Бейей-бейей донъя яуланы10.05.2012
Бейей-бейей донъя яуланыШәхеснамәһе

- 1942 йылдың 10 майында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған;
- Баймаҡ ҡалаһының 4-се башланғыс һәм 1-се урта мәктәптәрендә белем ала;
- 1960 — 1987 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм филармонияһы солисы;
- улы Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙин — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Ейәндәре — Фәрхәт, Азамат, килене — Әлфиә, бүләсәре — Самира;
- яратҡан аштары: үҙе бешергәне, еләк-емеш, йәшелсә;
- кешеләрҙә яратҡан сифаттар: тоғролоҡ, яуаплылыҡ, изгелек;
- өнәмәгәндәре: хыянат, яһалмалыҡ, тупаҫлыҡ, ялҡаулыҡ;
- яратҡан сәскәһе: умырзая;
- яратҡан шөғөлө: тегеү, бәйләү, йыр-моң тыңлау, ҡыҙыҡлы яҙмышлы кешеләр менән аралашыу, баҡсала ер эштәре менән шөғөлләнеү.

Ҡаҙаныштары

- Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты. София, 1968 йыл, алтын миҙал;
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, 1972 йыл;
- Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1973 йыл;
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, 1974;
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, 1978 йыл.

Париждар “Мадам Грация” тип хаҡ исем таҡҡан

Үҙенең профессиональ оҫталығы, нәзәкәтлелеге менән бөтә донъяла дан ҡаҙанған мәшһүр бейеүсебеҙ Рәшиҙә Туйсинаға 70 йәш тула. Бөгөн дә ҡарап туйғыһыҙ сибәр, ә сәхнәгә сыҡһа, әле булһа йәшлек дәртен, һөнәри оҫталығын юғалтмаған күренекле сәнғәт йондоҙона һоҡланмаған кеше юҡ. Шуға күрә ул үҙенең йәшен йәшермәй ҙә.
Ә бит бар ине Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙының меңәр йыллыҡ тарихы булған донъя сәхнәләрендә тиҫтәләрсә мең юғары зауыҡлы тамашасы һыймалы залдарҙа аяғүрә баҫып алҡышланған илаһи мәлдәре.
Мин дә уның сәфәрҙәренең береһенән һуң, Рәшиҙә апай менән ғорурланып, ошондай шиғыр баҫтырып сығарғайным:
Һаҡмар ҡыҙы, ҡайҙан башланалыр
Нәфислеккә юлдар,
Меңдәрҙе лә әсир итер буй-һын,
Тылсымланған ҡулдар?!

Йылмайыуың йәнде иретерлек,
Уның сере ниҙә?
Был тиклем дә һөйөү, тиңһеҙ дәрт-моң
Ҡайҙан килә һиңә?

Юҡ, юҡ, әйтмә, әйҙә улар һәр саҡ
Бер сер булып ҡалһын.
Тик ижадың сәнғәт күктәрендә
Йондоҙ булып янһын.

Өҫтәлһендәр алтын миҙалдарың
Иҫтәлектәр өсөн.
Парижлылар “Мадам Грация” тип
Хаҡ таҡҡан бит исем.

Киң күңелгә хөрмәт, алҡыштар ҙа,
Лайыҡ дан да һыя.
Биҙә, әйҙә, тетрәт сәхнәләрҙе,
Мадам Грация!

