Уйлы булып ҡара һәр даим!18.09.2018
Журналистикала тема дөрөҫлө­гөнән, хәҡиҡәтенән китә алмайһың.

Бынан бер быуаттан ашыу элек барлыҡҡа килгән башҡорт һөнәри матбуғаты бөгөн замана менән бергә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Бер ҡараһаң, халыҡ рухи ҡиммәттәргә сарсаған. “Киске Өфө” кеүек тап милли проблемаларыбыҙҙы яҡтыртҡан баҫманың һәр һанын көтөп ала. Шул уҡ ваҡытта баҫма матбуғаттың тиражы кәмей, уҡыусы электрон сығанаҡтарға төбәлгән. Шулай ҙа ошо өҙәрем мәлдә ҡәләм оҫтаһы үҙ һүҙен әйтергә тейеш.
Миләүшә Ҡаһарманова – тап ана шундай күңел түрендә яралған тойғолары, милли ҡиммәттәр һағында торған мәлендә тыуған фекерҙәре менән ҡыйыу уртаҡлашҡан журналист. Уның һәр нәмәгә үҙ ҡарашы. Ҡай саҡ хатта башҡаларҙыҡынан ҡырҡа айырылған булыуы ла ихтимал, әммә әгәр нимәнелер инанып әйтә икән, уны үҙ уйынан кире ҡайтарыуы ла ауыр. Быны мин хатта Бөрйәндән сыҡҡан ижадсыларға ғына хас үҙенсәлек тип әйтер инем. Миләүшә һәр саҡ хәрәкәттә, һәр саҡ уйлы, һәр саҡ битараф түгел. Тап ошо сифат башҡорт матбуғаты башында торған Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге мәртәбәле премияға дәғүә иткән журналист өсөн иң мөһиме, минеңсә. Уның менән әңгәмәне конкурс уңайынан ҡорҙоҡ.

– Башҡорт журналисти­каһының үҙенсәлеге нимәлә?

– Әхлаҡи нормаларҙы тота бе­леүендә, милли идеяларға хыянат итмәүендә, мәҙәниле, толерантлы булып ҡала алыуында. Кемдәрҙер, айырым башҡорт журналистикаһы юҡ ул, тиһә лә, дөйөм журналисти­каны, сит илдекен күҙәтеп барған­да, был айырманы аңғарыу ауыр түгел. Башҡорт журналис­тикаһы­ның үҙенсәлектәрен беҙҙең милли характерыбыҙ, менталите­тыбыҙ тәшкил итә. Үҙебеҙҙең асылыбыҙға хас булмаған һыҙаттарҙы айырым журналистика өсөн генә яһай алмай­быҙ бит инде. Мәҫәлән, ми­ҫал өсөн генә алғанда ла, беҙҙә “һары” пресса юҡ, ундай баҫмала эшләйәсәк кешене табыуы ла икеле. Бөгөн республикабыҙҙың баш­ҡорт матбуғатында хеҙмәт иткән бер генә журналисты ла мин “һары” пресса кимәлендәге бысраҡ, түбән, әҙәпһеҙ яҙмалар авторы итеп күҙ алдына килтерә алмайым.

Башҡорт журналистикаһы – журналист этикаһын һаҡлай, фәлсә­фә­үи тәрәнлек тота, милли үҙаң ме­нән һуғарылған, халыҡ ижады сығанаҡтарына, әхлаҡи норма­ларға, изгелеккә нигеҙләнгән эшмәкәрлек ул.

– Журналист һөнәре ҡатын-ҡыҙ һөнәреме ул асылда?

– Бынан егерме-егерме биш йылдар элекке редакцияларҙа башлыса ир-егеттәр эшләгән. Был хаҡта беҙгә баш мөхәрриребеҙ Гөл­фиә Янбаева ла һөйләп ала. “Бынан утыҙ йылдар әүәле редак­цияларға тәүге ҡатын-ҡыҙ журналистар булып беҙҙең быуын килде”, – ти ул. Тимәк, журналистика ир-егет һөнәре тип иҫәпләнгән. Быны ул заманда юл йөрөү, әрһеҙ, үткер, ҡыйыу булыу, физик көс, сәлә­мәт­лек талап ителеү, ғаилә мәшәҡәт­тәренән азатыраҡ булыу кеүек факторҙар ҙа билдәләгәндер инде. Бөгөн иһә был мәсьәләләрҙең күбе­һе еңел хәл ителә. Әммә барыбер ҙә был һөнәр ҡатын-ҡыҙҙы ғаиләһе­нән, балаларынан күберәк айыра, уның холҡонда ир-егет сифаттарын барлыҡҡа килтерә. Туҡтауһыҙ эҙләнеү, күҙәтеү, ҡыҙыҡһыныу, ашығыу, төрлө шарттарҙа юл йөрөү, көсөргәнеш, артыҡ күп мәғлүмәт һаҡлау, өҙлөкһөҙ рәүештә халыҡ менән аралашыу һәм башҡа һөнәр талап иткән үҙенсәлектәр шәхесте үҫтереүгә булышлыҡ итһә лә, ҡатын-ҡыҙ асылын тәбиғәтенән алыҫлаштыра ғына, минеңсә. Әммә, нисек кенә булғанда ла, бөгөнгө редакцияларҙа башлыса ҡатын-ҡыҙ журналистар эшләй. Был беҙҙең милләт ҡатын-ҡыҙының юлы, минеңсә.

