“Халыҡтан алам — халыҡҡа бирәм”14.09.2018
Йәнғәле Вахитовтың яҙмышы хаҡында уйланыуҙар

Ул бөйөк кеше булды. Үҙ ваҡытында республика, Рәсәй генә түгел, донъя сәхнәләрен дә шаулатты. Бөгөн үҙен һирәк иҫкә алһалар ҙа, уның уҡыусылары бейеү сәнғәте өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, ә ул ижад иткән бейеүҙәр әле һаман халыҡ араһында ғына түгел, ҙур сәхнәләрҙә лә тамашасы һөйөүен яулаған. Һүҙем – БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсән, ҡурайсы, талантлы бейеүсе Йәнғәле Арыҫлан улы Вахитов хаҡында.

Оҫта биргән дәрес

Ул ғаиләбеҙҙең, айырыуса олата­йымдың яҡын дуҫы ине. Моңға мәңге ғашиҡ был икәүҙең үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәте бик яҡшы аңлашыла. Ни өсөн тигәндә, олатайым күп музыка ҡорал­дарының телен сискән оҫта булды: ҡумыҙ (уны үҙе эшләп алыр ине), мандолина, гитара, баян, скрипка... Тормошондағы тәүге скрипкаһын малай килеш, һуғыш ваҡытында үҙе әтмәләгән, “ҡылдарын ат ялынан тарттырҙым” тип һөйләгәне хәтерҙә.

Әсәйем мәктәптә китапханасы булып эшләгән осорҙа “Моң” исемле музыкаль проекты менән республика бәйгеһендә ҡатнашты. Миңә өс йәштәр тирәһе ине, әммә шығырым тулы мәҙәниәт йортон да, проект сценарийын да асыҡ иҫләйем. Ер йөҙөнән моң тулыһынса юҡҡа сыҡҡан да, уның урынына тик заманса даңғыр-доңғор килгән музыка ғына тороп ҡалған, имеш. Һәм ысын, илаһи моң эйәләренең һәләте, тырышлығы, тылсымы менән ул кире ҡайта... Сарала олатайым Салауат Хәкимов, Йәнғәле Вахитовтан тыш, күренекле йырсы, яҡташыбыҙ Ғилман Сәфәрғәлин дә ҡатнашты.

Был сара уңайынан Йәнғәле Вахитов күп кенә яңы бейеүҙәр ижад итте. Шул иҫәптән миңә лә. “Томбойоҡ” тип атала ине ул. Бейергә мине ул өйрәтте.

– Бейе. Ташлама, һәләтең бар. Йүгер, йөрәгең ныҡ булыр, – тине ул.

Күп тә үтмәй, был донъяларҙан китеп тә барҙы. Урта белем алып сыҡҡас, бейеүҙе ташланым мин. Хәҙер үкенәмме? Әлбиттә. Башҡорт бейеүҙәрен, бигерәк тә бейеүен генә түгел, көйөн дә Йәнғәле Вахитов ижад иткән “Бөрйән ҡыҙҙары”н тыныс күңел менән ҡарай алмайым. Башҡа ваҡытта илай һалып бармаһам да, бындай мәлдәрҙә күҙҙән йәштәр атылырға ғына тора.

Буласаҡ бейеүсе 1932 йылдың 15 октябрендә Мәләүез районының Сыртлан ауылында тыуһа ла, уның бала сағы Бөрйәндең Яңы Мөсәт, Ырғыҙлы, Иҫке Собханғол, Байназар ауылдарында үтә, сөнки ғаиләһе менән тауҙар иленә күсеп киләләр. Бәләкәй саҡтан уҡ урман эшен белеп үҫә ул: ағас ҡырҡа, һал бәйләй. Аҙаҡ ижадында сағылыш тапҡан тирә-йүнгә һөйөү, уға һаҡсыл ҡараш тап ошонан башланғыс алғандыр ҙа әле. Тәбиғәттең телен, һәр хәрәкәтен яҡшы белеүе уны бейеү телен һәм хәрәкәттәрен өйрәнеүгә алып килә. “Урмандағы һәр үләндең, һәр ағастың, һәр таштың теле бар. Уларҙы аңларға һәм улар менән һөйләшергә кәрәк” – был һүҙҙәр тәбиғәттең һәр һулышын тойоп йәшәгән кешенеке.

