“Zaman”дар мәҙәниәтебеҙҙе данлай28.08.2018
Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә эксперименталь этник музыка һәм бейеү өлкәһендә дөйөм фонды 1 миллион һумлыҡ “Киләсәк стереотиптары” тип аталған беренсе бөтә Рәсәй премияһын булдырҙы. Уға “Zaman” башҡорт төркөмө лә дәғүә итә.

Проектта ижадында яңылыҡ тәҡдим иткән сағыу этник музыка һәм бейеү вәкилдәре ҡатнашты. Премияға номинанттар илдә ҙур танылыу яулаған фестивалдәрҙең таныштырыу майҙансыҡтарында сығыш яһаясаҡ. Финалға сыҡҡандар иһә Мәскәүҙә үтәсәк йомғаҡлау тамашаһына юллана. Музыканттар 2019 йылда партнер булған халыҡ-ара фестивалдәр сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлеген аласаҡ, шулай уҡ аҡсалата бүләккә эйә буласаҡ.

“Zaman” – Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостан мәҙәниәте менән таныштырған заманса музыкаль төркөм. Уның концерттары Голландияла, Германияла, Италияла, Норвегияла, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда үткән. “Zaman” – Ригалағы ЮНЕСКО-ның Рәсәй этник мәҙәниәте вәкиле, Рәсәй федераль каналындағы “Яңы йондоҙ” телевидение тамашаһында ҡатнашыусы.


Вернуться назад