Арымаһын илһам толпары12.09.2018
Ысын таланттар әҙәбиәткә өлгөргән ижадсы булып килә

1959 йылдың йәйендә Ғафури райо­ны ерҙәрендә йөрөгәндә иң ныҡ иҫемдә ҡалған урындарҙың береһе Уҡлыҡая булды. Әнүр Вахитовтың был тарихи урын тураһында һөйләгәндәрен тыңлап, әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы уйлап, хыялдарға бирелеп, ҡая өҫтөндә оҙаҡ ултырғайныҡ. Мин был яҡтарҙы бер генә тапҡыр күрһәм дә, әле лә онота алмайым. Ә ошондай йәмле ерҙәрҙә, тарихи ҡомартҡылар һаҡланған төбәктә тыуып үҫкән кешеләр ниндәй бәхетле!

Башҡортостандың талантлы шағиры Салауат Әбүзәр нәҡ бына шундай яҙмышлы шәхестәрҙән.

“Йыһан емеше” исемле китабына “Авторҙан” тигән бәләкәй генә инеш һүҙен шағир ошолай башлағайны: “Оҙон толомло башҡорт ҡыҙҙарылай, сулпыларын сылтыратып, Еҙем йылғаһы йүгерә. Тирә-яғында нәфис нағыштар сигелгән йәшел балаҫ йәйрәй. Гүзәллеккә хайран ҡалып, ҡамсат бүркен болоттарға терәп, бәһлеүән Уҡлыҡая ҡалҡҡан. Ошо булыр минең тыуған төйәгем – Ғафури районының Ташаҫты ауылы”.

Ошондай йәмле ерҙәрҙе беренсе ҡабат күргән кешеләр, матурлыҡҡа һоҡланып, “Бындай яҡтарҙа тыуып та, шиғыр яҙмауың мөмкин түгел!” тиҙәр. Уларҙың хайран ҡалып әйткәндәрен аңларға мөмкин, ләкин ул һүҙҙәр менән ризалашыуы ҡыйын. Тәбиғәттең йәмле ерендә тыуыуың, бер күреүҙә үҙенә ғашиҡ итерлек бындай хозур донъяларҙа йәшәүең үҙе бәхет, әлбиттә. Ләкин шағир буласаҡ кеше ҡайҙа ғына донъяға килһә лә, шағир булып тыуа. Ижад һәләте уға тыумыштан бирелә, кешенең яҙмышына әйләнә. Йәннәттәй ерҙәрҙә генә түгел, көйөп бөткән сүлдәрҙә лә айырым кешеләргә илһам килгән, борон-борондан бөйөк шиғриәттәр сәскә атҡан бит. Тимәк, ижад – тылсымлы сифат, бик һирәк шәхестәрҙең булмышына, рухына, тотош яҙмышына ғүмерлеккә һалынған илаһи тамға.

Әле мин шиғырҙарын яңынан кинәнеп уҡып ултырған Салауат Әбүзәр бына шундай илаһи тамғалы шәхестәрҙән. Уның яҙмышына бирелгән шиғри һәләте Башҡорт дәүләт университетында уҡып йөрөгән студент саҡтарында уҡ асылды. Матбуғатта сыҡҡан тәүге шиғырҙары менән үк ул бик күптәрҙең хәтерендә ҡалды, хәҙерге башҡорт шиғриәтенең ҡыуаныслы күренешенә әйләнде.

Салауат Әбүзәр һымаҡ шағирҙар тураһында һөйләгәндә: “Беҙ уның өйрәнсек сағын, башлап яҙыусы булғанын күрмәй ҙә ҡалдыҡ”, – тип йыш әйтәләр. Һәм дөрөҫ әйтәләр. Ысын таланттар әҙәбиәткә, ғәҙәттә, өлгөргән ижадсы булып килеп инә. Быға миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин. Бөйөк Шәйехзада Бабичты хәтерләйек. 1912 йылда ул үҙенең тәүге шиғырҙарын туплап, йыйынтыҡ әҙерләгән, уға “Әйтеп уҙайым” тигән баш һүҙ яҙған. Был тупланманың шунда уҡ донъя күрә алмауы, бәлки, яҡшыға ғына булғандыр, сөнки был баҫма әҙәбиәт донъяһында ваҡиғаға әйләнә алмаҫ ине. 1915 – 1916 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары менән 20 йәшлек Бабич матбуғатты ла, сәхнәне лә шаулатты, ижад донъяһына үҫештең яңы кимәлен билдәләгән сағыу талант булып килеп инде. Шиғриәт күгендә һәр саҡ дөрләп яныр йондоҙ булып тоҡанды.

