Ауылды уңғандар биҙәй05.09.2018
Ауырғазыла өлгөлө ғаиләләр тәбрикләнде
Талбазы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттарға бай, унда районыбыҙҙың абруйлы шәхестәренең тормошо, халыҡтың үткәне сағылдырылған. Эшсән, мәҙәниәтле, яңы идеялар менән янған коллектив тупланған бында. Етәксе Саимә Ғариф ҡыҙы Әминеваның тырышлығы, булдыҡлылығы арҡаһында былтыр 900 мең һумлыҡ Президент Грантын алыуға өлгәште улар.
Музейҙа күптән түгел “Ғаилә фестивале” тип аталған сара үтте. Унда тормош һынауҙарын лайыҡлы үткән, тәрбиәле балалар үҫтергән өлгөлө парҙар саҡырылғайны.
Үтәймулла районында иң ҙур башҡорт ауылдарынан һанала. Ошонда тыуып үҫкән, бер партала белем алған, һуңынан мөхәббәтле ғаилә ҡороп, 67 йыл бергә йәшәгән Зөлфиә менән Нәжип Әсәҙуллиндар сараның иң хөрмәтле ҡунаҡтары булды. Улар ете балаға ғүмер биргән, әлеге көндә 20 ейән-бүләһе ҡыуанысын күреп, улы менән килене иғтибарында матур ғүмер итәләр.
– Дуҫлығыбыҙҙы ауыр тормош нығытты, – тип хәтирәләргә бирелде Зөлфиә инәй. – Аслыҡ осоронда аҫрау ҡыҙ булып хәлле кешеләрҙә йәшәнем. Мәктәптә уҡығанда, йәшереп кенә Нәжипкә икмәк киҫәге алып килә инем.
Әрме сафына киткәндә Зөлфиәм бүләк иткән ҡулъяулыҡты әле лә һаҡлайым. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хеҙмәт итеү икеләтә ауыр булды. Төнгө һаҡта торғанда, һөйгәнемде уйлап, яҡты хыялдарға торғайным. Аллаға шөкөр, теләктәрем ҡабул булды, – тип иҫкә алды йәшлек йылдарын Нәжип олатай.
Ата-әсәһен ҡотларға шағирә Әлфиә Әсәҙуллина ла килгәйне. Ул ҡәҙерлеләре алдында баш эйеп, сәскә гөлләмәһе бүләк итте, шиғырҙарын уҡыны.
Солтанморат – төҙөк, матур ауыл. Унда тырыш, уңған ғаиләләр йәшәй. Шуларҙың береһе – Римма менән Ғайса Рәхмәтуллиндар. Улар – бик итәғәтле, ярҙамсыл, дүрт бала ҡарап үҫтергән ғаилә. Ул-ҡыҙҙарының һәммәһе лә хәҙер үҙаллы донъя ҡорған.
Тәртипле, хөрмәтле был ғаилә бөтә ауылға, айырыуса йәштәргә өлгө. Шундайҙар күберәк булған һайын төбәк тә йәшәрә, матурлана. Рәхмәт һеҙгә! – тине оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, әле хакимиәт башлығы булып эшләгән Лена Мөхәмәтйәрова.
Финә менән Ринат Зөбәйеровтарҙың күркәм ғаилә ҡороусы – 45 йыл. Ғүмер буйы район киләсәген ҡайғыртып йәшәгән, арыу-талыуҙы белмәй хеҙмәт иткән өлгөлө пар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ринаттың атаһы Ғәлинур олатай Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса данлы юл үтеп, ике тапҡыр “Ҡыҙыл Йондоҙ” орденына лайыҡ була, Мәскәүҙә 1945 йылда Еңеү парадында ҡатнаша. Музейҙа уға арналған стенд эшләнгән.
Усман ауылынан саҡырылған тағы ла бер ғаилә – Бикәнәсовтар. Ғаилә башлығы Урал Шәрифйән улы ауыл хужалығы тармағында 40 йылға яҡын инженер-механик булып эшләй. Ҡатыны Минира Венер ҡыҙы оҙаҡ йылдар балаларға химия, биология серҙәрен өйрәтә. Өлкән улдары Айгиз контракт буйынса хәрби хеҙмәттә, өс бала атаһы. Уңыштары өсөн “Хәрби хеҙмәт отличнигы” миҙалы, Үҙәк хәрби округының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Ҡыҙҙары Айгүзәл – Мәскәү нескә химик технология университеты магистры, кесе улдары Булат мәктәп уҡыусыһы.
Ауырғазы – күп милләтле район. Халыҡтар дуҫлығы, бер-береңдең теленә хөрмәт менән ҡарау мөхите булдырылған бында. Атмасовтар ғаиләһе лә шундайҙарҙан. Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Светлана Николаевна башҡорт телен яҡшы белә. Улай ғына ла түгел, милләтебеҙҙән сыҡҡан данлыҡлы шәхестәрҙең тормош юлын өйрәнеп, уҡыу йортонда, районда тәрбиәүи саралар уҙғара. Тыуған ауылы Төрөмбәтте донъяға танытҡан Рәшит Назаровтың иҫтәлегенә арнап үткәрелгән төбәк “Назаров уҡыуҙары”н ойоштороусы ла ул булды.
Атайым да, әсәйем дә башҡортса таҙа һөйләште, беҙҙе лә өйрәттеләр. Шуға туған телемдә лә, урыҫса, башҡортса ла яҡшы аралашам, – ти ул. Ҡыҙҙарын ҡул эштәренә өйрәтеп, йәнле күргәҙмә ойошторған Атмасовтар. Ғаиләһен етеш йәшәтеү өсөн көсөн йәлләмәй уңған ғаилә башлығы Сергей Демьянович.
Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Риф Вәлиев, ҡунаҡтарҙы ҡотлап:
Бер кемдең дә Ғаилә тормошо шыма, еңел генә бармай. Ауырлыҡ донъя көткәндә генә түгел, күңел, хис-тойғо торошонда ла осрай. Шул мәлдәрҙе бергә еңеп үткәрә белеү кәрәк, – тине.
Эйе, бәхет гел генә йылмаймай шул. Туғыҙ балаһын яңғыҙ тәрбиәләгән Альбина Мәжитова, мәҫәлән, яңыраҡ ҡына ирен юғалтҡан. Йәш әсә ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәй. Уға береһенән-береһе бәләкәй балаларҙы үҫтереү еңелдән булмаҫ, миһырбанлы кешеләр үҙен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ, тип ышанғы килә.
Сараны ойоштороп, әҙерләп алып барған Әлфирә менән Самат Рәхмәтуллиндар ике бала үҫтергән. Ҡыҙҙары Эльмира – полиция капитаны, улдары Азат нефть университетын тамамлап, Нефтеюганск ҡалаһында мастер булып эшләй.
Район, музей етәкселеге, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәр ғаиләгә маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре матур концерт бүләк итте.
Ауылдар тап шундай уңған өлгөлө ғаиләләр менән матур.