Таланттың балҡышы19.09.2018
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин ижадына бер ҡараш.

Бөгөнгө милли һүҙ һәм сәхнә сәнғәте кимәлен билдәләгән яҙыусыларыбыҙ араһында Рәсәйҙең күренекле драматургы Азат Абдуллин ижады әһәмиәте һәм ижтимағи яңғырашы менән айырым урын алып тора. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында әүҙем ижадҡа тотонған яҙыусы тиҙ арала көнүҙәк мәсьәләләрҙе, иҡтисади, социаль, ижтимағи-сәйәси, шул ерлектә әхлаҡи-этик проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан тәрән йөкмәткеле, үткер телле очерк һәм повестар авторы, ялҡынлы публицист һәм талантлы драматург булып танылыу яулай. Уның ижади йөҙө әҫәрҙәр һаны менән түгел, ә уларҙың сифаты, полемик йөкмәткеле булыуы, авторҙың тормошҡа әүҙем мөнәсәбәте, фекер тослоғо, рәсми идеология менән ҡыйыу бәхәскә ингән аныҡ позицияһы менән билдәләнә. Әҙәби тәнҡит дөрөҫ билдәләгәнсә, яҙыусы “дәүләт ҡоролошон үҙгәртеү, йәмғиәт тормошона яңы рух өрөү кәрәклеге идеяһын да беренселәрҙән булып 1985 йылдың апреленә тиклем үк күтәрҙе”.

Азат Абдуллин ижади уңыштары өсөн Сергей Чекмарев исемендәге әҙәби премияға (1983), “Почет Билдәһе” орденына (1984), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә (2014) лайыҡ булды.

Очерктан башланған оло юл

Азат Абдуллин 1931 йылда Ейәнсура районының Үрген ауылында тыуған. 1947 йылда урта мәктәпте тамамлай, ике йыл пионервожатый һәм уҡытыусы булып эшләй. 1949–1953 йылдарҙа К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. 1953–1956 йылдарҙа М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһында уҡый, унан Өфөгә ҡайтып, БДУ-ла рус әҙәбиәтенән уҡыта. Аҙаҡ ҡабат Мәскәүгә юллана, 1959 йылдан профессиональ яҙыусы булып китә.

Азат Абдуллиндың яҙыусылыҡ эшмәкәр­леге публицистиканан, очерк жанрынан башлана, тиергә мөмкин. Ул саҡта совет йәмғиәтендәге алдынғы күренештәрҙе һәм оло еңеүҙәрҙе хеҙмәтсәндәрҙең фиҙакәр хеҙмәтен, һуғыш ҡаһармандарының батырлыҡтарын тасуирлау тенденцияһы көсәйә. Тормошҡа әүҙем мөнәсәбәттә торған, тынғыһыҙ, хеҙмәткә ижади ҡараған, шәхси эшмәкәрлек миҫалында алдынғы ҡараштарҙы пропагандалаған заман геройҙарын үҙәккә ҡуйып һүрәтләү, биография нигеҙендә шәхес эволюцияһын күрһәтеү әҙәбиәттең һәр тармағы өсөн хас үҙенсәлек булып нығынды. Ошо йәһәттән әҙиптең “Йылҡы көтөүсеһе”, “Яңғырап торған ялан”, “Таланттың балҡышы” һымаҡ очерктары үҙәк матбуғатта баҫылып, киң йәмәғәтселек араһында шаҡтай резонанс тыуҙыра. Улар 1990 йылғы һайланма әҫәрҙәр рәтендә донъя күрә, өлөшләтә 2013 йылғы йыйынтыҡтарҙың рус телендәге 2-се томында урын ала. Был әҫәрҙәр юғары художестволы оҫталыҡ менән яҙылған, “улар образлы теле, һүрәтләү алым-саралары менән әҙәби публицистикаға тартым, ә геройҙарҙың тормоштан һәм үҙ исеме менән алыныуы, йөкмәткеһенең документаллеге һәм конкрет инстанцияларға адресланыуы йәһәтенән гәзит-журнал публицистикаһына ауыша”.

