Ике аҡҡош16.08.2018
Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй башлаған мәле. Бер мәктәптә улар, ләкин бер-береһенә баш күтәреп ҡарағандары юҡ әле. Йәштәр ауыл сәхнәһендә “Ғәлиәбаныу”ҙы ҡуяйыҡ тип дәртләнеп, төп ролдәргә Әхмәт менән Мәрхәбәне билдәләргә ҡарар итә.
Спектакль уңышлы килеп сыға. Уны Ғафури районы үҙәгендә лә уйнап күрһәтәләр. Шул мәлдәрҙә Яңғыҙҡайын урта мәктәбе директоры урынбаҫары, физика-математика уҡытыусыһы Зәйнуллиндың күҙе асылмаһынмы: нисә йыл хыялланып эҙләгән сибәркәйе күҙ алдында йөрөй икән бит! Уйнап күрһәткән һөйөү ысынға сыға ла ҡуя. Өйләнешәләр, гөрләтеп туй үткәрәләр. Сәхнәлә лә, көндәлек тормошта ла уларға һоҡланмаған кеше юҡ ауылда. Шатланып, ҡыуанып йәшәр өсөн тыуғандар, тип тә юрайҙар. Әммә... 1941 йылдың 22 июнендә башланған һуғыш һоҡланғыс бәхеткә балта саба.
“Юҡ, мин тылда ҡала алмайым”. Бронь хоҡуғынан ваз кисеп, июль айында уҡ армияға алына Әхмәт. Уның был ҡарарын Мәрхәбәһе лә хуплай, ләкин ирен оҙатҡанда иламай түҙә алмай. Әхмәт уны Бурлыға, үҙе тыуып үҫкән ауылға, күсереп алып ҡайта. Урынлаштырғас, Ҡормантау аръяғындағы күлдәргә сәйәхәт ҡылып, аҡҡоштар донъяһына тамаша ҡылдыра, был ҡоштарҙың тоғролоғо тураһында легендалар һөйләй. Көс етмәҫ ҙур һынауҙар, билдәһеҙ яҙмыш алдында икәнлектәрен икеһе лә аңлай...
Әхмәткә яу юлы шунда уҡ башланмай. Бер йыл уҡып, ул фельдшер һөнәрен үҙләштерә, медицина хеҙмәте лейтенанты хәрби исемен ала. Баштараҡ Мәскәүҙә бер аҙ резервта тора. Унан Сталинград һуғышына әҙерләнгән полктың медицина хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Ҡарамағында – өс автомашина, ҡорамалдар. Бер үк ваҡытта уға политрук хеҙмәтен башҡарыу бурысы ла ҡуйыла. Полктың хәрби юлы Сталинградта башлана. Әхмәт яуҙа ҡаты яраланып, бер йыл госпиталдә дауаланғас, I төркөм инвалиды булып ҡайта. Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, “Сталинградты обороналаған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Яугир Зәйнуллин башта тыуған ауылы Бурлыла, унан Өфө ҡалаһында йәшәй. Вафаты – 2000 йылдың 2 октябрендә. Уның Бурлы ауылында ҡалған ҡатыны Мәрхәбәгә яҙған бер нисә хатын гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
“Мәрхәбәм! Һуңғы ваҡыттағы ҡатмарлы хәлдәрҙән һуң хат яҙыу мөмкинлеге табылды. Эйе, мин әле иҫән-һау! Башҡаса булыуы ла мөмкин ине...
Яман көслө һуғыш мәлендә землянкала үҙ эшем менән мәшғүл булғанда, тирә-яҡ бомба шартлауынан шаңҡыны. Беҙҙе аяҡтан йыҡҡан. Контузиялы хәлдә ике сәғәт ятҡанмын, ярай әле бер һалдат, арҡаһына йөкмәп, километр ярым ара алып барған һәм машинаға һалған. Санчаста оҙаҡ ятманым, өс көн тигәндә терелдем. Ҡолаҡ шаулай һәм күкрәк ҡыҫа. Уныһы ла үтер. Шуныһы мөһим: мин иҫән һәм сафҡа баҫырға әҙер.
Беренсе контузия еңелерәк ине. Әхмәтең.
1942 йыл, 30 август”.
* * *
“Һиңә, һөйөклөм, ҡайнар йөрәгемдән сыҡҡан саф һөйөү сәләмдәре яҙып, көндәлек тормошоңда матур уңыштарға өлгәшеүеңде теләп ҡалам.