Шиғырҙың тәүге юлдарында һанап киткән, кешеләрҙе ғәжәп иткән сифаттар сер булып ҡалһын тиһәм дә, улар мине гел генә уйландыра. Ысынлап та, ике-өс йәштән бейеү тылсымдарын махсус үҙләштереп, хореография, музыка дәрестәре алып, буй-һын, аяҡ-ҡул бейеү сәнғәтенә ҡулайлы үҫешһен өсөн махсус күнекмәләр эшләп үҫкән кеше түгел дә ул Һаҡмар ҡыҙы. Кескәйҙән атайҙан етем ҡалып, көйәнтәләп һыу ташып, һыйыр һауып, утау утап, ҡул тиреһе тишелгәнсе өйөм-өйөм кер йыуып, үҫмерлеккә буй еткергән ябай ауыл ҡыҙы.
Бына ошондай ябай шарттарҙа юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән кешеләр хаҡында яҙғанда, мин гел генә уның тамырҙарына, тыуып үҫкән яҡтарына, шәхес булып формалашҡан осорға күҙ һалам. Сөнки бер нәмә лә юҡтан бар булмай. Һәр хәл-ваҡиғаның, һәр ҡаҙаныштың, шәхси сифаттарҙың нигеҙе булып ята улар, кешенең булмышында хәл иткес роль уйнай.
Героинябыҙҙың тыуған йылы ғына ла күп нәмә хаҡында һөйләй: 1942 йыл. Аслыҡ, яланғаслыҡ. Ирен фронтҡа оҙатып, дүрт бала менән тороп ҡалған әсәһе Мәрхәбә апай сабыйҙарын асҡа үлтермәҫ өсөн Баймаҡ ҡалаһына алып килә. Шуның арҡаһында Рәшиҙәгә тәүлек әйләнәһенә эшләгән балалар баҡсаһына йөрөү бәхете тейә. Ә ауылда ҡалһалар, әсәһе көнө-төнө баҫыу, ферма эшендә саҡта, ҡараусыһыҙ, ас ултырыр ине әле өйҙә. Артабанғы яҙмышы ла бөтөнләй икенсе төрлө булыр ине, әлбиттә.
“Минең йыуанысым бит һин”, — тип ҡулында һикертеп һөйөргә ярата Мәрхәбә апай кескәй көләкәс ҡыҙын. Ошо һөйөү тулы ҡулдарҙа һикергәндә тыуманымы икән әле сабый күңелендә бейеү осҡондары?!
“Балалар баҡсаһынан ҡайтҡан саҡтарымда мине гел генә шкаф башына ултыртып ҡуялар ине, — тип хәтерләй бала сағының ошо осорон иҫкә алып, — сөнки иҙән ныҡ һыуыҡ. Өшөтөп ҡуйыуҙан ҡурҡҡандыр инде әсәйем. Ауырып китһәң, балалар баҡсаһына ла барып булмаясаҡ бит. Әсәйем күпме генә эшләмәһен, ул саҡтағы эш хаҡына дүрт кешене аҫрау бик ҡыйынға тура килер ине. Ярай әле атайымдың атаһы — ҡартатайым — беҙгә ҡул тирмәне биргән. Шул тирмәндә әҙ-мәҙ генә игендәрен тарта килеүселәр беҙгә лә өлөш сығарып, бер-ике ҡалаҡ он ҡалдырып китә ине. Әсәйем ауырлыҡтарға ҡарамай, һыйыр тотто, аҡтан өҙмәне балаларын. Ҡала ситендәге Чапаев исемендәге урамда йәшәнек. Беҙгә яҡын ғына урынлашҡан башҡорт-урыҫ башланғыс мәктәбенә уҡырға төштөм. Ҙур тәнәфестә ишек алдында гел генә йырлап-бейеп уйнауҙар ойошторола торғайны. Мәктәп эргәһенән үтеүселәр һоҡланып ҡарап китер ине. Ошо мәлдәр әле лә яҡты хистәр уята”.
Бына бит алтмыш йыллап ваҡыт үткәндән һуң да яҡты хистәр уятырлыҡ мәктәп ишек алды сәхнәһе кескәй ҡыҙыҡайҙың күңелен һиҙҙермәй генә оло сәнғәткә асып ҡуйғандыр, моғайын, тип фараз итергә лә мөмкин.

Бейей-бейей донъя яуланы“Мин яҙмышҡа ышанам”

“Мин яҙмышҡа ышанам”, — ти Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы. Ул саҡта буласаҡ сәхнә йондоҙо уҡыған 1-се мәктәпкә талантлы бейеүсе Бөрйән егете Йәнғәле Вәхитов килеп, уҡыусыларға бейеү өйрәтеүе һәм, VIII класта уҡып йөрөгән Рәшиҙәне һайлап алып, уның өсөн махсус “Заһиҙә” бейеүен һалыуы яҙмыш булмай, нимә булһын?! Аҙаҡтан был бейеү уға ғүмерлек яратҡан һөнәрен һайларға, аҙағыраҡ донъя сәхнәләрендә дан ҡаҙанырға ярҙам итә лә инде.
Башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын, әҙәплелеген, нескәлеген, һығылмалылығын, һөйкөмлөлөгөн сағылдырған был бейеү менән йәш бейеүсе тәүҙә мәктәп, аҙаҡ район, унан һуң баш ҡала тамашасыларының күңелен яулай һәм Рәшиҙәнең үҙенең дә иң яҡын дуҫына әүерелә.
Урта мәктәпте тамамлағас, юғары белем алырға дәрте ҙур булһа ла, шул осорҙағы ҡанундарҙы аша үтеү мөмкин түгел: юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн ике йыл стаж кәрәк була. Рәшиҙәне мәктәпкә өлкән пионервожатый итеп алып ҡалалар. Бәләкәйҙән һәр эшкә яуаплы ҡарап өйрәнгән йәш педагог балалар менән эшләргә бөтә күңелен бирә: гел ярҙамлашырға, кәңәш бирергә әҙер торған сибәр апайҙарын бик ярата ҡыҙыл галстуклылар. Йәй көнө ойошторолған пионер лагерҙарында ла уның төркөмөнә эләгергә тырышалар. Ике йыл үткәс, Рәшиҙә педагогия институтына инер ине, моғайын. Араға тағы ла яҙмыш килеп ҡыҫыла.