– Ниндәй темаларға яҙыуы ҡыҙыҡлы?

– Теләһә ниндәй теманы ла ҡыҙыҡлы итеп бирергә була. Бер үк мәсьәләгә төрлө күҙлектән ҡа­рарға, төрлө юҫыҡта баһаларға, фәл­сәфәүи мәғәнәләргә һалырға мөмкин. Был беҙҙең фантазиянан тора. Ә, атап әйткәндә, тарихи тема­ларҙы яратам. Эҙләнеүгә, тикшеренеүгә ҡоролғандар йәлеп итә. Архивтарҙа эшләгән, ниндәй­ҙер яңылыҡтар асҡан, үҙҙәренең фекере булған тарихсыларҙы эҙләп кенә йөрөйөм. Улар күберәк булһын ине.

Унан ҡала психология өлкәһе иғтибарымды йәлеп итә. Кешенең башҡарған эшен дә, ҡылған ҡылығын да, әйткән һүҙен дә аңлау өсөн уның күңел торошон өйрәнергә кәрәк тип иҫәпләйем. Был бик ҙур белем ул.

Тағы ла аҡыллы, белемле кешеләр менән диалог ҡороу оҡшай. Уларҙың эшен һанап сығыу йәки мәҙхиә яҙыу түгел, ә төрлө донъяуи һәм рухи төшөнсәләргә ҡарата уйҙарын сисеп, уҡыусыға аңлайышлы итеп еткереү.

Тәрбиәүи роль уйнауға, милли рухты үҫтереүгә, әхлаҡи ҡиммәт­тәрҙе нығытыуға ҡоролған тема­ларҙы яҡтыртыу иһә ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыҡһыҙ баһаһында ла түгел, уларҙы яҙыуҙы журналистик бурысым тип һанайым.

– Журналист ниндәй теманы ҡушалар, шуны тотоп яҙырға бурыслымы?

– Был тәңгәлдә иң беренсе баш мөхәррир хеҙмәткәренең мөм­кинлектәрен һәм һәләтен самалай белергә тейештер. Эйе, уға ҡушырға ла мөмкин. Әммә теманы аса аламы-юҡмы – уныһы икенсе мәсьәлә. Мин эшләгән “Киске Өфө” гәзитендә, мәҫәлән, етәксе бер журналисҡа ла тота килеп теләһә ниндәй теманы яҡтыртырға ҡушмай. Ҡулы аҫтындағы баҫманы уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы итеү өсөн күп көс һалған баш мөхәррирҙәрҙең береһе булараҡ, материалдың сифатлы булыуын талап итә. Ул ниндәй өлкәгә ҡайһы хәбәрсеһен йүнәлтергә кәрәклекте белә, кем ҡаршыһына кемде ултыртырға, кемдән нимә талап итергә икәнлекте аңлай. Журналисының ниндәй темаларҙы яҡшыраҡ тойоуын, уҡыусыға ниндәй юҫыҡта еткерә алырын, хәбәрсеһенең йәшен һәм тормошто ҡабул итеү принциптарын, уның шөғөлдәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын күҙ уңында тота. Әңгәмәләр, интервьюлар алдынан күп осраҡта бергә ултырып һорауҙар төҙөшә, һөйләшәсәк шәхес тураһында мәғлүмәт йыйыша, мәҡәлә яҙыуҙа ла йүнәлеш биреп, уҡып, тикшереп, хаталар өҫтөн­дә эшләтеп, һуңынан шәхси дәрес биреп, кәңәштәрен, теләк­тәрен әйтеп ҡуя. Журналистарға баш мөхәррир тарафынан бындай иғтибар һәм рухи ярҙам, үкенескә ҡаршы, күп редакцияларҙа бөгөн юҡ. Был һәләт тә тәжрибә, күҙәтеү­сәнлек аша киләлер, моғайын.

