Йәм, ғәм биреп ауылға07.09.2018
“Бер туған булып бөткәнбеҙ”

Яңыраҡ бер туйҙа һыу юлы башлауға тамаша ҡылырға насип булды. Ағиҙел ярында кейәү менән кәләште, ҡунаҡтарҙы сәскәләр, төҫлө таҫмалар менән биҙәлгән әүеҫлек янында күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу милли кейемдәге бер төркөм ағинәй йыр, таҡмаҡ менән ҡаршы алды. Артабан улар яңы ғаилә ҡорған йәштәргә нәсихәттәр, кәңәштәр яуҙырҙы, килен яурынына яулыҡтар һалды, йылғанан биҙрәләргә һыу тулғанда изге теләктәр яңғыратты.

Бөрйән районының Байназар ауылындағы “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбле, шулай итеп, халҡыбыҙҙың милли йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү өҫтөндә ентекле эш алып бара. Бынан тыш, ул район, республика кимәлендәге төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, уларҙың буш ваҡытын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеп үткәрә.

— Ансамбль 1986 йылда барлыҡҡа килгән. Әлбиттә, бөгөнгә тиклем унда ҡатнашыусылар һаны арта килде. Һуңғы биш йыл эсендә ҙур ғына үҙгәрештәр, алға китеш булды, яңылыҡтар индерелде. Бар эшмәкәрлек үҙ инициативабыҙ менән башҡарылып килә, кейемдәрҙе лә үҙебеҙ тектерәбеҙ. Үҙ сценарисыбыҙ бар – Фәнүзә Ишбаева, башҡорт халыҡ йолаларына таянып, беҙгә сығыш яһау өсөн сценарий яҙып ҡына ҡалмай, үҙе лә һәр сараның уртаһында ҡайнай. 65 йәшлек булыуына ҡарамаҫтан, өҙә баҫып бейеп тә ебәрә. Халҡыбыҙҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙгәндә, уның хеҙмәт емеше ҙур – сығыштарыбыҙ өсөн йыр, таҡмаҡ һүҙҙәрен ижад итә, – ти ансамбль етәксеһе, Байназар ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Тәғзимә Сәғитова.

2015 йылда “Ҡурыуҙы”ға “халыҡ фольклор ансамбле” тигән абруйлы исем бирелә. Ансамблдең ҡаҙаныштары байтаҡ: Учалы районында “Етегән йондоҙ” фольклор бәйгеһендә еңеү яулайҙар, быйыл “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһенең икенсе турына үтәләр. Йәғни ансамбль ағзалары төрлө яҡтан килгән: йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә.

Бының менән генә сикләнмәй уларҙың һәләте. Мәҙәни сараларҙа сығыш яһамай торған көндәрҙә барыһы ла, “Өй йылыһы” ҡыҙыҡһыныусылар клубына йыйылып, ҡул эштәренә тотона. Таңһылыу Нурғәлина бисер менән оҫта сигә, Нәйлә Мәсәғүтованың түшелдеректәре иҫ киткес, Әлфирә Сөләймәнова ҡорама ҡорай, уларҙан хатта тулы бер панно тегеп ҡуя.

— Һирәк осраған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе мөмкин тиклем күберәк табып, халыҡҡа сығарырға тырышабыҙ, – ти Тәғзимә Сәғитова, – шулар араһынан, мәҫәлән, тапалмаған “Тары урыу” йолаһы. Һуғыш йылдарындағы аслыҡ ваҡытында ауыл халҡы тары сәсә. Күберәк ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған колхоз эшселәренә эш хаҡын да бер услыҡ тары ярмаһы менән бирәләр. Быларҙың барыһын да сәхнәләштереп, тамашасыға тәҡдим иттек, Стәрлетамаҡта үткән “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамында ошо тамаша менән сығыш яһаныҡ.

“Эй урабыҙ урабыҙҙы,
Аҙым һайын бер көлтә.
Уңғандарҙың ҡулдарында
Ураҡтары “йылт” итә”.
Был йола күренешендә ошолай тип йырланһа, шулай уҡ үҙенсәлеклелеге менән иғтибарҙы үҙенә тартҡан “Бал инселәү” йолаһында:
“Самауыр сәйе тәмле була,
Эсһәң йүкә бал менән.
Эшең яйлы, ашың татлы
Әхирәттәрең менән”,
— тиелә.
“Өлөш ашы” йолаһы ҡаҙҙы өлөшләп, һәр өлөшөн төрлө кешегә айырым теләктәр әйтеп бүлеп бирелеүе менән ҡыҙыҡлы. Муйыны – ҡатынға (ир – баш, ҡатын – муйын), ҡанаты – өйҙән тиҙҙән осоп сығып китәсәк ҡыҙ балаға, бото ерҙә ныҡлы баҫып торһон өсөн ир балаға инселәнә.

Башҡорт халыҡ йолаларында, ғөрөф-ғәҙәттәрендә борон-борондан мәжүсилек һыҙаттары күҙәтелеп килә. “Таң һыуына” барыу йолаһында ла бар был күренеш. Һыуҙы рөхсәт менән генә алыу, уны маҡтау, тәңкә, таҫма һалыу был йоланың төп шарттары булып тора.

Ошоларҙың барыһын да сағылдыра сығыштарында “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбле. Уларҙың киң эшмәкәрлеге сәхнәлә генә сикләнеп ҡалмай, бар ауылға йәм, ғәм тарата. “Бер туғандар булып бөткәнбеҙ”, — ти улар үҙҙәре хаҡында.






Вернуться назад