Һүҙ оҫтаһының уҡыусы күңелен арбау хикмәттәре.
Мәүлит Ямалетдиновтың 1978 йылда Өфөлә сыҡҡан “Ирәмәл” исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы художестволы кимәле менән тыуған яғындағы Ирәмәл тауының аҡ таштары кеүек ялтлар дәрәжәлә ине тиерлек. Был мине хәҙер килеп ғәжәпләндерә биреп ҡуйҙы: әҙәбиәтебеҙ тарихын байҡап ҡарағанда, тәүге китабынан уҡ балҡып киткәндәр бик һирәк.
Фекергә йомарт шағир
Биографияһынан белеүемсә, Ямалетдинов урта мәктәпте тамамлап, совхозда эшләп, армияла өс йыл хеҙмәт итеп, Өфө музыка-педагогия училищеһында белем алып, аҙаҡ музыка мәктәбендә уҡытып, директоры ла булып, шаҡтай тәжрибә туплап өлгөргән икән. Әҙәби ижад менән дә шөғөлләнгән: тыуған Учалы районы гәзитендә, республика матбуғатында, “Йәш көстәр” йыйынтыҡтарында, тиҫтер ҡәләмдәштәренең яҙғандарын берләштергән китаптарҙа байтаҡ шиғырҙары баҫылған.
Ана шул осорҙа уҡ Мәүлит Ямалетдиновҡа Рәми Ғарипов иғтибар иткән, байтаҡ шиғырҙары, бәлки, уның ҡулынан да үткәндер. Һәр хәлдә, 70-се йылдар башындағы йәштәр ижадына арналған “Илле шиғыр” тигән бер яҙмаһында шуларҙы теркәп ҡалдырған: “Үҙенең бөтә тәбиғәте, уй-фекерҙәр йөрөтөү үҙенсәлеге менән башҡорт халыҡ ижадының бай хазинаһына ереккән, донъяны танып-белеү ҡеүәһе менән зирәк аҡыллы сәсәндәр традицияһына яҡын торған һүҙгә һаран, фекергә йомарт шағир тыуып килә”. Ҡайһылай һиҙгер тойған яңы талантты бөйөк әҙип!
Рауил Бикбаев та бер мәҡәләһендә шулай тигәйне: “Мәүлит артыҡ яңғырауыҡ һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙар менән мауыҡмай, ябай ғына күренештәр, һаҡ буяуҙар аша уҡыусы күңелен арбап ала белә”.
Тимәк, Мәүлит Ямалетдинов матбуғаттағы тәүге шиғырҙары, беренсе кескәй китаптары менән үк иғтибарҙы биләп өлгөргән һәм шаҡтай юғары баһа алған. Тәүге йыйынтығын асып ебәргән шиғыры уҡ бөтә ижадына инеш, лейтмотив булыр йыр башы кеүегерәк:
Тыуған яғым гүзәл яҡ булды,
Һөйгән малҡайҙарым ат булды,
Яман юлда йөрөү ят булды.
Күп йырҙарым дәртле, шат булды,
Ысыҡ күҙе һымаҡ саф булды.
Халҡым күңеле аҫылташ булды,
Рухым айығына тат булды.
Ҡобайыр стилендәрәк яҙылған был юлдарҙан, рәдифле рифмаларҙан шиғри аккорд өндәре ишетелеп торғандай.
Бер-бер артлы теҙелгән аҫыл әҫәрҙәр теҙеменән “Балан” шиғырын миҫалға алайыҡ:
Урман моңо — кәкүк ҡайтты инде,
Һаҙ баланы сәскә атты инде;
Һине осратып минең йөрәккәйем
Мәңгелеккә ғазап тапты инде.
Бал ҡорттары балға туйҙы инде,
Аҡ сәскәһен балан ҡойҙо инде;
Йылдар, мәшәҡәттәр күҙ алдынан
Төҫ-һыныңды һинең юйҙы инде.
Бөгөн төндә ҡырау төштө инде,
Һаҙ баланҡайҙары беште инде;
Ғазапланыр йөрәк — балан кеүек
Бешкән сағың иҫкә төштө инде.
