Ысын әҙәбиәт өлгөһө12.09.2018
Республика­быҙҙың әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә бирелә торған С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кандидаттар араһында яратҡан яҙыусым Мәүлит ағай Ямалетдиндың исемен күреп, ҡыуанып ултырам. Олпат әҙибебеҙ, ҙур талант эйәһе Мәүлит ағай Ямалетдиндың ижады үтә лә лайыҡ республи­кабыҙҙың был олуғ бүләгенә.

Уның ижады — хайран халыҡсан ижад. Яҙыусы, шағир, тәр­жемәсе Мәү­лит Ямалет­дин­дың ижады менән танышҡас, ошондай баһаны би­рергә була.
Робағиҙа­рын уҡыһаң, мең йыл элек ижад иткән Ғүмәр Хәйәм күҙ алдына килә. Ҡо­ба­йыр­ҙарын, гүйә, мәшһүр Ҡобағош, Ба­йыҡ сәсәндәр әйтә төҫлө. Шағир М. Ямалетдин ҡәлә­ме аша Аҡ­мул­лалар, Зәйнулла ишандар беҙгә өндәшкәндәй.

Проза әҫәрҙәрен уҡыһаң ( “Ҡуласа”, “Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым” әҫәрҙәре), Ҡобағош сәсәндәр, Муса Мортазиндар менән бергә ил азатлығын яҡлап яу сапҡандай булаһың. Шунан нисек әйтмәйһең инде шағир һәм прозаик М. Ямалетдинды ижады менән быуаттарҙы тоташтырыусы әҙип тип!
Әҙиптең бөтөн әҫәрҙәре лә уҡыусыларҙа илһөйәрлек, тарихыбыҙға ихтирам, халыҡ батырҙарына, ил улдарына һөйөү, иман тәрбиәләүгә хеҙмәт итә. Әҫәрҙәре хайран матур, күтәргән проблемалары бик актуаль.

Яҙыусының теле бик һутлы һәм халыҡсан. М. Ямалетдин – күп яҡлы талант эйәһе ул. Һис икеләнмәйенсә уны әҙәбиәтебеҙҙә уникаль күренеш тиергә була. Үҙе шағир, яҙыусы, тәржемәсе, сәсән, ҡурайсы, ҡурайсыларҙың остазы, педагог, йыраусы, фольклорсы, тарихсы, журналист – был һөнәрҙәрҙең барыһының да оҫтаһы ул. Байтаҡ башлап яҙыусы әҙиптәргә остаз, ҡанат ҡуйыусы ла — Мәүлит Ямалетдин.

Бөтөн ижады Ватанға һөйөү, кешеләрҙә иман тәрбиәләүгә хеҙмәт итә. Иншаллаһ! Олуғ әҙибебеҙҙең Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булыуын күрергә насип итһен!


Вернуться назад