“Аҡйондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте16.08.2018
“Аҡйондоҙ”ҙоң йондоҙло сәғәте“Аҡйондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Италияла ойошторолған “Терраностра” һәм “Халыҡ мәҙәниәттәре осрашыуы” халыҡ-ара фестивалдәрендә ҡатнаша.

Тәүге сара 15 авгусҡа тиклем Апиро ҡалаһында үтһә, 17 августан Мачерата ҡалаһында “Халыҡ мәҙә­ниәттәре осрашыуы” башланды. Ул 24 авгусҡа тиклем дауам итә. Әйткәндәй, “Терраностра” – Апироның төп байрамы, ул 48-се тапҡыр үткәрелә.
Гимназистар билдә­ләүенсә, итальяндар улар­ҙы бик йылы ҡаршылаған. Сарала шулай уҡ Куба, Босния, Перу, Бразилия һәм Италия ансамблдәре ҡат­наша. Рәсәйҙе Төньяҡ Осетия менән Башҡортостан сағылдыра. Коллек­тив­тар­ҙың барыһы ла бер отелдә урынлаштырылған.
– Бергә булыуыбыҙ бигерәк тә уңайлы, сығыш­тарҙан һуң аралашыу мөм­кин­леге бар, – тип тәьҫо­раттары менән уртаҡлашты ансамбль етәкселәре Нә­зифә менән Әнфәр Нурмө­хәмәтовтар. – 9 август кисендә фестивалде асыу тантанаһы булғайны. Беҙ беренсе булып сығыш яһаныҡ, “Зарифа” башҡорт бейеүен тамашасыларға тәҡдим иттек. Сығышыбыҙ оҡшаны, алҡыштарға күмделәр.
Иртәгәһенә “Аҡйондоҙ” бер сәғәтлек программа күрһәтте. Әйткәндәй, фести­валдә профессиональ бейеүселәр ҡатнаша, тик Башҡортостандан ғына мәк­тәп­тәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле килгән.
“Аҡйондоҙ” Рәми Ға­ри­пов исемендәге 1-се баш­ҡорт республика гимназия-интернаты нигеҙендә ойошторолған. 2004 йылда Әнүәр Шафиҡов төҙөгән ансамбль республика конкурс­тарында дипломант та, лауреат та булып өлгөрҙө. Солистар “Байыҡ” конкурсында бер нисә тапҡыр төп бүләкте яуланы, ә Рәфис Иҙрисов 2010 йылда Ҡа­барҙа-Балҡарҙа үткән “Алтын майҙан” халыҡ-ара халыҡ бейеүҙәре фестива­лендә лауреат булды.



Вернуться назад