“Әртис тормошо еңел түгел бит, балам: ғүмерҙәре юлда үтә”

Уны әхирәте Маһира Әлибаева менән Өфөгә пионервожатыйҙар семинарына ебәрәләр. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән йәштәр менән бергә улар БДУ-ның ятағына урынлаша. Семинар бик төплө уйланылған: фәһемле лекциялар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар, практик эштәр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар... Бына Рафаэль исемле бейеү белгесе 18 ҡыҙ өсөн бейеү һала. Ҡыҙыҡ, күңелле мәлдәр. Рәшиҙә белгестең һәр һүҙен, һәр күрһәтмәһен еренә еткереп үтәргә тырыша. Бер саҡ бейеү һалыусы Рәшиҙә янына килеп: “Һеңлем, һин ҡайһы яҡтан килдең? Оҫта бейергә нисек өйрәндең?” — тип һорай. Рәшиҙә оялып ҡына яуап биргәс: “Һеңлем, оҙаҡламай бейеү ансамбленә яңы ҡабул итеү уҙғарыла. Һиңә Өфөлә ҡалып, шунда ҡатнашырға кәрәк”, — тип кәңәш бирә. Йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып типкән ҡыҙыҡай нисек тә һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырыша. Хыялдарында ул күптән баш ҡала сәхнәләрендә лә бит, ә өйҙә, мәктәптә ни әйтерҙәр һуң? Әле үк ҡалып булмай инде, ҡайтып килергә кәрәк. Шулай ҙа, йәш булһа ла, филармонияға барып ғариза биреп китергә башы етә. Әсәһе ҡыҙының теләгенә ныҡлы ҡаршы килмәһә лә, иҫкәртергә онотмай: “Әртис тормошо еңел түгел бит, балам: ғүмерҙәре юлда үтә. Кеше ял иткәндә лә улар эштә. Ғаилә ҡораһың да бар...”
“Ярай, әсәйемде нисек тә ризалатып, РОНО мөдиренә киттем. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына ишек шаҡыйым. Өлкән генә ағай өҫтәле эргәһенә саҡырҙы: “Нимә булды, һеңлем?” “Филармонияға саҡыралар”, — тип әйтеп тә өлгөрмәнем, етәксебеҙ: “Хәҙер үк кит! Бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай”, — тип фатихаһын бирҙе. Әй, йәшлек бер ҡатлылығы! Конкурстың ҙур булырын күҙ алдына килтерһәм дә, алмай ҡуйырҙар тип башҡа ла килмәй.
Сентябрь айы. Өҫтә — ҡабат-ҡабат ҡайтып йөрөгәнсе тип алған ҡышҡы пальто, аяҡта — заманына күрә матур ғына туфли, ҡулда бәләкәй генә сумаҙан. Ә Өфөгә 12 кеше һыймалы бәләкәй самолет ҡына оса әле ул саҡта. Уҡыу йылы башы булғас, кеше күп. Нисек кенә ултыра алғанмындыр инде, әле лә аптырайым.
Филармония алдында хәрби гарнизон урынлашҡан. Эстә тамаша залы менән сәхнәһе лә бар. Конкурс шунда үтә. Кешенең күплеге! Үтеп китеремә һаман да ныҡ ышанам бит. Сәсемде матурлап үреп төшөргәнмен, билдәр өҙөлөп тора. Сиратымды көтәм. Бына бер саҡ конкурсты алып барыусы, бейеүсе Закир Исмәғилев сәхнәгә сығып:
— Конкурс тамам! — тине. Мин йығылып китә яҙҙым.
— Ә мин! Минең сират саҡ етте бит, — тип үрһәләнеп ҡысҡырып ебәрҙем, шаршау аша башымды тығып. Әле лә аптырайым, шул тиклем дә оялсан ҡыҙыҡайға ҡайҙан килде икән бындай саялыҡ?! Артист булыу теләге шул тиклем дә ҙур булғандыр инде.
— Кем ул, ниңә тороп ҡалған? — тип тороп баҫты жюри етәксеһе Фәйзи Ғәскәров (уның кем икәнен аҙаҡ ҡына белдем).