“Йылҡы көтөүсеһе” әҫәрендә яҙыусы утыҙ йыл буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, уның бөтә нескәлектәрен үҙләштергән, тәбиғәт “телен” аңларға өйрәнгән, ни бары ҡырҡ ете баш йылҡынан ете йыл эсендә, ғалимдарҙы аптыратып, алты тапҡыр күберәк артым алыуға өлгәшкән “Урал тауҙарында юғалып ҡалған билдәһеҙ йылҡы көтөүсеһе” Ғәйфулла Моратшиндың яҡты образын тыуҙыра. Ябай көтөүсе, әммә оло йөрәкле граждан һәм үҙ һөнәренең ысын патриоты Ғәйфулланың кисерештәре, һаран ғына бүлешкән хәтирәләре аша власть даирәләренең хаталарын, ауыл хужалығының айырым тармаҡтарындағы етешһеҙлектәрҙе фашлап сыға. Йылҡы­сылыҡты юҡҡа сығарыу иҫәбенә йәнлек­селекте үҫтерергә маташыу, мал аҙығы әҙерләйбеҙ тип ҡайын, йүкә урмандарын юҡҡа сығарыу, үҙҡиммәте һәм файҙаһы буйынса йылҡы итенең башҡаларынан күпкә отошло икәнен аңлатырға тырышыу — яҙыусы күтәргән мәсьәләләрҙең бер өлөшө генә. Әҫәр тәрән фәлсәфәүи күҙәтеүҙәр һәм нигеҙле һығымталар менән тулыландырылған. Башҡорт тоҡомло аттың халыҡтың тормошонда һәм тарихи үҫешендәге хәл иткес әһәмиәте хаҡында ла уйлана автор. “Кешелек тарихы тояҡ эҙҙәре менән дә яҙылған”, — ти ул. Механизация көслө үҫешкән шарттарҙа ла ат көсөнә ҡытлыҡтың булыуын асыҡ дәлилдәр аша күрһәтә, уны аҡыллы файҙалана белергә саҡыра.

“Яңғырап торған ялан” очерк-портреты үрҙәгеһе менән ауаздаш. Бында яҙыусы Әхмәҙи Ҡусмаевтың эшмәкәрлеге өлгө­һөндә Башҡортостанда умартасылыҡтың элекке һәм бөгөнгө хәл-торошон, халыҡ хужалығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тотҡан урынын күрһәтергә тырыша. Ә инде “Таланттың балҡышы” әҫәрендә Ҡаҙаҡ дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Әзербайжан Мәмбәтовтың эшмәкәрлегенә баһа бирелә. Ғөмүмән, яҙыусы публицистикаһында жанр-стиль биҙәктәре арта бара. Был тәжрибә киләсәктә уңышлы шытым биреп, А. Абдул­лин драмаларының стиль үҙенсәлектәрен билдәләй.

“Онотма мине, ҡояш!”тан көс алып

2016 йылда башҡорт телендә сыҡҡан әҫәрҙәр йыйынтығына әҙиптең “Ун өсөнсө председатель”, “Һағыш йылға”, “Яңғыҙы”, “Раббым баҡсаһы” пьесалары, “Онотма мине, ҡояш!”, “Рурҙа оҙон төш”, “Ҡыҙыл ысыҡ”, “Килдебәк” повестары, публицис­тикаһының иң яҡшы өлгөләре, хаттары һәм айырым сығыштары тупланған.

“Онотма мине, ҡояш!” исемле романтик драмаһы (1963) әҙиптең драматургик һәләтен танытҡан тәүге әҫәр булып тора. Яҙылған йылында уҡ театрҙа ҡуйылыу менән, идея йәһәтенән тотороҡһоҙ булыуҙа ғәйепләнеп, партия тарафынан тыйыла. 1967 йылда пьесаның тексы баш ҡалалағы “Театр” журналында баҫылып сыға, тиҫтә йылдар һуҙымында М. Әүәзов исемендәге Ҡаҙағстан дәүләт академия драма театры сәхнәһенән төшмәй, СССР-ҙың күп кенә театрҙарында ҡуйыла. Әҫәр Өфөлә — башҡорт, Мәскәүҙә урыҫ телендә бер нисә ҡат баҫылып сыға, һуңғы вариантта “Яңғыҙы” тип исемләнгән.

Пьеса колхозлашыу хәрәкәте ҡыҙған 30-сы йылдарҙа Көньяҡ Уралға — Башҡортостанға эшкә килгән Мәскәү егете, комсомол-шағир Сергей Чекмаревтың тормошон һәм эшмәкәрлеген сағылдыра.

Синыфым ҡайҙа ҡуя — шунда мин,
Рыяһыҙ бәндә, күндәм мин...
— тип синфи көрәшкә ташланып, был донъя­ла ни бары 23 йыл ғына йәшәгән егеттең биографияһы осор өсөн үтә лә типик, шулай булыуы менән ул иғтибарҙы үҙенә тартып тора.

