“Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра”22.08.2018
Башҡортостанда “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” төбәк башҡорт халыҡ тарихи йыры фестивале уҙғарыла.

Фестивалде Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайы ойоштора. Сара 19 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында үтә.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Башҡорт халыҡ тарихи йыры”, “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” кеүек номинацияларҙа баһалана.

Ҡатнашыуға ғаризалар 12 сентябргә тиклем [email protected] электрон адресына ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (3473) 26-73-78, 8-917-809-30-33. Сайт: http://str-rdk.ru, төркөм: https://vk.com/rdk_str.


Вернуться назад