Минең фамилиямды иғлан иттеләр. “Заһиҙә”не бейеп сыҡтым. Залға төшөп ултырҙым. Бөтәһе лә миңә ҡарай, йәлләй кеүек. Шул саҡ алдыма фәрештәләй бер йәш кенә апай килеп баҫты. Уның үҙенең һәм кейемдәренең матурлығы! Иҫем китеп, апайға ҡарап торам! Ул яныма килеп, йомшаҡ ҡына тауышы менән:
— Һеңлем, бейеүсе һөнәрен һайларға теләйһеңме? — ти.
— Теләйем дә бит, бейей белмәйем шул.
— Белмәһәң, өйрәтербеҙ, — ти апай.
Бәй, мин был апайҙы күргәнем бар ҙа инде: Баймаҡтың май заводы клубында “Тутыйғош”, “Шаян ҡыҙҙар” бейеүҙәрендә ҡатнашҡайны. Эйе, эйе, күренекле бейеүсе Рәүилә Хажиева апайҙың “Һинд” бейеүе айырыуса күңелгә уйылып ҡалған.
Тағы ла яҙмышты иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел инде: 1-се тур үткән булған икән мин саҡырыу көтөп йөрөгән арала, тәүгеһендә ҡатнашмай ғына 2-се турҙан өсөнсөһөнә үтеп киттем”, — Рәшиҙә апай хеҙмәт юлын башлаған көндәргә әйләнеп ҡайтҡанда, үҙе лә йәшәреп киткәндәй тойола, һөйкөмлө ҡара күҙҙәренән яҡты нурҙар һибелә.
Яратҡан һөнәргә бер аҙым ғына әле ҡатмарлы конкурстан үтеү. Был һөнәргә ныҡлап эйә булырға ла кәрәк. Ҙур-ҙур сәхнәләрҙә йылдар буйы бейегән күренекле артистар менән бергә сығыш яһарға тейеш тә ул. Һинең әле йәш булыуыңда, сәхнәгә яңы ғына аяҡ баҫыуыңда тамашасының ни эше бар?! Эшкә алынғанһың икән, ана шул сәхнә оҫталары кимәлендә бейергә лә тейеш инде һин. Быны бик яҡшы белә Рәшиҙә, уҡытыусылары ла был хаҡта иҫенә төшөрөп кенә тора. Тик күпме генә тырышһаң да, бөтәһе лә бер көндә генә тормошҡа ашмай шул. Етмәһә, йәшәргә урын юҡ. Әле бер таныштарҙа, әле икенселәрендә инәлеп, ярарға тырышып тигәндәй ҡунып йөрөргә кәрәк. Ә бит көнө-төнө физик, әммә ижади эш менән шөғөлләнгән кешегә ял да, әҙерләнергә лә, уйланырға ла, уҡырға мөмкинлектәр ҙә кәрәк.
Етмәһә, мөхәббәте лә була бит әле йәшлектең. Баймаҡта бер мәктәптә уҡып, Өфөгә бер йыл ғына алданыраҡ уҡырға ингән ҡурайсы, йырсы, актер егет Әнүәрҙең Рәшиҙә Туйсинаға күҙе төшмәүе мөмкин булмағандыр: икеһе лә сибәр, йәш, талантлы, сәнғәткә мөкиббән яҡташтар. Ҡайтҡанда-киткәндә лә, сәхнәлә лә осрашып тораһың. Ата-әсәләре лә был парҙың тормош ҡороуын хуплай ғына.
“Ҡәйнәм мине бик яратты, үҙе лә сәнғәт һөйөүсе, ғаилә дилбегәһен ҡулында ныҡ тотоусы, уңған, матур, динде, йолаларҙы хөрмәт итеүсе башҡорт ханбикәһе һымаҡ ине. Әйткәндәй, бөйөк ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың бер туған һеңлеһе ине ул, — тип хәтерләй Рәшиҙә апай килен булып төшкән йылдарын. — Яңы программа өҫтөндә эш башланыҡ. Миңә, яңғыҙ бейеүҙәр менән сығыш яһап өйрәнгән кешегә, күмәк бейеүҙәр өйрәнеүе айырыуса ҡатмарлы булды. Көн буйына ҡара тир сыҡҡансы репетиция яһап ҡайтҡандан һуң, йоҡларға ятҡас та бейеү хаҡында уйлайым. Аяҡтарым да бейеп торған кеүек. Сәм, намыҫ көслө миндә. Кешенән ҡалмаҫ өсөн бөтә донъя мәшәҡәттәренән, рәхәтлектәренән ваз кисеп эшләгән саҡтар ҙа булды”.

