Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәле яҙыусы, «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупованы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
«Мин — бар донъяла танылған бөйөк башҡорт әҙәбиәтенең бер ҡәләме, тиңһеҙ Урал батыр эпосын ижад иткән халыҡтың әҙибәһе. Әҫәрҙәремдең уҡыусыларымдың һөйөүен яулауына мин бик бәхетлемен. Ә инде халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һалып, әҙәбиәткә шундай иғтибар белдергәне өсөн хөкүмәтебеҙгә, шәхсән һеҙгә, Рөстәм Зәки улы, бик рәхмәтлемен. Киләсәктә лә ҡәләмем тирбәлгәндә башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итергә вәғәҙә итәм», — тине яҙыусы.
Гөлнур Яҡупова – билдәле прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Ярты быуаттан ашыулыҡ хеҙмәт, ижади эшмәкәрлеген башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә бағышланы, милли әҙәбиәтебеҙҙе сағыу әҫәрҙәр менән байытты.
Уның шиғырҙары, хикәйәләре, повестары, «Ҡатындар» трилогияһы әҙәбиәт тәнҡитселәренең юғары баһаһын алды һәм республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә китап уҡыусылар араһында популярлыҡ яуланы. Трилогия бер нисә тапҡыр республикала иң уҡымлы китап тип танылды. Яҙыусы балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Уҡыусылар, студенттар менән йыш осраша. Тыуған Ғафури районында 17 йыл рәттән үҙ аҡсаһына уҡыусылар араһында «Өмөтлө ҡәләм» ижади конкурсын уҙғара.