Йәки Рәшит Назаровтың ижади яҙмышын байҡайыҡ. Башҡорт әҙәбиәтендә матбуғатта бик йәшләй тәүге күренеүе менән үк уҡыусыларҙы шул тиклем тетрәткән, тарихи ваҡиғаға әйләнгән башҡа бер шағир булдымы икән? Ләкин бындай таланттар тәүге тәжрибәләренән үк шундай аҫыл әҫәрҙәр тыуҙырған, тип уйларға ярамай. Рәшит Назаровтың яҙғандары томдарға йыйылып баҫылып сыҡҡас, улар араһында өйрәнсек юлдарҙы ла күреп, күңелем бер ни тиклем һүрелеп тә ҡуйғайны. Бындай тойғоларҙы, бәлки, башҡалар ҙа кисергәндер. Нимә генә тиһәң дә, Рәшит Назаров тигән даһи шағир уҙған быуаттың алтмышынсы йылдарында беҙҙе ун һигеҙ йәшендә үк ҡойоп ҡуйған талантлы шиғырҙары менән тетрәндергәйне бит.

Таланттар үҙҙәренә юғары талаптар ҡуйыусан. Салауат Әбүзәр ҙә шиғри оҫталыҡҡа өлгәшеү өсөн аҙ хеҙмәт түкмәгәндер. Ләкин тәжрибәләр ҡулъяҙмаларҙа ҡала, ә һүҙ ҡәҙерен белгән ижадсы үҙе тейешле сифатта тип һанаған әҫәрҙәре менән генә уҡыусыларға күренә башлай. Салауат Әбүзәр бына шундай шағирҙарҙан. Таланттың талапсанлығы уның ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәүенән башҡа мөмкин түгелдер. Яуаплылыҡ тойоп ижад итеү иһә Салауатҡа ҡабаланырға ирек бирмәй. Шағир бәғзе берәүҙәр һымаҡ өтәләнмәй. Янып барған саҡтарында ла әйтер фекерен ҡат-ҡат уйлап, һүҙҙәрҙе бик ҡәҙерләп, үлсәп әйтә.

Салауат Әбүзәр әҫәрҙәре тураһын­да төрлө сығыштарымда, докладтарымда, мәҡәлә-күҙәтеүҙәремдә ҡыҫҡа­са ғына юғары баһа биреп үткәндәрем булһа ла, уның ижады хаҡында ентекләберәк һүҙ әйтергә теләүем, ниһайәт, бына тормошҡа аша.

Аллаға шөкөр, өмөттәребеҙҙе ша­ғир аҡланы, шиғриәтебеҙҙә хөрмәтле урын алырлыҡ әҫәрҙәр ижад итте.

Салауат Әбүзәрҙең ижад донъяһы киңәйгәндән-киңәйә, уның яңы һәләттәре асыла бара. Һуңғы йылдарҙа драматургияла ырамлы эшләй, пьесалары буйынса спектаклдәр төрлө театрҙарҙа – Өфөлә, Ҡазанда, Ырымбурҙа һ.б. уңыш менән бара. Ишетеп белеүемсә, проза ла яҙа икән, хатта күптән инде роман тамамлаған. Бындай хәбәрҙәр ерле юҡтан ғына тыумай. Тимәк, Салауат Әбүзәрҙең ижад потенциалы ныҡлы, ышаныслы.
Салауат Әбүзәр бик тыйнаҡ кеше. Үҙ хоҡуҡтарын иҫбатлап, әллә нимәләр дәғүәләшеп, бәхәсләшеп йөрөй торғандарҙан түгел. Уның шундай холоҡ-фиғеле хаҡында хатта көләмәстәр ҙә йөрөй. Бер заман ауылда сағында Салауат телеграмма ала: уны тыуған көнө менән Мостай Кәрим үҙе ҡотлаған! Әйтергә кәрәк, Мостай ағай әҙәбиәтебеҙгә килеүсе йәштәргә һәр саҡ иғтибарлы булды, һәләтлеләрҙе бик тиҙ күрер, баһалай белер ине. Салауат, әлбиттә, был телеграммаға ышанмай, егеттәрҙең ҡайһыһы шаяртты икән, тип уйлай. Аҙаҡ күрешкәндә Мостай ағай һорап ҡуя: “Мин тыуған көнөң менән ҡотлап телеграмма һуҡҡайным, алдыңмы, Салауат?” Ә ул нимә әйтергә белмәй аптырап ҡала: “Юҡ, алманым, ағай, почта беҙҙә насар эшләй”, – тип әйтә. Аҙаҡ Мостай Кәримгә барыһын да аңлата, әлбиттә. Салауаттың әлеге баҫалҡылығы арҡаһында ысын булған был хәл шулай мәрәкә көләмәскә әйләнә.