Минең фронт тормошо элеккесә ҡайнап тора, ҙур теләгем – һинән хат алып уҡыу. Яҙыр хәбәрем юҡ. Шул ғына: дошманды ҡыйратабыҙ.
Немецтарҙың яуызлығын һөйләп тә, яҙып та аңлатып булмай. Улар яугир түгел, ҡәбәхәт, кеше рәүешле йыртҡыс. Оҫта һуғышсылар тип булмай, көслө ҡоралланған бандиттар. Бер ғәйепһеҙ халыҡты терәп атыу, яндырыу уларға бер ни тормай.
Алға ҡуйылған бурысты үтәйәсәкбеҙ. Ә һин үҙ көсөңдө йәлләмәй эшләй тор.
1942 йыл, 5 сентябрь.
Хәрәкәттәге армиянан Әхмәт”.
* * *
“Һөйөклөм Мәрхәбәм! Нихәл? Һиңә һағынышлы сәләмдәремде яҙып, һау-сәләмәт йәшәүеңде, шат булыуыңды, уңышлы эшләүеңде теләп ҡалам. Үҙем һау-сәләмәтмен. Һеҙҙең хәлдәрҙе белмәйем, сөнки айҙан ашыу хатың юҡ.
Белгең килһә, беҙ дошмандың күрмәгәнен күрһәтәбеҙ. Ошо ноябрҙең 20 – 23-тәрендә алыш шул саҡлы уңышлы булды ки, 13 мең фрицты генералдары менән әсиргә алдыҡ. Белеп тор, беҙ ниндәй көслө!
Ошо көндәрҙә гел алға барабыҙ. Ҡайһы берҙә немецты машина менән дә ҡыуып етеп булмай. Бар мөлкәттәрен, техникаһын ташлап ҡасалар. Беҙҙекеләр, “үксә ялтыраталар”, тип мыҫҡыллай. Әле был хатты азат ителгән ауылдан ебәрәм. Бер тынала яҙыу мөмкин түгел, сөнки йәрәхәтлеләр бер-бер артлы килеп тора. Һуғыш туҡтауһыҙ дауам итә, ике яҡтан да ҡан ҡойош, ҡорбан күп. Үлем һәр аҙымда...
Иҫән була ҡалһам, биш-алты көн һайын хат яҙып торормон, һеҙҙән дә хәбәр килер, тип өмөтләнәм. Һуғыш ауыр, бик ауыр. Шулай ҙа дошманды ҡыуа барыу бик күңелле икән, егеттәр шат, инициатива беҙҙең ҡулда, һәр яңы көн яңы еңеү килтерә.
Еңеү, оло еңеү барыбер килер. Беҙ булмаһаҡ, уны һеҙ байрам итерһегеҙ.
Полевая почта № 1466,
часть № 531.
1942 йыл, 30 ноябрь”.
* * *
“...Бер нисә көн элек боҙҙан сыҡтыҡ. Был юлы ла ҡотолоп ҡала алдыҡ. Был көндәрҙә ни бары ун йорттан торған утарҙа көн итәбеҙ.
Бөгөн политбүлеккә партбилет алырға барҙым. Шулай итеп, коммунист булып киттем.
Ауыл урамынан үтешләй бер йортта йыйылып торғандарға боролоп ҡараһам, ни күҙем менән күрәйем: таныш йөҙ! Йүгереп барып ҡосаҡлап алдым: был бит – минең бажам Ғәбдерәүеф Абдрахманов! Бер-беребеҙгә ҡарап тик торабыҙ, кешеләр аптырай. Унан китте хәл-әхүәл һорашыу, элеккеләрҙе хәтерләү. Ул лейтенант икән, фронтҡа яңы килеүҙәре. Минең инде етенсе ай йөрөүемә ул башын сайҡап ҡуйҙы, нисек иҫән-имен йөрөй алдың, тип ғәжәпләнде.
Бер нисә көндән һуң ул ауылға тағы барҙым, бергә оҙаҡ булдыҡ, һөйләшеп һүҙ бөтмәне. Был килеүемдә лә элекке танышыма тап булдым: институтта бергә уҡыған Ғәлим менән осраштым. Вәт рәхәт булды: өсәүләп, яҙмыштарыбыҙҙы уртаға һалып, туйғансы үҙ телебеҙҙә һөйләштек!
