Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Азат Биксурин “Алтын көҙ-2018” Мәскәү ҡаҙаҡ мәҙәниәте фестивале нигеҙендә ойошторолған инструменталь музыка конкурсында беренсе премия лауреаты булды.
Проект Рәсәй Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән грантын файҙаланып тормошҡа ашырыла. Фестиваль 2012 йылдан “Мурагер” Мәскәү ҡаҙаҡ мәҙәниәте йәмғиәте тарафынан үткәрелә. Сара Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә алты йыл эсендә ҙур танылыу яулап өлгөрҙө.