Өфөлә Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының (СИОФФ) 48-се Бөтә донъя конгресы бара.
Ун көнлөк сара 25 сентябргә тиклем дауам итә. Уның эшендә донъяның 60 иленән СИОФФ Башҡарма комитетының һәм милли секцияларының 200 вәкиле ҡатнаша. Фекер алышыуҙың төп темаһы – фольклор йолаларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү. СИОФФ-тың комитет ағзалары 2020 йылда Фольклориада үткәрелгәндә йәлеп ителәсәк объекттарҙы тикшерә.
Делегация составына СИОФФ-тың мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса вице-президенты, Фольклориада комитеты рәйесе Алехандро Камачо, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары, СИОФФ-тың Рәсәйҙәге яуаплы секретары Андрей Беляев, Фольклориада комитеты ағзалары Кристиан Идальго менән Сюзанна Крамер инде.