“Тормошта ла, эштә лә баҫалҡы булдым”

“Был сифаттарымдың үҙемә файҙалы һәм кире яҡтары ла күп булғандыр инде. Мәҫәлән, иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр, тигәндәй, юғары дәрәжәле исемдәргә, халыҡ араһында оло абруйға эйә булып та, ике бүлмәле бәләкәй генә фатирҙа йәшәп ятыуым шул баҫалҡылыҡ һөҙөмтәһендә инде. Ә инде күңелем менән әҙәпле, баҫалҡы булмаһам, башҡорт ҡыҙҙарының төп булмышын асып биргән “Заһиҙә”не һәм башҡа бейеүҙәрҙе еренә еткереп бейей алмаҫ инем.
Ижад кешеләре араһында тыштан беленмәгән хәлдә лә эске ярыш ҡомары баҙлай бит ул. Ул булмаһа, бәлки, һөнәри үҫешкә лә юл асылмаҫ ине. Сәм, кешенән артта ҡалмаҫҡа тырышыу миндә лә булды инде ул. Тик артыҡ оялсанлыҡмы, әҙәплелекме, башҡалар үпкәләп ҡуйыр тип алға сығыуҙан, мөмкинлектәремә ҡарап үҙемде күрһәтеүҙән ситләшә инем. Хәҙер шуның өсөн әҙерәк үкенәм дә, килешәм дә кеүек”.
Икенсе төрлө Рәшиҙә үҙе булып ҡала алмаҫ ине, моғайын. Конкурстан үтеп, коллективҡа ҡушылған йәштәргә өлкәнерәк бейеүселәрҙең бейеүҙәрен дә өйрәнеү тәҡдим ителә. Тәҡдим ҡәтғи мәжбүри итеү түгел, кемдәрҙер туҡтауһыҙ өйрәнә, кемдер өйрәнелгәндәре менән сикләнә. Рәшиҙәгә киң юлдар асылғандай тойола. Күреп йөрөй бит инде тәжрибәле хеҙмәттәштәренең бейеүҙәрен. Һоҡланып күҙәтеү менән бер рәттән, үҙенең дә уларҙы бар дәртен, йөрәк йылыһын һалып, яңы үҙенсәлекле деталдәр менән байытып башҡарғыһы килә. Былай ғына өйрәнә башлаһа, әлеге бейеү эйәләренең яңылыш уйлауҙары ла мөмкин ине, әле етәкселәр тарафынан махсус әйтелгән тәҡдим төрлө имеш-мимештәргә, шикләнеүҙәргә юл ҡалдырмай. Үҙенә оҡшаған “Бүләк”, “Шаян ҡыҙҙар”, “Бишбармаҡ”, “Таң ҡыҙы”, “Көйәнтә”, “Дуҫлыҡ” бейеүе, һинд, сыуаш, мари бейеүҙәренең яңғыҙ сыҡҡан урындарын үҙе теләгәнсә бар күңелен һалып, яратып өйрәнә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса тиһәк тә, кешенең үҙенең дә роле бик ҙур бит әле был яҙмыштың тормошҡа ашырылыуында. Тәбиғи һәләт, күркәм холоҡ, егәрлелек, изге күңел, яуаплылыҡ та кәрәк.

“Заһиҙә”не ярты быуат бейенем”

