Республикала ХХVIII Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерлек бара. Быйыл ул 28–29 сентябрҙә Өфө ҡалаһында, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында үтәсәк.
28 сентябрҙә С.Т. Аксаков исемендәге баҡсала халыҡ байрамы ойошторола, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм халыҡ ижады күргәҙмәләре эшләйәсәк. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында – Аксаков халыҡ йортонда тантаналы кисә уҙғарыла.
С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында күргәҙмә асыла. Өфө ҡалаһындағы 11-се Аксаков мәктәп-гимназияһында һәм Адмирал С. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ һәм йылға флоты университетының Өфө филиалында Аксаков дәрестәре үткәрелә. Пушкин аллеяһында почетлы ҡунаҡтар С.Т. Аксаковтың һәйкәленә сәскә һаласаҡ.
29 сентябрҙә Бәләбәй районында арҙаҡлы шәхестең тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған “Аксаковтар ғаиләһе – Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө” “түңәрәк өҫтәл”ен үткәреү күҙаллана.