Ә инде һорауға тура яуап биргәндә, журналист бөтөн темаға ла яҙа алырға бурыслы. Шуның өсөн ул һәр ваҡыт уҡырға, өйрәнергә, күҙәтеүсән булырға, шәхси үҫешен туҡтатмаҫҡа тейеш.

– Баҫма матбуғат бөтмәй тигән ҡараш һиндә ниндәй уйҙар тыуҙыра?

– Мин дә шундай фекерҙә. Ҡағыҙҙан уҡылғандың кешегә ниндәй йоғонто яһағанын беҙ үҙебеҙ ҙә беләбеҙ, уны ентекле итеп психологтар ҙа аңлата, фәнни рәүештә лә дәлилләйҙәр. Миҫал өсөн генә алғанда, ни өсөн бөгөн рекламаны ҡағыҙҙарҙа тараталар? Әллә ниндәй баҫмалар менән почта йәшниктәре тулып китә, урамда, сауҙа үҙәктәрендә мөйөш һайын листовкалар һуҙып торалар. Кәрәкле мәғлүмәтен кеше интернеттан да ҡарай ала бит? Юҡ, ҡағыҙҙа таратыу мотлаҡ, сөнки ул кешегә күпкә көслөрәк тәьҫир итә. Беҙ был хаҡта уйланмайбыҙ ҙа кеүек, ә барыбер мәғлүмәтте ҡабул итәбеҙ. Тимәк, беҙҙең аң ҡағыҙҙа яҙылғанға мохтаж.

Бөгөн матбуғат баҫмалары ауыр ваҡыттар кисерһә лә, улар юғалмаясаҡ. Кеше ерҙә йәшәгән дәүерҙә китап та, гәзит тә, журналдар ҙа үҙ функцияһын үтәүҙән туҡтамаясаҡ. Ә инде уларҙың ниндәйен йәшәтергә һәм ҡайһыһын юйып ташларға икәнде заман һәм уҡыусы үҙе хәл итәсәк.
– Ошо гәзиттән башҡа эш юҡмы икән ул, тигән саҡтарың буламы?

– Гәзит эше минең бөтөн ваҡы­тымды һәм уйҙарымды биләмәй ул. Башҡа шөғөлдәрем дә етерлек. Бүтән эш тә, хеҙмәттәр ҙә бар. Әммә гәзит минең донъямды тултырып торған, әйткем килгәнде әйтер­гә, һөйләгем килгәнде һөйләр­гә, аралашҡым килгән кешеләр ме­нән аралашырға мөмкинлек биргән бер киңлек тә. Бында туҡтауһыҙ интеллектуаль эшмәкәрлек алып барған, киң даирәле, әүҙем, мәҙә­ниәтле, компромислы мөнәсәбәткә өйрәнгән кешеләр эшләй. Улар ара­һында булыу, тығыҙ аралашыу үҙе үк бер тәрбиә мәктәбе була ала.

– Был хеҙмәттең һиңә нимәһе үҙ?

– Ысынында был хеҙмәттең миңә бөтә нәмәһе лә үҙ. Бына яратҡан кешене ни өсөн яратҡа­ныңды белмәйһең һәм хатта ул хаҡта уйланмайһың да бит, мин дә шулай. Уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, хеҙмәт юлымды педагог булып башлаһам да, мәктәп тормошона ылыға алманым. Студент саҡтарҙа уҡ редакцияларҙа эшләп йөрөгәс, күңел шунда тартылып тик торҙо. Ярай әле был хәлемде ваҡытында аңлап ҡалдым һәм йүнәлешемде үҙгәртеп өлгөр­ҙөм. Ошоға тиклем үкенгәнем булманы әле, Аллаға шөкөр. Һө­нәрҙе һайлай белеү, яратҡан эшеңде таба алыу – йәр һайлауға тиң төшөнсәлер ул. Юғиһә йән тартма­ған урынға көн һайын йөрөп ҡара һин! Ә бит ундайҙар ҙа аҙ түгел. Был тәңгәлдә мин бәхетлемендер, тип уйлайым. Яратам эшемде. Ниндәйҙер мәҡәлә яҙыр йәки кемдер менән һөйләшер алдынан мәғлүмәт туплап, фекер төйнәп алыуҙан уҡ бер ләззәт тоя башлайым. Яҙасаҡ темама тәрәнерәк сумырға, аңларға, һөйләшәсәк кешемә ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булырға тырышам. Журналист бит ул һорау алыусы ғына түгел, ә тыңлай белеү һәләтенә лә, психолог нескәлек­тәренә лә эйә булырға тейешле. Йыуата ла, әүрәтә лә, ҡыҙыҡтыра ла, ҡанатландыра ла алһын ул. Нин­дәй­ҙер кимәлдә хатта әңгәмә­сеһен аҡылына, белем даирәһенә, һөйләүенә, интеллектына ғашиҡ итә, арбай алһын. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә көн дә эшләү – бурыс. Мәҫәлән, әңгәмәсең алдында нин­дәй кейемдә ултырыуың да мөһим. Журналист ҡырылған джинс салбарҙа һәм һуҙылған свитерҙа ла була ала, тип уйлағандар яңылыша. Журналистың ҡупшы кейемдә, ҡаралған ҡиәфәттә булып, үҙен интеллигентлы тота белеүе уның да, ул эшләгән баҫманың да дәрәжәһен тота. Был беренсе һынау булһа, икенсеһе инде – һорауҙарҙы дөрөҫ бирә белеүе. Улар – әңгәмәсегә журна­листың аҡыл кимәлен күрһәткән сигналдар. Бирелгән һорауҙарға ҡарап, кеше был журналисҡа асылырғамы-юҡмы икәнлекте хәл итә. Ҡыҫҡаса итеп һүрәтләгәндә – ошолар. Һәм миңә кеше менән аралашыуҙағы бөтөн ошо нескә­лектәр, уларҙы тойоу һәм кисереү оҡшай. Яуап биргәндә, аралаш­ҡанда әңгәмәсем­дең күҙ ҡарашын да, ниндәй урындарҙа пауза алыуын, ҡул хәрәкәттәрен, мимикаларын күҙәтеүсәнмен. Былар ҙа уның хаҡында күп нәмә һөйләй ала. Аҙаҡ инде материал яҙғанда бөтөн шул күҙәтеүҙәреңдән бер образ булдыра­һың. Был үҙенә күрә шундай хисле-ижади, фәнни-тикше­ренеү, психо-педагогик хеҙмәт ул.

– Журналистикала кумирҙа­рың бармы?

– Яҙмаларҙа иң беренсе фекер һәм фәлсәфә эҙләйем. Шунһыҙ минең өсөн мәҡәлә мәҡәлә түгел. Башҡорт журналистикаһында иң башта Гөлсимә Ризуанованы, Гөл­фиә Янбаеваны, Нияз Сәлимовты уҡыным, унан Таһир Ишкининдың яҙғандарын эҙләп табып ала торҙом. Әхмәр Үтәбайҙың һәр төрлө мәҡәләләре лә күңелемә ята. Мөнир Ҡунафиндың йөкмәт­келе, һутлы материалдары һағындырып булһа ла сығып тора. Фәүзиә Мөхәмәтшинаның ҙур булмаған нигеҙле һәм үткер аналитикаһын оҡшатам. Урыҫ телендә яҙғандарҙан Айҙар Хөсәйенов, Фәрит Әхмәҙиев, Зөһрә Бураҡаева, Артур Иҙелбаевтарҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Владимир Познерҙы тыңлайым, журналист, алып барыусы, аналитик, шәхес булараҡ хөрмәт итәм. Уларҙың һөйләү, бәйән итеү, мәғлүмәтте ниндәй формаларҙа биреү, төрлө лирик сигенеүҙәр, көтөлмәгән боролоштар яһап ҡағыҙға төшөрөү стилдәрен өйрәнәм, фәһем алам.

– Әҙәбиәт һәм журналистика – икеһе ике донъя. Һинеңсә, төп айырма нимәлә?

– Әҙәбиәттә һин – ирекле ҡош. Унда геройҙың да, сюжеттың да хужаһыһың. Теләгеңә, хатта кәйефеңә ҡарап яҙа алаһың. Ә журналистикала тема дөрөҫлө­гөнән, хәҡиҡәтенән китә алмайһың һәм тейеш тә түгелһең. Журналистик яҙма, ниндәй генә фәлсәфәгә ҡоролһа ла, аныҡ бурыстарҙы үтәй.

