Сәсән хөрмәтенә28.08.2018
Ғафури районының Оло Үтәш ауылында шағир-импровизатор Сәйфулла Төхвәтулла улы Сәғитовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған “Сәсән көнө” үткәрелде. Байрам Башҡортостандың 100 йыллығына һәм 2020 йылда уҙғарыласаҡ Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек нигеҙендә ойошторолдо.

Сарала туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, иман-хатиптар, райондағы мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары, ҡунаҡтар ҡатнашты.

“Сәсән көнө”н үткәреү башланғысын тәҡдим иткән Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары, “Табын ырыуҙары союзы” йәмәғәт ойошмаһы идараһы рәйесе Нияз Сәлимов башҡорт фольклорына тос өлөш индергән Сәйфулла сәсәндең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Сәсәндең ҡыҙы – 91 йәшлек Кәшифә Сәйфулла ҡыҙының сығышын барыһы ла йылы ҡабул итте. Ул атаһы тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, үҙенең шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Сәйфулла сәсән тураһындағы мәғлүмәттәр “Башҡорт энциклопедияһы”ның бишенсе томына индерелгән. Ул – әкиәттәр, мәҫәлдәр, шиғырҙар һәм бәйеттәр авторы.


Вернуться назад