Кешемен тигән кеше иң элек ил һәм тел хәстәрендә йәшәй. Был иһә тормоштоң һәр тармағында төрлө кимәлдә сағыла. Бигерәк тә ғүмереңде арнаған эшеңдә, һөнәреңдә йәшәүҙең матурлығы ла, мәғәнәһе лә асыла. Айырыуса матбуғат донъяһында. Быны мин үҙ яҙмышым менән тойоп-кисереп үткән кеше булараҡ әйтәм. Белеп әйтәм, инанып әйтәм.
Төп баҫмабыҙ булған “Башҡортостан” гәзите, мәҫәлән, үҙе лә ҙур яуаплылыҡта. Журналистарға ла шул талап ҡуйыла. Асылыбыҙҙы һаҡларға ла, кешеләргә хеҙмәтендә, ергә-көнгә мөхәббәтендә көс-ҡеүәт, дәрт-дарман өҫтәргә лә, маҡсаттарҙы яҡтыртып, ил ғәмен, тел тәмен һәр күңелгә еткерергә лә бурыслы улар. Ижтимағи-сәйәси гәзит тигәнде мин бына шулай аңлайым. Ошо аң, ошо ынтылыштар менән йәшәгән ҡәләмдәштәремдән Гүзәлиә Балтабаева тураһында йылы һүҙҙе йәлләмәйенсә әйтеп була.
Быға ихласлыҡ, оҫталыҡ, уларҙан да былай фиҙакәрлек менән генә өлгәшергә мөмкин. Ошо һүҙҙәрҙе әйттерерлек икән, Гүзәлиәнең яҙмаларын бәйнә-бәйнә барлап, анализлап тороуҙың хәжәте лә ҡалмай. Маҡсатым төп фекерҙе әйтеү, төп һығымтаны еткереү ине.
Был ҡарашҡа, был ихтирамға күҙ терәп торған журналистарыбыҙҙан булған Гүзәлиә Балтабаева үҙенең инде күп йыллыҡ хеҙмәте менән өлгәште.
Ҡабатлап әйтәм: ысын-ысындан ил һәм тел хәстәрендә ул. Ил ғәмдәре тигәс, былай ҙа, бер ниндәй тылҡыуһыҙ ҙа аңлашылып тора. Беҙ барыбыҙ ҙа илгә именлек теләп, етеш һәм рухландырған тормошҡа ынтылып йәшәйбеҙ бит. Ә бына тел хәстәре бөгөнгө шарттарҙа, әйтәйек, уҡыу-уҡытыуҙа сетереклектәр килеп сыҡҡылаған осорҙа журналист өсөн бик тә әһәмиәтле. Ул бит һүҙ менән эш итә, тел байлығы менән аса үҙен, күптәргә өлгө күрһәтә. Ошо яҡлап та Гүзәлиә Балтабаеваның стиле тел тейҙергеһеҙ тип әйтәм. Мәҡәләләре уҡымлы ла, фәһемле лә. Күп нәмәгә күҙҙе асырлыҡ итеп яҙа ул. Социаль юҫыҡта мөһим темаларҙы күтәреп хәл итеүе лә үҙе бер мәртәбә.
Барлыҡ был әйтелгәндәрҙән сығып, мең ғәләм алдында еткерер һүҙем шул минең: “Башҡортостан” кеүек абруйлы баҫмабыҙ кимәлендә уға хеҙмәт итеп, ил һәм тел хәстәрендә танылған Гүзәлиә Балтабаева — бына тигән журналисыбыҙ — һис һүҙһеҙ, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге мәртәбәле премия менән баһаланыуға бик тә лайыҡ. Ғәҙеллек һәм принциптарға тоғролоҡ, әлбиттә инде, ошо юлы әйтелгәндәрҙе күтәрмәлекләр тип ышанам.