Тәбиғәт менән кеше күңелен йәнәш ҡуйып, шулай һәр һүҙен ишле яңғырашлы итеп тасуирлау шиғырҙы шау моңға күмә.
Мин Мәүлиттең үҙе башҡарыуында халҡыбыҙҙың “Балан” йырын әллә нисә ҡат ишеткәнем, үҙем һорап ҡат-ҡат тыңлағаным бар. Уның ише өҙҙөрөп, күңелде тетрәндереп моңло йырлаған кешене ошо йәшемәсә бүтәнсә осратҡаным юҡ. Мәүлит Ямалетдиновтың “Балан” шиғыры ла, халыҡсан йырҙан үҫеп сыҡҡанға, шулай моңлолор, камилдыр, тим.
“Ирәмәл” йыйынтығының ниндәй генә шиғырын уҡып ҡарама, уларҙа Мәүлиттең башҡорт халыҡ йырынан, ҡобайырынан килгән мотивтарҙы, поэтиканы, милли моңдо, күңел байлығын нескә тойоуына, рухы менән һуғарып, үҙ йырына, моңона әйләндереүенә һоҡланаһың, әҫәрләнәһең. Халыҡсан тасуирлауҙарҙы ул шундай оҫта ҡуллана, үҫтерә, тәрәнәйтә белә.
Халыҡсанлыҡ өлгөһө
Мәүлит Ямалетдин шиғырына эпиграф итеп халыҡ йырҙарынан бер-ике юлды ала икән, ул йөкмәткегә бер поэтик асҡыс, көйләнеш һәм лейтмотив булып әүерелә. Йыр мотивы, ритмы, композитор эшкәрткән көй кеүек, бөтә әҫәргә моң өҫтәй, үҙенсә поэтик аранжировка рәүешен ала. Бер шиғырында автор:
Ниндәй көслө, тәрән хисле һүҙҙәр,
Ниндәй иҫ китмәле шиғриәт!
Халыҡ йыры!
Һин өлгөһө моңдоң,
Һиндә тылсым, һиндә сихриәт, —
ти икән, был юлдар уның поэзияһын көйләр камертон булып әүерелә.
Хоҙай Мәүлит Ямалетдиндан һәләтте һис йәлләмәгән, өймәләмә итеп биргән. Мин уны, ғәҙәттә, дүрт һөнәр эйәһе итеп күрәм. Беренсенән, ул – бынамын тигән һәүәҫкәр йырсы. Тауышы үтә моңло. Икенсенән, музыкант, ҡурайсы. Өсөнсөнән, сәсән телле һүҙ оҫтаһы. Дүртенсенән, заманса шағир һәм әҙип. Ошо һәләттәрҙең бер бөтөн булып берләшеүе Мәүлит Ямалетдинды күп яҡлы талантлы шәхес итеп таныта. Былар — үҙе бер феноменаль күренеш.
Мәүлит һүҙҙең ҡәҙерен, тәмен белеп яҙа, улар шиғырҙа тейешле урынына ҡуйылыу менән, сағылыр нәмәгә тап килгән ҡояш нурҙары шикелле, хәҙер ялтырап китергә әҙер тора. Халҡыбыҙҙың ҡобайыр шиғырын да ул һәр бер һүҙен үҙенсә яңғыратып, гүйә, ҡойоп ҡына ҡуя.
“Һаумы, ҡобайыр”, “Бер тигәс тә...”, “Йомортҡаның йөйө юҡ” ише ҡобайырҙарын да, фольклорҙағыса, үҙенсә һарнап та, эске рифмаларҙы иркен ҡулланып та, заманса яңғыратыуға өлгәшә. Әйткәндәй, шағир борондан килгән һарнау жанрына ла яңы һулыш өрөп ебәрҙе. Халыҡ поэтик ижадындағы традицион алғыш, әйтеш, хушлашыу, бәйет, һамаҡ һымаҡтарҙы идея-эстетик маҡсаттан бик оҫта ижади ҡуллана белә. Былар барыһы ла сәсәнлек мәктәбе менән бәйле.