Әҙәби әҫәр менән публицистика стиле айырыла, һәм шуны тоя, аңлай, тота белмәгән яҙыусыға ла, журналисҡа ла көнләшерлек түгел. Ғүмер буйы матбуғатта хеҙмәт иткән, аңы менән тотошлай ошо стилгә инеп киткән яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә лә ошо мәғлүмәт бирергә тырышыу, аңлатыу, тәфсирләү алымдары ярылып ята. Был ғәйеп итеү түгел, әммә әҫәрен уҡымлы итеүҙе бурыс итеп ҡуйған, күңелдәргә үтеп инергә теләгән яҙыусы был нескәлек өҫтөндә эшләргә бурыслы.

Башҡорт журналистикаһының тағы ла бер үҙенсәлеге: редакция­ларыбыҙҙа күбеһенсә яҙыусылар, шағирҙар эшләй. Уларҙың был һәләте материалдарҙы күпкә уҡымлы һәм һутлы итә.

– Бөгөн журналистиканың төп маҡсаты ниҙә?

– Бөгөнгө ысын журналистың төп маҡсаты уҡыусыны мәғлүмәтле итеү генә түгел, ә уның тормошҡа, донъяға булған өмөтөн йәшәтеүгә, өҙмәүгә лә ҡайтып ҡала. Ҡайһы ваҡыт сенсация яһайбыҙ, уҡыусы­ның күңеленә үтеп инәбеҙ тип, үтә түбән төшөп йәки бөтөн ҡаралыҡты аҡтарып һалып күрһәтеп ташлай­ҙар. Бигерәк тә кеше яҙмыштарын бөтөн боролоштары менән һүрәт­ләү, кире социаль күренештәрҙе, көнкүреш мөнәсәбәттәрен тәфсир­ләп яҙыу модаға әйләнде. Ярай, күрһәттеләр ҙә ти – артабан нимә? Бармы унда журналистың үҙенең фекере? Бармы аналитика? Уҡыусы быларҙы уҡып, йөрәге әрнене лә бөттөмө ни? Әгәр шулай ғына булһа, был бит бары уны өмөтһөҙлөккә этәреү генә. Журналист ниндәй ваҡиғала ла уҡыусыны ыңғайға көйләй, уның киләсәккә, кешеләргә ышанысын нығыта белһен ине. Мәҡәләң менән кемдеңдер күңел күген ҡаралап, болотлатып ҡуйыуҙан ни файҙа? Йәки геройыңды йәлләтеүҙән, бысраҡты төртөп күрһәтеүҙән? Ниндәйҙер кире күренеште яҙған­һың икән, уны хәл итеү юлдарын да асыҡлап бир, һис юғы кәңәш ит. Эҙлә, фекерлә, уҡыусыны дөрөҫ йүнәлешкә әйҙә.

– Халыҡ матбуғатҡа ышанмай тигәндә лә, ышандырырға буламы?

– Матбуғат халыҡ өсөн берҙән-бер мәғлүмәт сараһы булһа, ул ышаныр ине. Тик бөгөн мәғлүмәт алыу өсөн башҡа сығанаҡтар ҙа етерлек. Иң беренсе сиратта интернет тора. Ниндәйҙер яңылыҡты белеү өсөн кеше гәзит уҡымай. Үке­нескә ҡаршы, башҡорт матбуға­ты үткән заманда булған хәл-ваҡиғаларҙы һөйләүгә ҡоролған булып ҡалды. “Шунда шундай сара үтте” тигән йөкмәткеле мәҡәләләр уҡыусыла бер ниндәй ҙә реакция тыуҙыра алмай, сөнки гәзит-журналдар килеп еткәнсе ул был яңылыҡты инде башҡа урындарҙан ишеткән, уҡыған, ҡараған. Инде нимәгә ышандыра ала һуң мат­буғат? Минеңсә, бөгөн матбуғаттың йөкмәткеһен үҙгәртергә кәрәк. Халыҡҡа ҡыҙыҡлыраҡ, кәрәклерәк булған нәмәләр яҙырға. Иҫкермәй, баһаһын юғалтмай торған темаларҙы күберәк яҡтыртырға. Нисек кенә булғанда ла, беҙҙең матбуғат милли рухты алға һөрөргә бурыслы. Был хатта уның иң тәүге бурысылыр әле. Матбуғаттан патриотизм аңҡып тормай икән, халыҡ уға ышанмай ҙа. Гәзиттәребеҙҙе тап шул артыҡ рәсмиләштереү һәм күңелһеҙ ҡоро отчеттар дәфтәренә әйләндереүҙән дә халыҡты биҙрәтеп бөттөк түгелме? Ә кешене ышандырырға була ул. Уның зауығына, теләгенә, ихтыяждарына тура килгән матбуғат ҡына булһын.


Вернуться назад