Урманда бейергә өйрәнгән

1951 йыл. Мәскәүҙә уҙасаҡ Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһына әҙерлек башлана. Башҡортостан райондары буйлап яңы һәләттәр эҙләйҙәр. Бөрйән районы буйынса бейеүселәр бәйгеһенең еңеүсеһе итеп ун туғыҙ йәшлек Йәнғәле Вахитов таныла. Уның сығышы билдәле балетмейстер Фәйзи Ғәскәровтың үҙен хайран итә. Фәйзи Әҙһәм улының “Быларҙың барыһына ла ҡайҙан өйрәндең?” тигән һорауына еңеүсе: “Урман эшендә саҡта ҡырҡылған ағас төпһәләренә баҫып бейей торғас”, – тип яуаплай. Ғәскәров Йәнғәлегә саҡырыу көтөргә ҡушып, Өфөгә ҡайта. Әммә тиҙҙән саҡырыу урынына егеткә әрмегә повестка килеп төшә... Район үҙәге Иҫке Собханғолда урынлашҡан военкоматҡа барғанда Йәнғәле йәнә Фәйзи Ғәскәровты осрата. Баҡтиһәң, Өфөгә саҡырыу күптән килгән була, әммә егеттең үҙенең ҡулына барып эләкмәй.

Вахитовтың әрмегә китеп барыуын белеп ҡалып, балетмейстер был һорауҙы тиҙ генә райком аша хәл итә лә Йәнғәлене гастролдәргә саҡыра. Оҙаҡ һәм яуаплы юлға ҡапыл ғына сығырға ҡыймай егет һәм Ғәскәровтың кәңәше буйынса Башҡорт дәүләт филармонияһындағы бейеү студияһына уҡырға инеп, уны ике йылдан тамамлап та сыға. Ошолай башлана ла инде бөйөк бейеүсе, хореографтың ижад юлы.

1955 йыл, Мәскәү. Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһы. БАССР-ҙың Юғары Совет Президиумы Йәнғәле Вахитовты беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләй. Ансамблдең декадалағы иҫ киткес сығышынан һуң уларға Ер шарының төрлө урындарынан саҡырыуҙар яуа башлай. Вьетнам – Корея – Монголия – Непал – Индия – Япония... Бөтә илдәрҙә лә уларҙы хөкүмәт башлыҡтары шәхсән ҡаршы ала.

1957 йылда Венала үткән Бөтә донъя йәштәр фестивалендә Йәнғәле Вахи­товтың лауреат исеменә лайыҡ булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
1951 – 1960 һәм 1964 – 1967 йылдарҙа ул — Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы һәм музыканты. Эйе, музыканты. Вахитов, бейеүҙән тыш, тағы ла моңға мәңге ғашиҡ ысын башҡорт булараҡ, ҡурайҙа ла бик оҫта уйнай.

Филармонияла эшләгән осорҙа ул күп бейеүҙәр ижад итеп сәхнәгә сығара: “Ҡара тауыҡ”, “Кейәү”, “Куба бейеүе”, “Мари бейеүе”, “Ыласын”, “Почтальон”... Алда әйтелгәнсә, Йәнғәле Вахитов — “Бөрйән егеттәре” йырының көй авторы ла. Шағир Самат Ғәбиҙуллиндың хәтирәләренән:
“1960 йыл. Йәнғәле Вахитов беҙгә, БДУ-ла көн-төн илһамланып ижад иткән “Шоңҡар” гәзите ағзаларына, йәш шағирҙарға, яңы көйгә һүҙҙәр яҙыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Беҙ иләҫ-миләҫ булып йөрөгәнсе, бер төн эсендә арабыҙҙа иң шуғы Уран Кинйәбулатов иҫ киткес һүҙҙәр яҙып та бирҙе. Бына ул ниндәй, тынғыһыҙ ижад кешеһе! Күпме изге эштәр ҡылды ул! Ә республикабыҙҙа, юғары постарҙа уның хеҙмәтен юғары баһалағандар бармы икән?! Юҡ шул! Хатта “Бөрйән егеттәре”нең йыры, бейеүе менән сығыш яһағанда ла автор хаҡында өндәшмәйҙәр. Халыҡтың ысын һәләт эйәләрен һанға һуҡмау, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең әсе һәм күптәнге “йолабыҙ” шул”.

“Йәнғәле Вахитов кеүек башҡорт бейеүҙәрен ижад иткән һәм бейегән бүтән оҫталар юҡ. Йылғыр хәрәкәттәр, матур дробтар, мимика – барыһы ла Йәнғәлесә, былар бөтәһе лә башҡорт бейеүенең ҡабатланмаҫ һыҙаттары... Мин уны ынйы таратыусылар менән сағыштырам. Эйе, уның ынйылары шундай гүзәл, саф, ҡояш нурына йымылдап бар донъяны яҡтылыҡҡа күмә, яҡшы-яманды төшөндөрә, кешелекте изгелеккә, матурлыҡҡа, камиллыҡҡа өндәй...” – тип яҙа Иршат Теләүембәтов та.