Бына тыңлайыҡ әле бер шиғырҙы:
Ер шары — йәшел тубырсыҡ — йәй
көнө,
Һап-һары май тумалағы — көҙ көнө,
Кипкән ҡорот бер йоморсаҡ — ҡыш
көнө,
Мөғжизәле нур йомғағы — яҙ көнө,
Йәшәйештең бер йомағы — һәр көнө.
Бында йәнә шул сәсәндәр мәктәбенән килгән тапҡыр һүҙлелек, кинәйәлелек, метафоралыҡ оҫталығы ярылып ятмаймы ни?
Сәсән телле шағир шиғырҙарында, халыҡ поэтикаһына хас булғанса, аҡ, күк, ҡыҙыл, йәшел, һары төҫтәрҙе уларға бер эске мәғәнә һалып уйнатыуға әүәҫ. Бына “Шәфәҡ йәйғоро” шиғырында нимә ти:
Әкрен генә һырып шәфәҡ һүнә,
Алмаштырып төнгә көнөмдө.
Аҡ донъяның ете төҫө уйнай
Музыканың ете өнөндәй.
Бына ҡайҙа төҫтәр музыкаһы
Күңел күҙе үткер әҙәмгә!
Илаһи моң ете күкте тишеп
Таралғандай бөтә ғаләмгә.
Был юлдарҙы, ысынлап та, төҫтәр музыкаһы, йәйғор уйнауы кеүек ҡабул итәһең.
Күңеленә бөтә донъя һыйған
Шағирҙың бар поэтик китаптарын күҙҙән, уйҙан кисереп, күңеленә бөтә донъя һыйған, тип әйтергә мөмкин. Бигерәк тә туған халҡының үткән шанлы һәм ҡанлы тарихи юлы, хәҙерге уй-хис донъяһы мәғлүм бер күләмдә, аспектта сағылыш таба алған. Ошо урында шағирҙың шаҡтай тулы “Ыҙан” исемле шиғырҙар, эпик әҫәрҙәр йыйынтығы буйынса ыҙан проблемаһына ҡараған бер мөһим аспектына туҡталып китмәксемен.
Китапҡа исем биргән атама, биҙәүсе Фазлетдин Ислаховтың баҫма тышына һәм эстәге бүлектәренә символик ыҙан һыҙыуы, уның төрлө мәғәнәләре, һыны менән һүрәтләүе лә тәрән айышты һыҙатлап торғандай. Бына ул ҡапма-ҡаршы ыҙан аралары: аҡ — ҡара, ер — күк, йыр-моң — какофония, яҡты — ҡараңғы.
Китапҡа ингән шиғыр, поэма, дастандарҙың йөкмәткеләренә ҡарағанда, тарих һәм заман, һөйөү һәм нәфрәт, яҡшы һәм яман ише контраслыҡтар ҙа ыҙан булып ярылып ята. Поэтик әҫәрҙәрҙән ер, баҫыу, ғүмер, йола, ғөрөф-ғәҙәт ыҙандарының, үткән һәм хәҙерге, кисәге һәм бөгөнгө сик һыҙаттарын да шәйләйбеҙ.
Шағир бында социаль, рухи, мәҙәни, әхлаҡи, фәлсәфәүи, этик, эстетик аспекттарҙы күпмелер дәрәжәлә айырым бүлектәрҙә төркөмләп яҡтыртыуға ла өлгәшә. Йәнә шуныһы характерлы: һәр бүлектең аҙағын бөтә мотивтарҙы бергә туплар фәлсәфәүи йөкмәткеле шиғыр менән тамамларға тырыша.
Кеше үҙе лә донъялыҡта, гүйә, ике ыҙан уртаһында баҫып тора, аралары – ярты аҙым. Ары баҫһаң — упҡын, бире баҫһаң — тотҡон. Ер шарында үҙе бер төктәй кеше ғүмеркәйенең һуҙымы ла – бары йәшәү менән үлем араһы. Тик ыҙанды ыҙалы үтмәҫкә ине. Ана шулай уйҙарға ла һала Мәүлит Ямалетдиндың донъя, кеше ғүмере, йәшәү маҡсаты, әҙәм күңеле хаҡындағы фәлсәфәүи шиғырҙары.
