Ҡырымда — “Аллалар менән һөйләшеү”07.09.2018
Билдәле шағир-сатирик Марсель Сәлимдең Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһы Симферополдә “Аллалар менән һөйләшеү” исемле китабы донъя күрҙе.

Ул “Өлөш” нәшриәтендә Ҡырым Яҙыусылар союзы рәйесе, нәшриәт директоры, “Таврида” заманса нәфис тәржемә үҙәге етәксеһе Валерий Басыровтың етәкселегендә төҙөлгән.

Марсель Сәлим китабын үткән йылда вафат булған дуҫы, билдәле рус яҙыусыһы һәм тәржемәсе Иван Тертычныйҙың рухына бағышлаған. Әҙиптең йыйынтыҡҡа ингән шиғырҙарын башҡорт теленән Иван Тертычный һәм Николай Переяслов тәржемә иткән.

Йыйынтыҡтың тышлығын Хәлил Әхтәмов төшөргән “Олимпта сатирик” тигән дуҫтарса шарж биҙәй.


Вернуться назад