"Азамат" хайран иткән11.09.2018
Мәскәүҙең "Космос " концерт залында "Роснефть" йондоҙҙар ҡабыҙа" тигән фестиваль үтте. Мәртәбәле сарала Башҡортостан егете Илшат Сибәғәтуллин башҡорт халыҡ йыры "Азамат"ты башҡарып, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.

– Конкурсҡа аҙашым, ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Ишморатов менән барҙыҡ, – ти Илшат.

Әйкәндәй, Илшат “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында оператор булып эшләй. Эстрада йырҙары менән йәнәш ул башҡорт халыҡ йырҙарын да илһамланып башҡара. Уны Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә сығыш яһарға йыш саҡыралар. Мәскәү, Санкт-Петербург, Украина, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Латвия, Эстония, Төркиә һәм башҡа ил тамашасылары егеттең бәрхәт тауышына хайран ҡала.

Йырсыны тиҙҙән Ҡаҙағстанда үтәсәк халыҡ-ара конкурсҡа ла саҡырғандар.


Вернуться назад