“Бабич” фестивалдә ҡатнаша06.09.2018
Төркиәлә 25-се Altin Koza (Golden Boll) халыҡ-ара кинофестивале уҙғарыла. Ул 24 сентябрҙә Адана ҡалаһында эшен башлай. Республикабыҙ кинематографы режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” нәфис фильмы менән ҡатнашасаҡ. Картина менән сценарий авторҙашы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева таныштырасаҡ.

Мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа арналған тарихи фильм республика Башлығы грантына төшөрөлдө. “Бабич” республикала һәм унан ситтә прокатты уңышлы үтте, күп кенә Рәсәй кинофестивалдәрендә ҡатнашты.

Байтаҡ йылдар дауамында Golden Boll кинофестивале халыҡ-ара платформа булды. Ул Урта диңгеҙ төбәктәренән, Рәсәйҙән һәм Европанан фильмдарҙы, киноиндустрияның төрлө ҡатламдарынан кино оҫталарын ҡабул итте. Быйылғы сара бөтә донъянан 700-гә яҡын кинематографисты ҡабул итергә әҙерләнә.


Вернуться назад