Әйткәндәй, спектаклдең тыйылыуы әҫәрҙә һүрәтләнгән 1932 йылдың көҙө һәм 1933 йылдың яҙындағы ваҡиғаларҙың утыҙ йыл үткәндән һуңғы тормош ысынбарлығы менән ауаздаш булыуына бәйле. Әҫәрҙә райком етәкселәренең башбаштаҡлығы менән эшселәрҙең ҡаршылығын еңеп, районда һәм совхоз ихатаһынан бөтөн иген, фураж ашлығы һепереп алына, һөҙөмтәлә яҙғыһын төп геройҙы һәләкәткә килтергән бәхетһеҙлеккә юл ҡуйыла. 60-сы йылдарҙа ла, бөтә илдәге кеүек, барлыҡ мөмкинлек­тәрҙе файҙаланып, янау-ҡурҡытыу юлы менән план үтәлешен тәьмин итеү өсөн обком һәм райкомдар етәкселеге тарафынан колхоз-совхоздарҙан икмәк тартып алына һ.б.

Публицистика өлкәһендә шаҡтай тәж­рибә туплаған, бәғзе үҙәк гәзит-журнал­дарҙың авторы һәм штаттан тыш хәбәрсеһе булырға өлгөргән Азат Абдуллин 70-се йылдар аҙағы – 80-се йылдар башында милли драматургияла дилогия тыуҙырыусы­ларҙың береһе булып таныла.

Донъяның ҡырҡлап илендә, илебеҙҙең ун биш тиҫтә самаһы театрында сәхнәләштере­леп, авторға ҙур билдәлелек алып килгән “Ун өсөнсө председатель” әҫәре (1979) үткән быуаттың 70-се йылдарында киң йәмәғәтсе­леккә колхоздар үҫешенә бәйле пробле­маларҙы ғына алып сыҡманы, ә асылда социалистик хеҙмәт ойошторолошоноң серек нигеҙгә ҡоролғанлығын асып һалғайны. Мәскәүҙәге Евгений Вахтангов исемендәге театрҙа был пьеса буйынса ҡуйылған спектакль бик күптәргә, шул иҫәптән ил етәкселегендә булған кешеләргә, аяҙ күктә йәшен атҡандай тәьҫир итә. “Театральная жизнь”, “Литературная газета”, “Комсомольская правда” гәзиттәре, “Театр”, “Дружба народов” журналдары һ.б. баҫмаларҙа аҙаҡ байтаҡ мәҡәләләр, әңгәмәләр донъя күрә. 90-сы йылдарҙағы ҡатмарлы ваҡиғаларҙан һуң да тәнҡит йүнәлешле бындай ҡыйыу әҫәрҙәр көнүҙәклеген юғалтманы, хатта сит илдәрҙә популярлашып китте. Был йәһәттән бер генә характерлы осраҡты телгә алмаҡсымын. 2000 йылдар башында махсус программа буйынса АҠШ-та стажировка үткән БДУ-ның филология факультеты студенттары ҡайһы бер ҡала урамдарында А. Абдуллиндың ошо әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль афишала­рының эленеп тороуы хаҡында әйткәйне. Был әҙиптең оҫталығы һәм таланты, ҡәләменең ҡөҙрәте, ижадының ҡоласы донъя кимәлендә танылыуы хаҡында һөйләй.

“Раббым баҡсаһы” – драматург ижады­ның сираттағы ҡаҙанышы. Уның мәҙәниәт-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа, башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен тағы ла бер ҡат донъяға танытыу­ҙа, ҙур географик киңлектәргә сығарыуҙа өлө­шө ҙур. Пьеса буйынса 2004 йылдың 1 ғин­уарында илебеҙ баш ҡалаһында билдәле режиссер Роман Виктюк ҡуйған спектаклдең премьераһы була. Ошо йылдар эсендә ул Рәсәй, Германия, Израиль, Бельгия, Голландия ҡалалары сәхнәһендә ҙур уңыш менән бара. Бөтә ерҙә лә һоҡланыу һәм рухи күтәренкелек менән ҡабул ителә. Әлегә тиклем бөтә милли республикаларҙа, шул иҫәптән башҡорт дра­матургияһында ла, бындай күренештең бул­ғаны юҡ ине әле, тип әйтергә ныҡлы нигеҙ бар. “Раббым баҡсаһы” спектакле 2013 йыл­дың ҡышында “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Башҡорт­остан халҡына ла күрһәтелде. Бөйөк яҡташыбыҙ, балет сәнғәте йондоҙо Рудольф Нуриевтың тормошон һәм ижад юлын дөйөм­ләштергән үҙенсәлекле әҫәр тамашасы тара­фынан йылы ҡабул ителде, республиканың мәҙәни тормошонда күренекле ваҡиғаға әүе­рел­де. Һөҙөмтәлә Азат Абдуллин башҡорт миллә­тенән булған бөйөк бейеүсегә “һәйкәл ҡойоу”ға өлгәште.

