Матурлыҡҡа мәҙхиә19.09.2018
Башҡорт мәҙәниәте һәм сәнғәте тарихында яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәр бихисап. Улар араһында балет сәнғәте күгендә яҡты эҙ ҡалдырған, башҡорт бейеүен бар донъяға танытҡан оло талант эйәһе, быуын-быуын йәштәрҙе үҫтергән, улар иңенә ҡанат ҡуйып, оло тормош юлына фатиха биргән остаздарҙың береһе Тамара Хоҙайбирҙинаның да исеме бар.
Яңыраҡ күренекле шәхестең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы “Тамара Хоҙайбирҙина тураһында хәтирәләр” (Өфө, 2018 йыл) китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡты төҙөүсе – Ш. Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре, билдәле публицист һәм яҙыусы Рәзилә Ырыҫҡужина. Г.А. Мөбәрәкова, Ф.Ҡ. Ҡасимова, М.Ғ. Мортазина, О.З. Ханов, Н.И. Ирсаева, И.И. Ғәзетдинова, Х.Ғ. Үтәшев, Р.И. Солтанова, Г.С. Галина, С.Ғ. Сөләймәнова, Р.М. Сәлимгәрәева… Барлығы илленән ашыу кешенең яҙмалары урын алған әлеге китапта.
Йыйынтыҡта барлыҡ ғүмерен, педагогик, фәнни эшмәкәрлеген сәнғәт үҫешенә, киләсәгенә бағышлаған Тамара Хоҙайбирҙинаның ижади һәм шәхси портреты тулыһынса асыла. Матурлыҡты тойорға өйрәткән бөйөк уҡытыусыһы хаҡында РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов, мәҫәлән, бына нимә тип яҙа: “Ул бер ваҡытта ла, һин ошолай ит йәки былай ит тип үҙен аҡыллы күрһәтеп, кәңәштәр бирмәне. Фекер алышты, аралаша белде. Сер һаҡлай белеүенә һоҡландым. Тәбиғәттән бирелгән зыялылыҡ бар ине унда. Итәғәтле, үҙенә талапсан кеше. Моғайын, был сифаттар уға атаһынан бирелгәндер”.
Уйлап ҡараһаң, билдәле шәхесте яҡындан белеүсе замандаштары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, уның уҡыусылары – ҡасандыр сәнғәт тигән оло тормошҡа тәүге аҙымдарын атлаған йәштәр, бөгөн мәҙәниәттә һәм сәнғәттә үҙ урындарын тапҡан, юғары баҫҡыстарға күтәрелгән актерҙар, уҡытыусылар үҙ хәтирәләрендә Тамара Хоҙайбирҙина хаҡындағы йылы һүҙҙәр менән бергә башҡорт сәнғәтенең тарихын да яҙа бит!
Шуны әйтергә кәрәк: сәнғәт оҫталарының хәтер төпкөлөндә йәшәгән иҫтәлектәрҙә билдәле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың ғаилә тормошо ла, Башҡортостандың мәҙәни тарихы ла йәнләнә. Шул яғы менән был хеҙмәттең йөкмәткеһе күп яҡлы. Фәһемле ваҡиғаларға, ҡыҙыҡлы дәлилдәргә йыш юлығаһың китапты уҡыу барышында. Бына актер, режиссер Әхтәм Абушахмановтың хәтирәләренән өҙөктө генә алайыҡ: “Бер мәл мине билдәле скульптор Тамара Нечаева үҙенең оҫтаханаһына саҡыртты.
– Шәһит Хоҙайбирҙиндың һәйкәле өҫтөндә эшләйем, – тине, мине ҡаршы алып. – Фотолары буйынса һәйкәл эшләү бик ауыр.
Минең аңламайыраҡ торғанды күреп, дауам итте:
– Маһруй Шәрип ҡыҙы заманында һеҙҙе сәхнәлә күргән. Шунда […] Шәһиткә оҡшаған, тигән. Шуға күрә, Тамара Шәһит ҡыҙының тәҡдиме буйынса, һеҙҙе саҡырҙым.
Ҡушҡуллап ризалаштым, сөнки Шәһит Хоҙайбирҙин минең өсөн халҡым батыры ғына түгел, ә ир-егеттең ниндәй булырға тейешлеген күрһәткән өлгө ине”.
Ғөмүмән, кешенең бөйөклөгөнә һәм матурлығына мәҙхиә йырлаған был китапта айырым бер шәхестең халҡыбыҙҙың рухи йылъяҙмаһын ни тиклем байытыуы хаҡында бәйән ителә, фиҙакәр хеҙмәт данлана. Ошо ике яҡлы изге бәйләнештәрҙе күрһәтеүе менән киләсәк быуындар өсөн дә әһәмиәтле ул.
Шуға ла билдәле журналист Рәзилә Ырыҫҡужинаның “Сәхнәләрҙән остоң күктәргә, дәрт ҡанаты биреп күптәргә. Тамара Хоҙайбирҙина тураһында хәтирәләр” китабының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителеүе тәбиғи. Ул был маҡтаулы исемгә, һис шикһеҙ, лайыҡ тигән фекерҙәмен.