Даһилыҡтың сере – ябайлыҡта

Студент сағымда Йәнғәле Вәхитовҡа арналған рефератыма “Йәнғәле Вахитов – башҡорт бейеүе шағиры” тип исем биргәйнем. Йылдар үткәс, танылған журналист Флүрә Солтанованың бейеүсегә арналған “Бейеү шағиры” исемле мәҡәләһен тап итеп ғәжәпләндем. Тимәк, Вахитов бер минең күңелемдә генә тап шағир булараҡ һынланмаған икән. Ҡәләм әһеле нисек шиғырҙарын илһамына сорнап яҙа, ул да шулай бейеүҙәрен тормоштағы төрлө күренештәрҙән, хис-тойғонан, халҡына, иленә булған һөйөүенән сығып ижад итә...

Билдәле яҙыусы, журналист, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға ла Йәнғәле Вахитов менән күрешеп һөйләшеү бәхете тейә. Әңгә­мәләренең һөҙөмтәһе булып, 1998 йылда “Даһилыҡтың сере – ябайлыҡта, йәки бөйөк бейеүсенең бөгөн хәле нисек?” исемле мәҡәләһе донъя күрә.

— Ул ваҡытта “Йәшлек” гәзитендә эшләй инем, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша хәҙер Мөнир Сәхиулла улы. – Гәзит уҡыусыларҙы йәлеп итеү өсөн күберәк сенсация тыуҙырырлыҡ мәҡәләләр баҫтыра торғайныҡ. Йәнғәле Вахитов район үҙәгендә йәшәй ине. Өй эсендә ҙур мейес, һикенән башҡа әллә нәмә күҙгә салынмай. Ағай үҙе шул хәтлем ябай, уның менән һөйләшеүе үҙе бер кинәнес булды. Ерҙән түгел, күктән атлап йөрөгәндәр затынан ине Йәнғәле Вахитов та.

Эйе, ул, ҙур сәхнәне ташлап, аҙаҡ үҙенең районында йәшәй. “Һандуғаслы Бөрйәнемде һағындым”, – тип аңлата ул быны.

“Ул беҙгә йыш килеп йөрөнө, беҙҙә бер аҙ йәшәп тә китте”, – тип иҫкә ала әсәй. Бәләкәй булһам да, мин дә иҫләйем ул саҡтарҙы. Эшһеҙ ултырыуҙы ене һөймәҫ ине, йорт-ҡура тирәһендә гел генә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ағайымды ҡурайҙа уйнарға, мине бейергә өйрәтте. “Атайың уның менән әңгәмәләшергә яратты. Йәнғәле ағай бөтә нәмәне кинәйәләп һөйләүе менән үҙенә арбай ине. Тәүҙә тыңлаһаң, төптө бушты һөйләй төҫлө, әммә бер аҙҙан һүҙҙәренең тәрән мәғәнәһенә төшөнәһең дә хайран ҡалаһың”. Әсәйҙең был һүҙҙәренән һуң ирекһеҙҙән тағы Мөнир Ҡунафиндың мәҡәләһе иҫкә төшә. Хушлашҡанда уға Йәнғәле Вахитов: “Сәсемде бөҙрәләтмә, мин һиңә Пушкин түгел. Уларҙы һарыға буяма. Үҙеңде һаҡла, Өфөләгеләргә сәләм әйт”, – ти. Быларҙы тыңлап ултырған башҡалар “Әйттек бит, арыһа һаташа ул”, – тигәнерәк һүҙ ысҡындыра. Мөнир Ҡунафин ғына өндәшмәй, сөнки ул был кинәйәгә күптән төшөнә: “Минең хаҡта яҙғанда артыҡ маҡтама, күккә күтәрмә – мин һиңә Пушкин түгел. Сәсемде һарыға буяма – мин урыҫтарға түгел, үҙ халҡыма хеҙмәт иттем. Ышанмаһаң, өфөләрҙән һора...”

Һандуғаслы Бөрйәнендә Йәнғәле Вахитов ауылдан ауылға йөрөп оҫталыҡ дәрестәре бирә. Бейергә теләгәндәр күп, уларҙың араһында – йәше лә, ҡарты ла: биш йәштән алып илле йәшкә тиклем.