Ижад байрағы — хаҡлыҡ, ҡыйыулыҡ

“Ҡыҙыл ысыҡ” повесында Башҡорт­остандың арҙаҡлы улы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партизан хәрәкәте етәксе­ләренең береһе, Чехословакия Геройы легендар Даян Мурзиндың хәрби батыр­лыҡтары тасуирлана. Ҡатмарлы, ваҡи­ғаларға ифрат бай, йөкмәткеле, шул уҡ ваҡытта данлыҡлы оҙон ғүмер кисергән ҡаһарман образы – бөгөн дә күптәр өсөн өлгө. Был әҫәрҙең йәш быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәте арта ғына бара.

“Килдебәк” повесында иһә автор мөһим һәм үҙенең яратҡан эше менән шөғөлләнгән ябай кешенең көндәлек тормош-эшмәкәрлеген, уның рухи бөйөклөгөн тәрән ихтирам, йылылыҡ менән хикәйәләй. Был образ тыуған илгә йәне-тә­не менән хеҙмәт иткән эскерһеҙ, оло йөрәкле кешеләрҙе кәүҙәләндерә. Үҙ эшенән йәм һәм ҙур мәғәнә тапҡан, уның әһәмиәтен яҡшы тө­шөн­гән, аяғында ныҡлы баҫып торған тап Кил­дебәк кеүек ирҙәр илебеҙ таянысы булып тора.

“Рурҙа оҙон төш” повесында ваҡиғалар Икенсе донъя һуғышынан һуң Германияла бара. Немец рәссамы Альфред Шмидтың тәҡдиме менән Рур күмер бассейны директораты саҡырыуы буйынса унда Башҡортос­тандан яҙыусы килә. Техник Макстың ярҙамсыһы итеп ҡуйылһа ла, асылда шахтер­ҙарҙың тормошон ситтән күҙәтеүсе, өйрәнеүсе генә булып йөрөй. Яҙыусы сағыу эпизодтар аша ике ил, ике мөхиттең айырмалы яҡтарын күрһәтә. Мәҫәлән, малсылыҡта, ҡортсолоҡта хужалыҡ итеү үҙенсәлектәре милли менталитетты һәм психологик һыҙаттарҙы асыуға хеҙмәт итә.
Ғөмүмән, һәр образ — яҙыусының тормош тәжрибәһенең, ижади оҫталығының арта, донъяға ҡарашының киңәйә барыуын асыҡ күрһәткән баҫҡыстар ул.

Азат Абдуллин — замандың иң көнүҙәк проблемаларын, кисектермәй хәл ителергә тейешле мәсьәләләрен алдан күрә белгән яҙыусы. Осорҙоң социаль-сәйәси, әхлаҡи, иҡтисади һәм хоҡуҡи күренештәрен һиҙгер тотоп алыуға һәләтле әҙип. Йәмғиәт һәм ил тормошондағы етешһеҙлектәрҙе ҡыйыу фашлау, төрлө хужалыҡ тармаҡтарында күҙәтелгән етешһеҙлектәр менән тынғыһыҙ көрәш — ижадының төп үҙенсәлектәре. Шул уҡ ваҡытта үткәндәрҙе дөрөҫ тасуирларға, халыҡтың, айырым шәхес­тәрҙең тарихтағы урынын лайыҡлы баһаларға ынтылыш көслө уның әҫәрҙәрендә.

Ваҡытында яҙыусының ижады респуб­ликабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителгәс, әҙип унан арҙаҡлы мәрхүм ҡәләмдәше файҙаһына баш тартып, ысын шәхескә хас рухи бөйөклөк, киң күңеллелек, юғары мәҙәнилек кеүек аҫыл сифаттарға эйәлеген раҫлағайны. Хәҙер уның сираттағы китабы – төрлө йылдарҙа ижад ителгән пьесалар, повестар, публицистика, хаттар һәм сығыштарынан торған ифрат бай йөкмәткеле һайланма әҫәрҙәр йыйынтығы (Өфө: Китап, 2016. 560 бит) йәмәғәтселек тарафынан әлеге юғары исемгә тәҡдим ителде. Салауат тоҡомдарының мәҙәниәтен, сәнғәтен һәм әҙәбиәтен донъяға танытыу юлында фиҙакәр хеҙмәт иткән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин бындай иғтибар һәм хөрмәткә күптән лайыҡ.


Вернуться назад