Тимербулат Кәримовҡа – абруйлы награда22.08.2018
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Плес ҡала биләмәһе Советы рәйесе һәм Мостай Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Кәримов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Ул Рәсәйҙең мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыу, тулыландырыу һәм танытыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барған өсөн наградаға лайыҡ булды. Тимербулат Кәримов ил Президентына ихлас рәхмәт белдерҙе.

– Дуҫлыҡ ордены – минең өсөн генә түгел, бөтә командабыҙ һәм Плес халҡы өсөн дә бик әһәмиәтле награда, – тине ул. – Плес – ижад, Левитан менән Шаляпин ҡалаһы. Күсәгилешлелек аша беҙ ошо төбәктең үҙенә генә хас күркәмлеген, йәмен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ, бер үк ваҡытта урындағы халыҡ, ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттар булдырырға, ҡалаға заманса төҫ бирергә онотмайбыҙ.
Донъя кимәлендәге күләмле мәҙәни ваҡиғалар һөҙөмтәһендә Волгалағы кескәй генә ҡаласығыбыҙ ватандаштарыбыҙҙы ла, сит илдәрҙә рус мәҙәниәтен үҙ иткән кешеләрҙе лә үҙенә йәлеп итә. Ошо стратегияның ил етәкселеге тарафынан хупланыуы һәм юғары баһаланыуы беҙҙең өсөн бик мөһим!

Тимербулат Кәримов әйтеүенсә, олатаһы – совет әҙәбиәте классигы, бик күп хәрби һәм хеҙмәт наградалары, шул иҫәптән Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулып килгәндә ошо наградаға лайыҡ булыу айырыуса әһәмиәтле.


Вернуться назад