Юғары премияға талантлы шағир Салауат Әбүзәрҙең тәҡдим ителеүе айырыуса һөйөнөслө. Уның һүҙ сәнғәтендәге ҡаҙаныштары, бигерәк тә “Ғәмәл дәфтәре” тигән китабына тупланған әҫәрҙәре авторҙы шиғриәтебеҙҙең күренекле ижадсылары рәтенә ҡуя.
Был тәңгәлдә үҙ ваҡытында остазыбыҙ Мостай Кәрим матбуғатта үҙ һүҙен әйткәйне инде. Башҡортостан яҙыусыларының съездарында, башҡа йыйылыштарҙа ла уңыштарҙы барлағанда шағирҙың өлгө булырлыҡ шиғри юлдары һәр саҡ ҡыуанып телгә алынды.
Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙары, поэмалары йәмәғәтселектә әленән-әле күтәрмәләнә килде. Әҙәбиәт белгестәре, һүҙ оҫталары, шулай уҡ киң ҡатлам уҡыусылар тарафынан байтаҡ ҡына мәҡәләләр яҙылды, уй-фекерҙәр еткерелде. Барыһы ла уны талапсан талант тип баһаланы.
Рухыбыҙ йәдкәрҙәре булырлыҡ хазиналарҙы биргән Рәми Ғариповтар, Рәшит Назаровтар юлын оҫталыҡ һәм заманға ауаздашлыҡ менән дауам иткән бөгөнгөләр сафында күрәбеҙ шағирҙы.
Үҙебеҙҙә генә түгел, күрше өлкәләрҙә, бигерәк тә Татарстанда шағирҙы бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең таяныстарының береһе тип беләләр. Мәҫәлән, ижадының үҙенсәлекле, тос йөкмәткеле асылы хаҡында, традицияларҙы новаторҙарса дауам итеүе тураһында халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин үҙ мәҡәләһендә төплө, дәлилле итеп яҙып сыҡты. Уның бына тигән драматург икәнен дә Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстандың меңәрләгән тамашасыһы яҡшы белә.
Проза өлкәһендә лә ҡәләменең үткерлеген, мәҫәлән, “Ҡиәмәт” тигән йән тетрәткес бер хикәйәһе өлгөһөндә генә лә иҫбатлап була.
Ихлас йәмәғәтсе лә ул. Уны дәүләт премияһына тәҡдим иткән Яҙыусылар союзы (был — бик мөһим) тормошонда — төрлө сараларҙа, ижади сәфәрҙәрҙә шағирҙы йыш күрәбеҙ.
Ә инде тиҫтәләгән йылдар буйы “Башҡортостан” гәзите, “Ағиҙел” журналы редакцияларында эшләп, ҡәләмдәштәренең әҫәрҙәрен донъяға сығарышып, әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур көс һала килеүе лә иғтибарға, ихтирамға лайыҡ.
Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы бергә Салауат Әбүзәрҙе шағир һәм шәхес итеп бер бөтөнлөктә күтәрә. Әлдә бар әле шундай уҙамандар, әлдә һүрелмәй донъябыҙҙа бындай фиҙакәрлектәр тип шатланырлыҡ та шул. Бар бит шундай заттар — үҙ бурысын бер ниндәй дәғүәһеҙ, тыйнаҡ рәүештә һәм мәртәбәле итеп атҡара улар тигәндә иң элек Салауат Әбүзәр иҫкә төшә. Әҙәбиәттең бәҫен тап бына шундайҙар бейеклектә тота.
Быларға өҫтәп, фекерҙе тағы бер юҫыҡта нығытып, халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың Салауат Әбүзәргә арналған мәҡәләһендәге ошо һүҙҙәрҙе килтереп үтеү ҙә урынлы булыр, моғайын: “Ижадтың баһаһын һис кенә лә китаптар һаны, әҫәрҙәрҙең күләме билдәләмәй. Һан сифатҡа әйләнә тигән диалектика ҡануны ижад донъяһы өсөн һис кенә лә ҡәтғи закон түгел. Берәүҙәр аҙ әйтеп тә халыҡ хәтерендә ҡала, икенселәрҙең күп яҙғандары ла тиҙ онотола”.
Ысынлап та, быны Шәйехзада Бабичтың йәки беҙҙең осорҙан Рәйес Түләктең берәр йыйынтыҡты тәшкил иткән мираҫтары ла бик фәһемле төҫтә дәлилләй. Аҡмулланы әйтеп тә тормайым, улайға китһә, башҡа халыҡтар әҙәбиәттәренән дә әллә ҡайҙарға барып етергә мөмкин.
Ә Салауат Әбүзәрҙең аҡбуҙаты яңынан-яңы үрҙәрҙе яулар. Халҡыбыҙ, дәүләтебеҙ фатихаһы дәрт-дарман өҫтәһен уға.