Элек-электән башҡорт ир-егеттәре тыуған ерен, илен ҡурсалаусы ҡалҡан булған. Бының өсөн бар яҡтан да камиллыҡ — көс-ҡеүәт, сәм, ҡыйыулыҡ талап ителгән. Шулай уҡ ыласындай ир-аттың йөрәгендә дәрт, илһам, өмөт осҡоно балҡып, уларҙы бөйөк эштәргә, ҡаһарманлыҡҡа әйҙәп торған...
Нефтекама ҡалаһы хакимиәте, урындағы башҡорт ҡоролтайы, “Урал” милли үҙәге тарафынан ойошторолған “Кама бөркөтө” бәйгеһе ана шундай ир-арыҫландарҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарылды. Унда ҡатнашҡан ете егет тәүҙә үҙҙәре, ата-әсәһе, тыуған яғы, шәжәрәһе менән таныштырҙы. Яратҡан шөғөлө, киләсәккә уй-ниәттәре, маҡсаттары хаҡында һөйләне. Бында уларҙың һөйләү ҡеүәһе, тапҡыр һүҙлелеге лә иҫәпкә алынды. Артабан бәйгеселәр үҙҙәренең спортсы, арҡан үрә белеүсе, йырсы, ҡурайсы, гармунсы, атты оҫта ҡороҡлаусы икәнлеген танытты.
Ярыш барған Нефтекама дәүләт филармонияһы залында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Тамашасылар һәр батырға дәррәү алҡышлап дәрт бирә. Артистарҙың сығышы ла бәйгегә сағыулыҡ, йәм өҫтәне. Айырыуса республикабыҙ кимәлендә билдәле “Түңгәүер” (етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юнир Ноғоманов) бейеү ансамбленең, урындағы “Ягуар” (Фәһим Низамов) казак һаҡсыларының сығышы, Раян Алтыншин, Илнур Мөфтәхов, Илгиз Миңләхмәтов, Иршат Ҡарасурин башҡарған йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Бәйге тамам. Баһалама рәйесе Азат Үтәкәев еңеүселәрҙе атай. Гран-при Нефтекама башҡорт гимназияһының ХI класс уҡыусыһы Рубен Миңләхмәтовҡа тапшырылды. Беренсе урынды Тимур Хәнипов, икенсене — Хәтип Ғәлиев менән Марсель Нурмөхәмәтов, өсөнсөнө Алмас Хәкимйәнов, Илдар Мөхәмәтйәнов, Альберт Ғиззәтуллин алды.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың филармония фойеһында ҡуйылған нәҫел шәжәрәһе, ғаилә ҡомартҡылары күргәҙмәһе һәр кемдең иғтибарын үҙенә тартты.
— Егеттәр ярышҡа ныҡлы әҙерләнгән. Ғөмүмән, улар тормошҡа етди ҡарауы, киләсәген аныҡ күҙаллауы менән айырылып тора, — тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Шамил Хәлитов.
Бәйгене ойоштороуға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зилә Аҙнабаева күп көс һалған, үҙе үк сараны алып барҙы.
— Батырлыҡты, көс һәм матурлыҡты бер нисек тә инҡар итеп булмай. Был күркәм сифаттарҙың барыһын да һаҡларға, тулыландырырға кәрәк. Егеттәребеҙгә һәр саҡ камил булып ҡалыу өсөн даими эшләргә, айырыуса спорт менән шөғөлләнеү бик тә мөһим.
Марат МОРАТОВ
Нефтекама ҡалаһы.