Бына “Ғүмер...” исемле дүрт юллыҡ шиғырында ни ти:
Ғүмер!
Әллә шаңдау, әллә өн булдың?
Әллә быуат, әллә ҡыҫҡа көн булдың?
Шуны уйлай башлағанда таң инең,
Уй осона сыҡмай ҡалдым —
төн булдың.
Ошондай тапҡыр дүрт юллыҡтар — робағиҙар яҙыу ҙа йәшәү — үлем, барлыҡ — юҡлыҡ, мәл — мәңгелек, фанилыҡ — баҡыйлыҡ ише осона сыҡҡыһыҙ төшөнсәләр хаҡында уйланыуҙан тыуған бит.
Мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләп, даһиҙар әйткәненә ҡолаҡ һалып, зиһен һәм күңеленән үткәреп ижад итә Мәүлит. Ана шулай уның боронғо Ҡытай, Иран, Һиндостан классиктары шағирҙарына башҡортсаға оҫта тәржемәләре рухи-шиғри ҡаҙнабыҙҙы ғына түгел, үҙ күңелен дә байыҡтырып, ошондай илаһи үрнәктәргә таянып, ҡәләмен сарларға, бына тигән робағиҙар яҙырға, бүтән поэтик жанр шәкелдәрен ишәйтеүгә ҙур этәргес булды.
Шиғриәт ярҙамында илаһиәт донъяһына ла баҙнатланып инеп китә алды ул. Байрамса мәүлит икән, был уға бик фарыз. Мәүлит Ямалетдиндың Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен башҡортсаға тәржемә итеп, шиғыр юлдарына һалыуы ла — ни тиклем сауаплы ижади шөғөл һәм илаһи рух күрке!
Боронғо төрки ташъяҙма ҡомартҡыларына мөрәжәғәт итеп, Мәүлит Ямалетдиндың “Күлтәгин” исемле дастан ижад итеүен төркиәт шиғриәтенә өҫтәгән ҡаһармандарса хеҙмәте тип атар инем. Бындай өлгөнө мин хәҙергәсә төрки шағирҙары тәжрибәһендә күргәнем юҡ.
Мәүлит Ямалетдиндың туған халҡыбыҙҙың әҙәби мираҫынан “Һуңғы һартай”ҙы дастан итеп шиғри юлдарға һалыуы ла — фиҙакәр ижади эш. Тарихи йәдкәргә яңы һулыш, көслө поэтик яңғыраш биреү был.
Мәүлиттең “Күгәрсенгүҙ” кеүек поэма-эпос, “Ҡот” исемле поэтик хикәйәт, “Йыр хәтере” ише поэмаларында драматургик алымдарға мөрәжәғәт итеүе, жанр шәкелдәре, поэтикаһы буйынса ижади эҙләнеүҙәре, уңышлы табыштары хуплауға лайыҡ. Заманса “Һомай ҡош” поэмаһы Ғ. Сәләмдең “Шоңҡар”, “Бала” поэмаларынан килгән лиро-эпик традицияларҙы уңышлы үҫтереү менән ҡыҙыҡлы.
“Ыҙан” китабында ижад эше хаҡында уйланыуҙарына, үҙ поэтик хәсиәтенә арналған бер төркөм шиғырҙары бар. Шуларҙа ижад кредоһы әйтеп бирелгән дә инде. “Танырһығыҙ мине моңдарымдан, йөрәгемдән сыҡҡан тауыштан”, — ти ул. Шиғырҙың эстетик тәьҫир көсөн тышҡы биҙәктәр менән түгел, ритм, тәҡрарланыр сың, моң тыуҙырыр юлдар ҡабатланышы, рефрендар, рәдифтәр, йәғни стилистик поэтик саралар аша нескә өн-тондар ярҙамында еткерә.
Ижадының тағы бер ҙур тармағы — хикәйәләре, повестары – үҙе бер өлкә. Ошондай киң ижад, һис шикһеҙ, лайыҡлы баһаланырға тейеш.