Өфөлә – Бөтә донъя конгресы28.08.2018
Республикабыҙҙың баш ҡалаһында VI Бөтә донъя Фольклориадаһы алдынан Фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советының (СИОФФ) 48-се Бөтә донъя конгресы уҙғарыла. 15-25 сентябрҙә үтәсәк сарала донъяның 60 иленән СИОФФ Башҡарма комитеты һәм милли секциялар вәкилдәре – йәмғеһе 200 самаһы кеше ҡатнаша. Конгресс 11 көн дауам итәсәк.

Йыл һайын ул совет аағзалары булған төрлө илдәрҙә уҙғарыла. Быйылғы конгрестың ойоштороусылары – Фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто, республика Хөкүмәте, Башҡортостандың Конгресс-бюроһы. Сара СИОФФ етәкселегенә һәм ағзаларына төбәк, уның инфраструктураһы менән танышыу мөмкинлеген бирәсәк. Конгресс ҡалалағы бер нисә майҙансыҡта: “Шератон” ҡунаҡханаһында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа, Конгресс-холда үтәсәк.


Вернуться назад