Тағы бер бүләк07.09.2018
Яҙыусылар, артистар... Тәүгеләренең яҙғандарын һоҡланып уҡыһаҡ, икенселәренең сәхнәлә уйнағанын, йырлағанын әҫәрләнеп тыңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта күңелдә уларҙың бала сағындағы фиғелен, кем булырға теләүен, тормошта ниндәйерәк кеше икәнлеген белеү теләге тыуа.

Тап шуға ла билдәле шәхес­тәрҙең иҫтәлектәрен халыҡтың яратып уҡыуы, улар менән бәйле ваҡиғаларҙы бирелеп тыңлауы сер түгел. Билдәле йәш яҙыусы, “Ҡалдырма, әсәй!” тигән тәүге повесы менән башҡорт ҡына түгел, урыҫ, ҡаҙаҡ, татар, сыуаш һәм башҡа милләт вәкилдәренең дә берҙәй һөйөүен яулаған Айгиз Баймө­хәмәтов менән дә шулай. Уның менән ижади осрашыуҙарҙа йыш бергә булырға тура килгәнлектән, уҡыусыларҙың әҫәрҙәрендәге геройҙар, хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуы, төрлө һорауҙар биреүе лә шуға дәлил.

Ошо көндәрҙә автор әҙәбиәт һөйөүселәргә сираттағы бүләген әҙерләне – “Ҡыҙыҡ был тормош...” тигән яңы китабы донъя күрҙе. Баҫмаға яҙыусы менән булған ҡыҙыҡлы, фәһемле хәл-ваҡиғалар ингән, замандаштары, ҡәләмдәштәре хаҡында мәҙәктәр тупланған.

Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, исеме үк уҡырға йәлеп итеп тора. Мәҫәлән, “Ун өс йәштә орден таҡтым!” тигән хикәйәлә автор балалар йортонда тәрбиәләнгән ваҡытта бихисап миҙал, ордендар табып алыуы хаҡында бәйән итә. Баҡтиһәң, уғрылар, ауыл музейына төшөп, ундағы хазиналарҙы сәлдереп, бәғзеләрен урамда ташлап китә. Улар араһында Сермән ауылында тыуып үҫкән шөһрәтле композитор Заһир Исмәғилевтең наградалары ла була. Ярай әле урландыҡ әйберҙәрҙе ғәҙел, аҡыллы балалар табып алып, уларҙы музей етәксеһенә тапшыра.

Йәнә бер ваҡиғаға үҙемә шаһит булырға тура килде. Бөрйән районында булды был хәл. Район үҙәгендәге китапханалағы осрашыуҙа бер ханым һөйләне. “Иртәгә яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу була” тигән иғланды уҡығас, башланғыс класта уҡыған улым иҫе китеп, “Әсәй, тере яҙыусылар буламы ни?” – тип һораны, тине ул.

“Малайҙың былай тип һорауына һис аптырарлыҡ түгел”, – ти автор үҙенең “Тере яҙыусы буламы?” тигән хикәйәһендә. “Үҙем дә мәктәптә уҡығанда шул уҡ фекерҙә инем, сөнки әҙәбиәт дәресендә гелән үлгән яҙыусыларҙың ижадын өйрәндек. Әҙәбиәттән имтихан биргәндә лә тәү сиратта яҙыусының тыуған һәм үлгән йылын һорай торғайнылар. Әле лә арабыҙҙа бынамын тигән әҙиптәр бар. Әҫәрҙәрен хет бөгөндән мәктәп программаһына индер... Ижадсыға тейешле иғтибар күрһәтеү өсөн мотлаҡ үлгәнен көтөү кәрәкмәйҙер”.

Бынан тыш, “Бирелмәгән һорау”, “Күрше булалманыҡ”, “Һинең өсөн генә” , “Ҡыуаныс” тигән уймаҡ хикәйәләрендә үҙе менән булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы уҡымлы тел менән һүрәтләй. Һәр бер мәҙәктең, хикәйәнең нигеҙендә тормоштағы ысынбарлыҡ ята. Уларҙы уҡығас, йылмайып ҡуяһың, уйланаһың, һығымта яһайһың.

Китапта шулай уҡ яҙыусының ата-әсәһенең, туғандарының, дуҫтарының фотолары, билдәле шәхестәр менән әңгәмәләшкән саҡта төшкән һүрәттәр бирелгән.


Вернуться назад