Һөйөнсө! Яҙыусы, педагог һәм журналист Мәрйәм Бураҡаеваның мемуар-эссе жанрында яҙылған “Арғымаҡ” тигән китабы яңынан баҫылып сыҡты.
Быға хәтлем нәшер ителгәндәрен халыҡ тиҙ арала таратып алып бөткәйне. Ете бүлектән торған китапта автор аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл һәм ҡот — ете изге төшөнсә тураһында бәйән итә. Ошо хеҙмәтендә тормошсан миҫалдар арҡылы тормош һабаҡтарын бирә. Рухи үҫеш, йәмғиәттә дөрөҫ мөнәсәбәттәр ҡороу, телгә һөйөү – бына шундай төшөнсәләр яҡтыртыла китапта.
Мәрйәм Бураҡаева – билдәле белгестәр Синельников, Карнеги, Луиза Хэй рәтендә торған башҡорт психологы ул.