1991 йылда ҡурайсы, фольклорсы, тележурналист Юлай Ғәйнетдинов “Хазина” тапшырыуының сираттағы сығарылышын Йәнғәле Вахитовҡа арнай. “Халыҡтың йыйылма хәрәкәттәрен күҙ алдына килтереп, төрлөләп кире үҙенә бүләк итәм. Халыҡтан алам – халыҡҡа бирәм”, – ти әңгәмә ваҡытында бейеүсе.

— Йәнғәле Вахитов ябай түгел, тәрән фекерле философ, донъяға тик үҙенсә генә ҡараған кеше ине, – тип уның менән осрашыуҙан, аралашыуҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште Юлай Ишбулды улы. – Яҙмышы ҡатмарлы булды уның, талантына көнләшеүселәр ҙә юҡ түгел ине. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә ракета, метеор һымаҡ килеп инде ул. Бейеүҙәре — үҙе бер тарих. Күп бейеүселәр тап Йәнғәле Вахитов арҡаһында танылыу яуланы. Хәҙер ҡайҙа ғына эшләмәһендәр, ниндәй генә бейек үрҙәр яуламаһындар – уларҙы тап Йәнғәле ағай аша танып беләләр. Был шәхескә тик бер генә баһа – исем-шәрифе.

Тарихҡа ҡалған байлыҡ

Бөгөн Йәнғәле Вахитов һалған бейеүҙәрҙең теүәл һанын әйтеүе ҡыйын. Классик өлгөләрҙе тәшкил иткән “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Перовский”, “Һалдат бейеүе”, “Ҡара тауыҡ”, “Байыҡ” һәм башҡаларҙан тыш, оҫтаның әле беҙ белмәгән әллә күпме бейеүе тарих сөңгөлөндә эҙһеҙ юғалған. Вахитовтың бер ҡатлылығы, ябайлығы, изгелеге менән артыҡ файҙаланып, унан бейеү һалдыртып алып, үҙенеке иткәндәр ҙә аҙ булмаған заманында...

...Мәктәп йылдарында йәйге каникул мәлендә Шүлгәнташ янындағы “Морат туғайы” туристик базаһындағы кафе­ларҙың береһендә эшләп киткәйнем. Тамаҡ ялғарға ингән Сибай филармонияһы артистары араһында берәү ялан буйлап теҙелеп киткән һанһыҙ кафе-ашханаларға, ҡунаҡхана-мунсаларға, бүрәнәнән бурал­ған өйҙәргә ҡарап торҙо ла уйсан ғына әйтеп ҡуйҙы:

— Ҡара әле, ҡайһылай күп нәмә төҙөгәндәр. Ысын ҡала бит был. Ә ҡасандыр ошо туғайҙа, билдән үҫкән үләнде сабып, бер Йәнғәле ағай ғына йөрөй торғайны...

Өфөнән ҡайтҡас, Йәнғәле Вахитов “Шүлгәнташ” ҡурсаулығына ҡарауылсы булып эшкә инә. Мәмерйә күрергә тип килгән туристарҙы бер таҡтаға ғына баҫып сәғәт буйы бейей алыу һәләте менән таң ҡалдыра ул. Сығышы менән Байназар ауылынан булған танылған артист Муллайән Сөйәрғолов хәтерләүенсә, Йәнғәле Вахитов әле йәш сағында, ҡыуғын мәлендә ағып барған һалға баҫып, ҡурайҙа ла уйнай, тыпырлатып бейей ҙә...

Ул йыш ҡына тап тәбиғәт ҡосағында килеш күҙ алдыма баҫа. Бейек ҡая башы, сал сәстәрен ел туҙғыта, һәр ваҡыттағыса моң, һағыш, ғәм һыйған күҙҙәре алыҫтарҙағы уйһыуҙарға текәлгән. Ирендәре һиҙелер-һиҙелмәҫ шыбырлай, тәбиғәттең үҙе менән һөйләшәлер, күңелендә сираттағы бейеү хәрәкәттәре, шиғыр, көй яралалыр. Алыҫтан ул ҡарт ғорур бөркөткә оҡшағандай – тормош һынауҙары ҡаҡҡылап-һуҡҡылаған, әммә олпатлығы, мөһабәтлеге бер ҙә кәмемәгән. Оҫтаның икенсе, үлемһеҙ ғүмере лә һаман сәхнәләрҙән төшмәгән бейеүҙәрендә, “Бөрйән егеттәре”нең көйөндә, уны яҡын күргән кешеләр хәтерендә әле булһа дауам итә.


Вернуться назад