Йәшәйеш именлеге һаҡсыһы19.09.2018
Тәбиғәт ҡосағында тыуып үҫеп, шул мөхиттең барлыҡ булмышын, йәшәйеш үҙенсәлектәрен белеп-күреп ғүмер һөргән кешенең генә ижад емеше уҡымлы ла, тәьҫирле лә, тәрбиәүи йәһәттән әһәмиәтле лә булалыр. Зөфәр Толомғужиндың хеҙмәттәрен байҡап сыҡҡас, тап ошондай фекергә киләһең.
Ул күп балалы ғаиләлә үҫә. Өфө урман хужалығы техникумында техник-технолог һөнәренә эйә булғандан һуң Ҡариҙел, Нуриман райондары урман хужалыҡтарында эшләгән кеше булараҡ, республикабыҙ төбәктәренең фауна-флораһын биш бармағылай белә. Ошондай мөхиттә ғүмер иткәндәрҙең төп кәсеп-шөғөлөн, йәшәйеш сығанаҡтарын тәрән өйрәнгән ҡәләмгир матбуғат баҫмаларында йыш сығыш яһай, гелән халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта.
Бына ни тип яҙа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Мортазин, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты Сәлимйән Бәҙретдинов үҙенең “Тәбиғәт һәм рухиәт һаҡсыһы” мәҡәләһендә (“Йәшлек”, 2017 йыл, 22 сентябрь): “Йәшәгән мөхитебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу йәһәтенән журналист-яҙыусы Зөфәр Толомғужин ҙур ихласлыҡ, әүҙем эшмәкәрлек күрһәтеп, үҙен йәнтөйәктең ысын һаҡсыһы итеп танытты”. Филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов “Затлы һандыҡ” исемле яҙмаһында (“Башҡортостан” гәзите) былай ти: “Автор күтәргән мәсьәләләр һис кемде битараф ҡалдырмай: уйландыра, хисләндерә, фәһем бирә. Уларҙың һәммәһе лә халҡыбыҙҙың бөгөнгө хәленә, киләсәк яҙмышына бәйләнгән”.
Эйе, әҙиптең һәр яҙмаһы милләт мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуға йүнәлтелгән. Тарихи мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, Шәһит Хоҙайбирҙин – Башҡортостан автономияһын ойоштороп, дәүләтте һәр яҡлап үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Тимәк, беҙ уның исемендәге премияға дәғүә итеүселәрҙе халыҡҡа күрһәткән хеҙмәтенә ҡарап баһаларға тейешбеҙ. Ауыл кешеләренең социаль көнитмешен ҡайғыртып, әҙәби әҫәрҙәр яҙған, киң мәғлүмәт сараларында йыш сығыш яһаған Зөфәр Толомғужин мәртәбәле наградаға, һис шикһеҙ, лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ.
Авторҙың премияға тәҡдим ителгән “Йыртҡыс йыртҡыслығын итә” китабында йәнлектәр донъяһының элек-электән кешелектең йәшәйеше менән тығыҙ бәйләнеше, ике аралағы мөнәсәбәт төрлө ваҡиғалар аша сағыу һүрәтләнә, ҡиммәтле кәңәштәр бирелә. Ғаиләләр именлеген, уларҙың бәлә-ҡазаһыҙ, етеш тормошта йәшәүен хәстәрләп яҙылған ижад емеше — күптәр өсөн тормош дәреслеге. Мәктәптәрҙә был әҫәрҙең айырым бүлектәре файҙаланырына иманыбыҙ камил.
Хөрмәтле яҙыусыбыҙҙың хеҙмәте комиссия тарафынан ғәҙел баһаланырына өмөтләнәбеҙ.