Ҡабармаһын һуғыш болоттары08.05.2012
Ете тиҫтә йылдар элек
Ер шарына тотош ут ҡапты.
Илебеҙҙең өстән бер өлөшөн
“Фашизм” тигән ҡәһәр яу баҫты.
Һүндереүе уны ҡыйын булды,
Миллионлаған яугир баш һалды.
Меңәрләгән ауыл-ҡалаларҙан
Ҡара күмер менән көл ҡалды.
Һуғыш яланында ятып ҡалды
Кемдәрҙеңдер ғәзиз балаһы.
Күпме йылдар инде үтһәләр ҙә,
Уңалмай шул йөрәк яраһы.
Һуғыш башланғанын мин белмәйем,
Бик бәләкәй инем ул саҡта.
Әселеген уның тиҙ татыным
Ризыҡ етмәгәндә тамаҡҡа.
Хәтеремдә оло ағайымды
Нисек оҙатҡаным һуғышҡа.
Яратырға тиеп ҡулын һуҙғас,
Мейес артына ҡастым ҡурҡыштан.
Ил һағына баҫты ауылыбыҙҙан
Йөҙ иллеләп кеше кәмендә.
Улар менән китте ағайым да
Ун етелә генә йәшендә.
Ағайыбыҙ яуға киткәндән һуң,
Теүәл бер йыл килде хаттары.
Һәр бер хатын уның әсәйебеҙ
Илай-илай уҡып һаҡланы.
Һуңғы хаты килде госпиталдән
Әсәйемде һалып һағышҡа.
Яраларым инде уңалдылар,
Китәм тиеп, яңынан һуғышҡа.
Шул китеүҙән ағай ғәйеп булды,
Бер кем белмәй уның хәлдәрен.
Үҙе үлгәнсе көттө әсәйебеҙ
Ҡош телендәй генә хәбәрен.
Ҡайҙа булдың һин, ағайым минең,
Ҡайһы яҡта һалдың башыңды?
Ниңә ебәрмәнең әсәйеңә
Өс мөйөшлө берәй хатыңды?
Бик күрәһем килә ағайымды,
Ултыртаһы өйҙөң түренә.
Ниңә генә яраттырманым тип,
Әле булһа һаман үкенәм.
Түкмәһендәр ине киләсәктә
Күҙ йәштәрен әсәй-апайҙар.
Беҙҙең быуын күргән михнәттәрҙе
Күрмәһендәр башҡа атайҙар.
Һуғыш болоттары ҡабармаһын,
Аяҙ булһын һәр саҡ күгебеҙ.
“Бала” тигән һүҙҙәр борсомаһын
Тыныс булһын беҙҙең күң(е)лебеҙ.
Бар донъяға ҡысҡыраһым килә:
“Ғибрәт алайыҡ уҙған бәләнән,
Һәр бер сетерекле мәсьәләне
Сисеү кәрәк тыныс юл менән!”

Фидат ЮНЫСОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ҡарлыман ауылы.


Вернуться назад