Иртән ҡайҙа булырбыҙ, билдәле түгел.
Әхмәт.
1943 йыл, 9 март”.
* * *
“Ҡәҙерлем Мәрхәбә!
Әлегә адрес үҙгәрмәй тора. Бында бер сама, һеҙҙең хаттар килгәнсе торасаҡбыҙ кеүек.
Мин һиңә ғинуар-февраль айҙарында меңәр һум ебәргәйнем. Бөгөн тағы 400 һум. Элегерәк хәрби ҡорал етештереү фондына 2 мең һум бирҙем. Минең беләк көсөм генә түгел, хәләл аҡсам да дошманға ҡаршы һуғышһын тип теләйем.
Һөйгәнем, миңә “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы бирҙеләр. Ғинуарҙа уҡ бүләкләгәйнеләр. Был миҙалды тапшырғанда генерал мине ҡосаҡлап, арҡамдан һөйҙө. Үҙемдең ҡайҙалығымды ла онота яҙғайным. Бик-бик шатлыҡлы көн булды, мәңге онотасағым юҡ.
Йышыраҡ яҙ. Хаттарыңды көтәм.
Мин һине яратам!
1943 йыл, 14 март”.
* * *
“...Яңы 1944 йыл менән ҡотлайым! Был йылда беҙ дошманды еңеп, совет халҡына бәхетле тормош ҡайтарасаҡбыҙ. Яңы йылды офицерҙар араһында ҡаршыланым. Күркәм мәжлес булды. Яңы йыл, Еңеү хаҡына шарап тулы бокалдар күтәрҙек.
Әле кисә дауам итә, кәйеф күтәренке, тик шуныһы – һин юҡ янымда. Бөгөн байрам, ә иртәгә – яңынан һуғышҡа. Нимә көтә беҙҙе...
1944 йыл, 1 ғинуар”.
* * *
...Әхмәт Зәйнуллин яу яландарында йөҙәрләгән яралы яугирҙе үлем ҡосағынан тартып ала. Шул араларҙа үҙе лә, ҡулына ҡорал тотоп, һуғышҡа сыға тора, батырлыҡтар күрһәтә. Бер үк ваҡытта политрук вазифаһын башҡара. Тырышҡан таш яра, тигәндәй, ул бөтәһенә лә өлгөрә, һирәк кешелә була торған тырышлыҡ, әүҙемлек күрһәтә. Аяуһыҙ ут эсендә йөрөгәндә партия сафына алына.
Юғары белемле, күп һынауҙарҙы уңышлы үтә алған был аҫыл ирҙе Хәрби медицина академияһында уҡырға тәҡдим итеп, документтар ебәрелә. Китер ваҡытҡа бер аҙна ҡалды тигәндә, полк Польша еренең Люблин ҡалаһы тирәһендә һуғыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың июлендә Әхмәт, бер яралы һалдатҡа тәүге ярҙам күрһәтеп, уны тылға алып сығыу юлына төшә. Ошо мәл яҡында снаряд шартлай һәм мең ярсыҡтың береһе Әхмәттең башына тап килә. Баш һөйәген тишеп, эскә үтә...
Поезда Кисловодск ҡалаһына барғанда ла, унан һуң да Әхмәт һушына килә алмай. Бер нисә тапҡыр үлгән рәүешле була. Күп ғазап кисерә, ләкин ғазраилға барыбер бирешмәй. Уны үлектәр араһынан айырып алып, ҡайтанан дауалайҙар.
Бөйөк Еңеү көнө – 1945 йылдың 9 майы – еткәндә лә һаман госпиталдә ята. Шулай ҙа киң күңелле кешеләр Әхмәттең дә шатланғанын, йөҙөндә бәхет нуры сағылыуын күрергә теләп, уны бер сама ултыртып ҡуя. Арҡаһына мендәр өйөп...
Йәй аҙағына табан ул кемдәндер хат яҙҙыра. Берҙән-беренә – Мәрхәбәһенә. Үҙ хәленең мөшкөллөгөн аңлата, ҡайтмаҫҡа, ҡайҙа ла булһа ғәриптәр йортона китергә ҡарар ҡылыуын хәбәр итә.
Мәрхәбәһе, Алланың рәхмәте төшкөрө, шунда уҡ телеграмма һуға. Ҡайта алмаһаң, үҙем барып алам, юллыҡ аҡса туплағансы көт, тип яҙа.