“1961 йылда, ансамбль менән концерт әҙерләп, Мәскәүгә киттек. Кремль һарайында концерт бара, — тип тағы хәтирәләргә күсә Рәшиҙә апай. — “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Сыуаш бейеүҙәре”н бейеп сыҡтыҡ. Бер саҡ көтмәгәндә етәксебеҙ Фәйзи Ғәскәров ағайҙың “Туйсинаны “Заһиҙә” бейеүенә әҙерләгеҙ!” тигән ҡәтғи һүҙҙәре гример бүлмәләрендә яңғыраны. Мин аптырап киттем, ул бейеүҙе тәжрибәле бейеүсе апай башҡарырға тейеш ине бит. Нимә булды икән? Бәхәсләшергә ярамай. Шулай кәрәк икән, мин сәхнәгә ошо бейеү менән сығырға тейешмен. Тик репетицияһыҙ килгәнмен һәм күңелем менән әҙер түгелмен бит әле. Ул арала костюмды алып килделәр. Гример сәсте үрә башланы. Мин эстән генә бейеү элементтарын ҡабатлайым. Эй Хоҙайым, яңылышып ҡуймаһам ярар ине, тип теләйем. Баҙнатһыҙ булһам да, кәрәк саҡта бар мөмкинлегемде бергә туплай алам мин. Әле лә шулай булды. Гастролдәргә ике бригадаға бүленеп сығырға кәрәк тип, “Дуҫлыҡ”, “Көйәнтә”, “Заһиҙә” бейеүҙәрен ныҡлап өйрәнеп алғайным.
Бына мин һәр күҙәнәгем менән талпынып сәхнәгә сығыу минутын көтәм. Күренекле баянсы Әлфәрит Солтанов ағай баянда “Заһиҙә” көйөн уйнап ебәрә. Сәхнәлә бөтә тулҡынланыу юҡҡа сыҡты. Мин Рәшиҙә түгел, Заһиҙә был мәлдәрҙә. Уның холҡо — минең холҡом, уның яҙмышы — минең яҙмышым. Һиҙәм: бөтәһе лә үҙем теләгәнсә килеп сыҡты. Тик ниңә һуң ҡул сапмайҙар? Зал тып-тын. Йөрәгемдең дөрҫләп типкәнен бөтә артистар ишеткән кеүек. Һәм ҡапыл әллә нисә мең кеше һыйған тамаша залы шартлап киттеме ни! “Бис” ҡысҡырыуҙар, ҡул сабыуҙар яңғыраны, “Заһиҙә”не яңынан бейергә тура килде. Икенсе кешенең сығышы башланыуға, оло гөлләмә тотоп, Ғәскәров ағай килеп етте. Ғүмеремдә тәүге һәм һуңғы тапҡыр сәскә биреп ҡотланы ул.
Ошондай етди һәм талапсан остаздың тағы ла кемделер ҡотлағанын башҡа күрергә тура килмәне. Ошонан һуң “Заһиҙә” минең төп бейеүемә әүерелде. Тамашасылар исемем урынына Заһиҙә тип өндәшә башланы. Мин был бейеүҙе 50 йыл, әйтеүе генә анһат, ярты быуат сәхнәлә бейенем һәм әле лә бейейем.
“Заһиҙә” аша башҡорт ҡыҙҙарының рухи көсөн, эске кисерештәрен, тәбиғилеген, музыкаллеген, нескә хистәрен, нәфислеген, тәбиғәт менән гармонияһын һәм, әлбиттә, гүзәллеген күрһәтергә тырыштым.
Бейеү өсөн күлдәк, костюмдарымды йә үҙем тектем, йә оҫталар теккәнде лә үҙемсә еренә еткереп, тәңкә араларын миллиметрлап үлсәп, кәрәк саҡта ғына бер-береһенә тейеп сыңларлыҡ итеп беркетеп ҡуя инем”.

Илдең алтын миҙалдарын арттырҙы


Рәшиҙә Туйсинаның “Заһиҙә”һе 1968 йылда Болгарияның София ҡалаһында уҙғарылған Бөтә донъя йәштәр фестивале тамашасыларын да һоҡландырҙы.
Унда республикабыҙҙан өс кеше ҡатнаша: Рәшиҙә апай, уның һабаҡташы ҡурайсы Салауат Дәүләтбаев һәм ире Әнүәр Ишбирҙин. Әнүәр ағай драма актеры булып ике генә йыл эшләп ала ла, ҡурайсы, йырсы, бейеүсе булып, ҡатыны эшләгән бейеү ансамбленә күсә.
Фестивалдә 128 илдән йыйылған ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡурайҙың ни икәнен дә белмәй бит инде. Моңло көй-тауыштың ҡайҙан сыҡҡанын аңлатыр өсөн беҙҙең артистар шундай күренеш эшләргә була: ике егет сәхнәлә үҫеп ултырған ҡамышты киҫеп алып, тишектәр тишеп, уйын ҡоралы яһап, уйнай башлай. Бер аҙҙан әкиәт ҡыҙы булып бейеүсе Рәшиҙә Туйсина сыға. Уның йәш сағында был бейеүҙе бейегәнен күреү бәхетенә өлгәшкән кеше булараҡ, ундағы жюри ағзаларының да, тамашасыларҙың да кисерештәрен аңлайым. Ысынлап та, һөйләп кенә аңлатырлыҡ түгел шул был илаһи күренеште. Һәр бер хәрәкәте, өҙөлөп торған нескә биле, быуынынан көй-моң ағылып торған һығылмалы нәфис бармаҡтар, үҙе көй сығарып тыпырҙаусы, бейеү өсөн генә яратылған оҫта аяҡтар... Юғары сәнғәт кимәлендә тегелгән күҙҙең яуын алырлыҡ ҡупшы кейемдәр...
Һөҙөмтә көнөндә генә әйтелмәй. Башҡортостан вәкилдәрен төрлө урындарға концерттарға саҡыралар. Бөтә донъя илдәренең сәнғәте, кешеләре менән танышыу үҙҙәренә лә ҡыҙыҡ.
“Нисәнсе булып сәхнәгә сығыуыңды, нимәне урып алыуыңды бер ваҡытта ла алдан һорап йөрөмә”, — тигәйне бөйөк остазы. Ошо аманатҡа ғүмере буйына тоғро булды Р. Туйсина. Был юлы ла фестивалдә тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуҙарына өс көн үткәс кенә еңеүҙәре хаҡында “Молния”нан уҡып белделәр. “Рәшиҙә Туйсина беҙҙең илдең алтын миҙалдарын арттырҙы”, тип яҙылғайны унда. Шунда уҡ Башҡортостан комсомолының ул саҡтағы беренсе секретары Абрар Ярлыҡапов килеп:
— Рәшиҙә туғаным, ниңә шатланып ҡысҡырмайһығыҙ, был бит — оло еңеү, был бит — илебеҙ ғорурлығы! — ти. Шул саҡта ғына һөҙөмтәне оҙаҡ көтөүҙән һүрелә төшкән хис-тойғо бәхет-шатлыҡ булып күҙ алдында мең төҫтәрҙә балҡып китә.
Салауат Дәүләтбаев менән Әнүәр Ишбирҙин да, программала булмауҙарына ҡарамаҫтан, бронза миҙал алып ҡайта.
Был еңеү, әлбиттә, бейеү ансамбле, ғөмүмән, Башҡортостан бейеү сәнғәте өсөн дә оло еңеү, донъя кимәлендә тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеү була. Ә Рәшиҙә Туйсинаның үҙенә нимә бирә ул: алтын миҙал, донъя кимәлендә танылыу, үҙ-үҙеңә ышаныс һәм яңы гастролдәр, яңы дуҫтар һәм, әлбиттә, көнсөл дошмандар ҙа. Эш хаҡы ла шул уҡ тиерлек, фатир ҙа ябай ғына.
Бәхетен үҙенең таланты, тырышлығы, фиҙаҡәрлеге менән тапҡан сәхнә эшмәкәре ул Рәшиҙә Туйсина. Тиҫтәләрсә бейеүҙе үҙ йөрәге аша үткәргән, уныҡы ғына булып халыҡ хәтерендә ҡалған, Европа, Азия, Африка илдәрендәге тамашасыларға халҡыбыҙ рухын, сәнғәтебеҙ юғарылығын күрһәтергә насип булған илсе лә ул Рәшиҙә апайыбыҙ.
Швеция, Финляндия, Дания, Афғанстан, Пакистан, Сенегал, Гвинея, Мали, Төркиә — был Рәшиҙә Туйсина сәнғәте менән яуланған ҡайһы бер илдәр генә. Ә инде уларҙан башҡа Советтар Союзының бөтә союздаш һәм автономиялы республикалары, өлкәләр һәм крайҙар... “Ярай әле, ул саҡта янымда ирем Әнүәр Ишбирҙин булды, шул тиклем ҡатмарлы, оҙон юлдарҙа яңғыҙыма бик ауыр булыр ине, — тип хәтерләй Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы. — 1967 йылда Африка илдәре буйлап концерт ҡуйып йөрөгән саҡтар әле лә күҙ алдымда. Беҙҙәгегә бөтөнләй оҡшамаған ерҙәр, ят тәбиғәт, икенсе төрлө менталитет. Барған һәр ерҙә үҙебеҙҙең бейеүҙәрҙе өйрәтәбеҙ, уларҙан яңыларын өйрәнеп ҡайтабыҙ. Аҙаҡтан улар репертуарыбыҙға ла инеп китә. Ай ярым ил сәнғәтен күтәремләп Францияла йөрөнөк. Көнөнә икешәр концерт бирәбеҙ. 6-7-шәр мең кеше һыйҙырышлы залдар һәр саҡ туп-тулы була. Тирә-яҡтағы ҡалаларҙан вертолеттар, самолеттар, автобустар менән килеп ҡарарҙар ине. Француздар — юғары мәҙәниәтле, талапсан һәм яғымлы тамашасы. Улар бит инде миңә “Мадам Грация” тигән исем тағып, гәзит-журнал биттәрендә рәсемдәрем менән мәҡәләләр яҙып сығарҙы. Ундағы: “Бына флейта формаһындағы ғәжәп моңдар сығарыусы уйын ҡоралынан көй ағыла башланы. Шунан һуң сәхнәгә иҫ киткес гүзәл бейеүсе килеп сыҡты. Уның бейеүен бөтә халыҡ һушы китеп һоҡланып ҡараны. Уны үҫтергән халыҡтың тормошон, мәҙәниәтен барып күрге килде. Был халыҡта ошондай ҙа тәбиғи сафлыҡ нисек һаҡлана алды икән, шуны белге килә”, тигән һүҙҙәрҙе нисек онотмаҡ кәрәк.
Швециялағы бер концертта Король һарайында эшләүсе рәссам да булған икән. Ул беҙҙең етәкселеккә алтындан минең портретымды эшләр өсөн Королева апартаментына саҡырылыуымды белдергән. Аҙаҡ ул Королева йәшәгән Һарайға бирелергә тейеш икән.
Сит илдәрҙә үҙебеҙҙе һәр яҡлап һаҡларға ла тейеш булдыҡ. Сит-ят аҙыҡтың, һыуҙың да кешене сафтан сығарыуы ихтимал. Тикшерелмәгән ерҙән һыу ҙа эсеү юҡ. Үҙем менән гел генә ҡорот йөрөттөм: күңелде лә аса, тыуған яғымдың бер киҫәге һағыныуҙарҙы ла баҫҡандай була ине”.

Бөгөн дә йәштәргә алыштырғыһыҙ

“Ансамблдән 1984 йылда китһәм, пенсияға 1987 йылда сыҡтым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ансамблдән китеүем күңелемдә әрнеү ҡалдырҙы. Сираттағы концертҡа, ғәҙәттәгесә, әҙерләнеп килдем. Программа буйынса сәхнәгә сығасаҡ ваҡытым да яҡынлашып килә. Шул саҡ етәкселәрҙең береһе яныма килеп: “Рәшиҙә апай, бөгөн сәхнәгә сыҡмайһығыҙ, сөнки һеҙгә пенсияға китергә ваҡыт еткән. Әгәр ҙә һеҙҙе ҡалдырһаҡ, башҡа тиҫтерҙәрегеҙ ҙә, Рәшиҙә эшләгәс, мин дә эшләйем, тиәсәк”, — тине. Аптырауҙан хәлем бөтһә лә, белгертмәҫкә тырыштым.
Алҡымыма килгән күҙ йәштәремде көскә тыйып, костюмдарымды ҡосаҡлап, артҡы ишектән генә сығып ҡайтып киттем”.
Быларҙы ишетеү, тиҫтә йылдарҙан һуң, ул эшкә бер ҡыҫылышы булмаған миңә лә бик оят. Ул етәксе остоғоноң ҡылығына һүҙ табып булмай. Донъя кимәлендә дан алған бейеүсе йондоҙҙо матур кисәләр яһап, рәхмәт әйтеп, күңелен күреп пенсияға оҙатһалар, кем өсөн насар булыр ине икән?!
Рәшиҙә апайыбыҙ әле сәхнәгә сыҡҡанда йәштәргә биргеһеҙ, ә ул ваҡытта теттереп бейеп, тамашасыларҙы һоҡландырып йөрөрлөк сағы булған бит әле.
Рәшиҙә апай менән Әнүәр ағай улдары Хәлилде үҙҙәре кеүек сәнғәт оҫтаһы итеп үҫтерҙе. Хәлил Әнүәр улы тәүҙә йәш бейеүселәр студияһын, аҙаҡ Мәскәүҙә ГИТИС тамамланы. Үҙе лә йәш сағында талантлы бейеүсе булды, аҙаҡ Стәрлетамаҡта бейеү ансамбле төҙөп, филармония асып, өр-яңы ҡабатланмаҫ бейеүҙәр һалып, йәштәргә бейеү сәнғәте серҙәрен өйрәтте.
Бөгөн дә йәнле тормош менән йәшәй Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы: тәүҙә Р. Ғарипов исемендәге гимназияла, бына 15 йыл инде Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге музыка-интернат мәктәбендә уҡыусыларҙы бейеү сәнғәтенә өйрәтә. Саҡырһалар, йәш саҡтағылай елкенеп, сәхнәләрҙән тамашасыларға юғары бейеү сәнғәте өлгөләре бүләк итә.
11 майҙа киске сәғәт 7-лә “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында мәшһүр сәнғәт оҫтаһы Рәшиҙә Туйсинаның юбилей кисәһе уҙғарыла. Билеттар ҡала кассаларында һатыла. Кисәлә танылған йырсылар, бейеүселәр һәм башҡа күренекле сәнғәт оҫталары ҡатнаша.
Кисәгә дәррәү киләйек. Бөйөк бейеүсене ихлас яратыуыбыҙҙы бүләк итәйек, дуҫтар!
Гөлфиә ЮНЫСОВА.


Вернуться назад