт, татар, ҡырғыҙ, үзбәк, тажик, әрмән, төркмән, ҡаҙаҡ, корей халыҡтарының йырҙарын тыңлап, бейеүҙәрен ҡарап һоҡланды, Азия халыҡтарының милли йолалары, илдәрҙең мәҙәниәте менән танышты, күңел зауығын ҡандырҙы.
Сараға мәртәбә өҫтәп, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, республика Мәҙәниәт министрлығының сектор мөдире Айгөл Зөлҡәрнәева, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Зөлфиә Ханнанова, “Ала тоо Ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Соно Алиева, Башҡортостан Республикаһының “Берҙәмлек” төркмән милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Сапармурат Шанглиев ҡатнашты. Улар фестивалдә ҡатнашыусыларға дипломдар тапшырҙы.
– Барығыҙҙы ла ысын күңелдән тәбрикләйем. Республикабыҙҙа төрлө халыҡтарҙың ошолай үҙҙәренең йолаларын һәм мәҙәниәттәрен һаҡлап, телдәрен үҫтереп, ерле халыҡ менән бергә татыулыҡта йәшәүҙәре ҡыуаныс ул. Бөгөн иһә сәхнәлә төбәктең төрлө уҡыу йорттарында белем алған сит ил студенттарының – йәш быуындың милли йолаларын ихтирам итеүе, туған телдәрендә матур итеп сығыш яһауын күреү икеләтә ҡыуаныслы. Тимәк, халыҡтарҙың киләсәге ышаныслы һәм өмөтлө ҡулдарҙа. Барса милләттәргә лә изгелек, именлек һәм үҫеш теләйем. Байрам мөбәрәк булһын! – тине Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы, тамашаға килеүселәрҙе тәбрикләп.
Башҡортостан — башҡа илдәрҙән уҡырға, эшләргә, йәшәргә килгән йөҙҙән ашыу милләт вәкилен ҡабул иткән ҡунаҡсыл дәүләт. Күп быуаттар дауамында ерле халыҡ менән улар ҙа дуҫлыҡта һәм татыулыҡта милли мираҫтарын ихтирам итеп, аралашып йәшәй. Республикала ошо юҫыҡта “Наурыҙ”, милли телдәр, беҙҙең илдә йәшәгән Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Бөгөнгө сара – ул халыҡтар берҙәмлеге байрамы. Күркәм сара олоһона ла, кесеһенә лә оло шатлыҡ һәм ял бүләк итте.