Һәйкәл ҡуйыр инем...10.05.2012
Башҡорт ҡатындарына хас тыйнаҡлығы, күңел сафлығы, буй-һынының зифалығы менән Рәшиҙә апай Туйсина башҡаларҙан айырылып тора. Юғары оҫталығы менән сәнғәтебеҙҙе бөтөн донъяға данлап сығарыусы бейеүсебеҙ бөгөнгө көндә лә үҙ эшен дауам итә.
Бынан 45 йылдар самаһы элек, үҫмер сағымда, инглиз телендә баҫылған башҡорт бейеүе тураһындағы китапты тәүгә ҡулыма алдым. “Заһиҙә” бейеүен башҡарыусы Рәшиҙә апайҙың фотоһүрәтен күреп хайран ҡалдым. Үҙебеҙҙең милли башҡорт кейемендәге һылыуҙың өлгәшкән уңышына ҡыуандым. Өфөгә уҡырға барғас та, мәшһүр бейеүсене күрергә хыялландым. Мәктәп йылдарында бейергә уҡытыусылар өйрәтә ине. Смотрҙарҙа ҡатнашҡанда ла үҙемде Рәшиҙә апайҙың янында бейегән кеүек хис иттем. Бейеү Алиһәһе менән яҡындан танышыу теләге кәмемәне.
Баш ҡалаға уҡырға килгәс тә, ошо ниәтемде бойомға ашырыу өсөн һәр концертҡа бар эшемде ташлап йүгерер булдым. Рәшиҙә апайҙы тәүгә яҡындан күреүем бөйөк ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың 60 йәшлек юбилей кисәһендә булды. Концерт тамамланыу менән сәхнә артына ашыҡтым. Мин Рәшиҙә апайҙы ҡосаҡлап, рәхмәттәр әйттем. Бәхетемдең сиге юҡ ине! Ул минуттарҙы оноторлоҡ түгел. Башҡорт ҡыҙының холоҡ-фиғелен һеҙҙең бейеү аша һүҙһеҙ ҙә аңлай алабыҙ, Рәшиҙә апай!
Халҡымдың күркәм сифаттарын һеҙҙең йөҙҙә күрәм. Һеҙ — беҙҙең йөҙөк ҡашыбыҙ. Әгәр мин скульптор булһам, филармония алдына йә иһә сәнғәт аллеяһы асып, һеҙгә һәйкәл ҡойор инем. Бәлки, ошо хыялдарым тормошҡа ашыр?!
Нурия ИБРАҺИМОВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад