Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера спектаклдәре, “Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ” спектакль-портреты һәм “Ҡыҙыл Башлыҡ”.Бөгөн, 24 августа, тамашасыларҙы “Етем төлкө” спектакленең премьераһы көтә, режиссеры – Ольга Штырляева, рәссамы – Илнур Слявчин. “Етем төлкө” тигән башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡуйылған спектакль туған телдәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса программаға ярашлы әҙерләнгән.
Театрҙа “Ҡыҙыл Башлыҡ” спектакле өҫтөндә ижади эш дауам итә. Режиссерҙары – Виктория Щербакова менән Андрей Волков. Цехтар ҡурсаҡтар һәм декорациялар әҙерләүгә тотонған, ә актерҙарға ролдәр бүлеп бирелгән дә инде. Был спектаклдә Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин ҡатнаша.
Яңы миҙгелдә өлкәнерәк тамашасыларҙы Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында “Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ” тигән спектаклдең премьераһы көтә. Был күләмле сәхнә әҫәре “Театрҙар – балаларға” программаһы нигеҙендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлгән аҡсаға ҡуйыла. Режиссер Альберт Имамутдинов ошо эшкә бер юлы ике һәләтле рәссамды — Илнур Слявчин менән Әнисә Томаншинаны йәлеп иткән, көйөн Урал Иҙелбаев яҙған. Мәшһүр шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡындағы спектакль-портрет сәхнә сәнғәтенең бер нисә төрөн берләштерә: бейеүҙәр, битлек кейгән актерҙарҙың эше, видео-проекциялар һәм, әлбиттә, төрлө системаларҙың ҡурсаҡтары.
87-се миҙгелде асыу тантанаһы иһә 15 сентябрҙә була. Был көндө театр кескәй тамашасыларҙы көтөп алынған премьераға — Петр Васильевтың (Петрозаводск ҡалаһы) һәм Алевтина Ториктың (Санкт-Петербург) Алексей Толстойҙың “Буратино” әкиәте буйынса ҡуйған спектакленә саҡыра.