Ысынында иһә Мостай ағай ауылда уҡытып йөрөгән Салауатты 30 йәше менән ҡотлаған, уға “ҙур талантыңды һаҡла!” тигән икән.
Шәйехзада Бабич премияһына тәҡдим ителгәс, Мостай ағай Салауат Әбүзәр хаҡында матбуғатта бик матур һүҙҙәр яҙҙы. Ул саҡта мин дә Салауатты яҡлап йөрөгәйнем дә, барып сыҡманы.

Салауат Әбүзәр ижады халыҡтың ҡатмарлы яҙмышынан айырылғыһыҙ. Шағир илдең шатлыҡтары һәм ғазаптары менән йәшәй. Шуға ла уның тормошонда кинәнес мәлдәренә ҡарағанда күңелдең болоҡһоған саҡтары, ҡатмарлы һорауҙарға яуап эҙләп, үҙенә урын таба алмаған көндәре күберәктер. “Һындырып бәрҙем ҡәләмде – бәхетем һәм бәләмде” тигән һүҙҙәрҙе яҙыр өсөн бик ауыр кисерештәрҙе үтергә кәрәк. Шағир юлында ауырлыҡтар ҙа, бәләләр ҙә етерлек. Ләкин ҡулыңда илһамлы ҡәләмдең булыуы — ижадсы өсөн иң ҙур бәхет. Салауат Әбүзәр өлөшөнә ошондай оло бәхет төшкән, ошондай бәхетле саҡтарҙа яҙылған әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙы ҡыуандырыусы шағир ул.

Салауат Әбүзәрҙең “Ғәмәл дәфтәре” тигән китабында “Ир ҡанаты” исемле поэма:
“Ат биреп тор әле, ағай...” –
Мохтажлыҡ ине атҡа.
Күпме тапҡыр мин ат һорап
Йөрөнөм бала саҡта, –
тигән юлдар менән башлана.

Башҡорттоң ир-егеттәре ғүмере буйы атлы азамат булды. Шуға ла “Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы” тип йырлағандар, ир-ат тигән ҡушма һүҙҙе халҡыбыҙҙың тормошо үҙе тыуҙырған. Совет илендә ауыл кешеләрен көсләп аттан айырҙылар. Был яман фарманды, был ғәҙелһеҙлекте беҙҙең милләт айырыуса ауыр кисерҙе. Салауат был фажиғәләрҙе бәләкәстән йөрәге аша үткәреп үҫте. Уның һыҙланыуҙары, йылдар уҙғас, “Ир ҡанаты” исемле поэмаға әйләнде.

2015 йылда мин башҡорт фольклорында төрлө әҫәрҙәрҙә ижад ителгән бихисап шиғри строфаларҙың байтағын бергә туплап, “Атлы азамат” тигән китап сығарғайным. Нисәмә йылдар буйы күңелемдә йөрөгән хыялымды, ниһайәт, тормошҡа ашырып, бик шатланғайным.

Бына әле шағирҙың ижад донъяһын байҡайым да уның һәр ваҡыт эйәрҙә, юлда, хәрәкәттә, үҫештә булыуына ихлас ҡыуандым. Минең күҙ алдыма Салауат Әбүзәр һайлаған юлынан тайпылмаҫ, оло маҡсатына һәр саҡ тоғро ҡалыр атлы азамат булып килеп баҫа. Бер ниндәй көстәр ҙә был азаматты атынан айыра алмаҫ, сөнки уның аты ҡанатлы, яҙмыш уға илһам толпарын бүләк иткән. Әйҙә һыбайлы шағир был ҡанатлы толпарында илһамланып яңы бейеклектәргә артылһын, ижади уңыштарға ирешеп, үҙе лә ҡыуанһын, халҡыбыҙҙы ла һоҡландырһын.


Вернуться назад