Таусыларҙың тауҙай шатлығы29.08.2018
Сибайҙар Ҡала көнөн һәм Шахтерҙар байрамын бер юлы билдәләне. Таусылар ҡалаһы иҡтисадына төп өлөш индергән шахтер хеҙмәте төбәктә иң мәртәбәле һәм маҡтаулы һөнәрҙәрҙең береһе иҫәпләнә. Был шөғөлдө үҙ иткәндәр араһында ғаилә династиялары бихисап.

Шуныһы ҡыуаныслы – сибайҙар бер юлы “Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты” йәмғиәтенең барлыҡҡа килеүенә 70 йыл тулыуҙы ла билдәләне. Бөгөн Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы был тармаҡтың данлы традицияларын лайыҡлы дауам итә. Ҡала һәм төбәк үҫешенә тос өлөш индергән Сибай тау предприятие­һының бер төркөм алдынғы­һына республика Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов юғары наградалар тап­шырҙы. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, халыҡты Ҡала көнө менән тәбрикләп, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе, төбәктең иң ҡеүәтле тау предприятиеһын олпат юбилейы менән ҡотланы.

Быйыл Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә Сибайҙа игеҙәк сабыйҙары тыуған ғаиләгә коляска бүләк итеү матур йолаға әйләнде. Был юлы өс ғаилә Рөстәм Афзалов ҡулынан ошондай бүләк алып һөйөндө. Гүзәл һәм Салауат Таҡаевтар Сафия һәм Яҙгөл исемле ҡыҙҙар үҫтерә. Өс айлыҡ ҡыҙсыҡ­тарҙы тәрбиәләгән йәштәрҙең ҡыуанысы ҙур. “Көтмәгәйнек. Тәүҙә аптырап ҡалдыҡ. Иғтибарҙары һәм беҙҙе ҙурлауҙары өсөн ҡала хакимиәте етәксе­легенә ҙур рәхмәт”, – тине улар. Ә бына Әлим һәм Гүзәл исемле кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгән бүләкте әсәләре Миләүшә Аралбаева кескәйҙәрҙең олатаһы менән алырға килгән. “Атайҙары вахта ысулы менән ситтә эшләй, ҡайтып өлгөрмәне. Уны беҙ матур һәм уңайлы коляска менән ҡаршылаясаҡбыҙ”, – тип йылмая бәхетле әсә. Әйткәндәй, яңы йылдан алып Сибайҙа 546 сабый донъяға килгән.

Шулай уҡ яңы өйләнешкән бәхетле парҙар ҙа ситтә ҡалманы. Улар өсөн төп приз – “Башҡортостан буйлап сәйә­хәт” сертификаты уйнатылды. Бәхетле бүләк 17 августа өйләнешкән Екатерина менән Александр Косенковтарға эләкте. Йәш пар үҙҙәренең “баллы ай”ын Ҡари­ҙел районында урынлашҡан Павловка һыу һаҡла­ғы­сындағы “Йондоҙло” база­һында үткәрәсәк.

Артабан байрамда мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары, һаулыҡ һаҡ­лау хеҙмәткәрҙәре, алдынғы уҡытыу­сылар, төрлө олимпиада еңеүселәре булған һәләтле балалар, спортсылар, таусылар парады уҙҙы.

Байрамда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ағзалары, яҡын-тирә ра­йон­дар хакимиәте башлыҡтары һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Көндөң һалҡынса булыуына ҡарамаҫ­тан, халыҡ байрамға дәррәү килде. Төрлө ҡул эштәренән күргәҙмәләр, милли спорт уйындары, йыр-бейеү бәйгеләре иғтибар­ҙы йәлеп итте. Үҙәк майҙанда бер-бер артлы барған дәртле һәм моңло сығыш­тарҙы киске сәғәттәрҙә Өфөнән килгән ҡунаҡ Зәйнетдин һәм Мәскәүҙән саҡы­рылған “Пропаганда” төркөмө алмаш­тырҙы. Рәхәтләнеп йыр-моң тыңлап, күңел асып, рух күтәренкелеге кисергән сибайҙарҙы тағы ла шатландырып, төндә ҡала күген байрам фейерверкы балҡытты.


Вернуться назад