Шул арала телеграмма килеп төшә: Әхмәте ҡайтып килә бит!
Былай булған икән. Әхмәтте носилкаға һалып поезда оҙатҡандар. Янында – шәфҡәт туташы. Поезд Төкөн станцияһына еткәс, юлдаш ирҙәр Әхмәтте ергә төшөрөп, ҡалдырып китә. Ниһайәт, ул туғандары ярҙамында хәләле Мәрхәбә ҡулына ҡайтарыла.
“Беҙ әсәйебеҙҙең атайҙы аяҡҡа баҫтырғанын да, баланы атлатҡан рәүешле йөрөргә өйрәткәнен дә күрмәнек, – тип яҙа ҡыҙы Лилиә. – Ҙурайып, иҫ белә башлағаныбыҙҙа, атайыбыҙ ҡултыҡлап атларлыҡ булғайны инде. Әсәй мәктәптә эшләй, атайҙы һис күҙ уңынан төшөрмәй. Үҙенең ғәриплеген һиҙмәһен, кәмһенмәһен өсөн бар көсөн һала. Уны йыйылыштарға, ҡунаҡҡа йөрөтә.
Хөкүмәттән дә ярҙам булып тора. Баштараҡ ҡул коляскаһы, унан – мотоколяска, госпиталгә саҡырып алыуҙары, шифаханаға ебәреп тороуҙары. Бер заман атай үҙе йөрөр хәлгә килде. Беҙ, үҫмерҙәр, шатланып бөтә алмайбыҙ. Бына ҡайҙа бәхет!..
Шунан “Запорожец” алдыҡ. Әсәйгә ул саҡта 56 йәш ине. Шоферҙар әҙерләү курсына бармаһынмы! Эйе, машинаны үҙе йөрөттө. Икеһенең бер булып, шат-рәхәт йәшәүен күреү шул ҡәҙәр һөйөнөслө ине. Бәхетһеҙлекте еңеү кемде ҡанатландырмаһын!.. Әсәй атайға һәр ваҡыт йылмайып ҡараны, йомшаҡ һүҙле, ҡайғыртыусан булды. Ниндәй ҡарарға килһә лә, уның менән кәңәшләшер ине. Атайҙы тынысландырып тороу өсөн бөтәһен дә эшләне. 1992 йылда алтын туйҙары булды. Атайыбыҙ ул көндәрҙә үтә бәхетле, әсәйебеҙгә мең-мең рәхмәтле ине. “Бар икән ул ысын яратыу! Китаптарҙа ғына түгел, тормошта ла”, – тип үҙенең яҡты донъяла йәшәй алыуының Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән Мәрхәбәһенә бәйле икәнен шиғыр юлдары менән дә, йыр моңдары аша ла аңлатты.
Атай менән әсәй 1996 йылдан башлап Өфөлә йәшәй башланы, ләкин йәй көндәрендә ауылға ҡайта торғайнылар. 2000 йылдың көҙөндә атай баш ҡалаға килә алманы. Ике көн генә ятып торғандың һуңында йөрәге тибеүҙән туҡтаны.
Әсәйебеҙҙең саф һөйөүе йәшәтте уны. Ул атайыбыҙға ҡартлыҡ көнөнәсә көс-ҡеүәт биреп килде. Ирен аяҡҡа баҫтырыу, телен астырыу өсөн батырҙарса көрәште. Ауыл халҡы быны күреп торҙо. Шуныһы үкенесле: эҙмә-эҙлекле кино һәм видеосюжеттар эшләнмәй ҡалды. Медицина өсөн юғалтыу был”.
Был ике аҡҡош менән миңә лә осрашырға насип итте. Ябай шарттарҙа аралаштыҡ. Әммә уларҙың үҙ-ара илаһи мөнәсәбәте, Мәрхәбә апайҙың ихласлығы, оло хәстәрлеге таң ҡалырлыҡ ине. Әхмәт ағай, үҙенең сикһеҙ мөхәббәтен раҫлап, былай тип тәҡрарланы: “Мәрхәбәнән көс алып йәшәмәһәм, ошо көндәрҙе күрә алыр инемме ни?! Фронтта ла, госпиталдә лә ете ҡат үлеп терелеүем уға бәйле...”
Сәхнәлә тыуған мөхәббәт был тормошта йәшәтте уларҙы...