Бураҙналар Ҡара сәс толомо кеүек ята
Баҫыу түрҙәрендә бураҙна.
Ҡаш өҫтөнә ҡулдарымды ҡуйып,
Ҡарап торам туҡтап бер аҙға.
Еләҫ елдәр ҡырҙа уйнап йөрөй,
Томан пәрҙәләрен тарата.
Күҙ күреме етмәҫ сикһеҙ киңлек,
Зәңгәр бушлыҡ минең тарафта.
Әсә ҡуйынындағы бала төҫлө,
Мин дә тоям тупраҡ йылыһын.
Яҙмышымды ергә бәйләгәнгә,
Мәшәҡәттең алдым ҙурыһын.
Ҡырҙар буйлап арып эштән ҡайтам,
Һүнгән саҡта шәфәҡ нурҙары.
Хеҙмәтемде маҡтап ҙурлағандыр,
Баш осомда турғай йырланы.
Тигеҙ шытһын ғына орлоҡтарым,
Килер көндәремә ышанам.
Бураҙнала яҙғы күкрәүҙәрҙе,
Ләйсән ямғырҙарын ҡаршы алам.
Өмөттәрең генә һүнмәһенИндәреңә төшкән сәс толомоң
Диңгеҙ тулҡынылай тарала.
Һис күңелдән китмәй ҡараштарың,
Күҙҙәремә тултырып ҡарама.
Бөтә гүзәллекте үҙенә йыйған
Һәйкәл кеүек баҫып тора ла.
Һөйөү хисе беҙҙе осраштырған,
Юлдар ятмай ике арала.
Юл сатында ғына осрашһаҡ та,
Ҡуҙғалттың һин йөрәк хистәрен.
Һылыу кәүҙәләрең ғүмер буйы
Оноталмаһам әгәр нишләрмен.
Нурлы күҙең йылы ҡараш һалды,
Татлы телең менән һүҙ ҡуштың.
Керһеҙ һөйөүемде вәғәҙә итәм,
Юлдарыма сыҡтың һин, дуҫтым.
Тормош беҙҙе, бәлки, осраштырыр,
Тик һүнмәһен генә өмөттәр.
Әҙме тиһең әллә был донъяла
Яҙмыш ҡушҡан беҙҙең кеүектәр.
Тыуған яҡ Усаҡлыям үрҙәренә менһәм,
Тыуған яҡҡа ҡарайым, күренә.
Ҡайындарың шаулап япраҡ ярған,
Аҡҡоштарың төшкән күлеңә.
Йәнем тетрәп атылырға теләй,
Утлы-һыуҙы кисеп һикерә.
Биттәремдән һөйөп елдәр үпте,
Гөлдәр һипте юлдар ситенә.
Тыуған яҡтың күкрәүҙәрен тоям,
Ямғыр һыуҙарына сыланһам.
Һағыштарҙы татыған кеше аңлар,
Күҙҙәремдән йәштәр сығарһам.
Ҡабынырға торған усаҡ төҫлө,
Йөрәк тулы ҡайнар хистәргә.
Уҙған юлдарыма түгелеп ҡалған
Тальян моңо – айлы кистәрҙә.
Түбәләрем күккә тейгән төҫлө,
Аяҡ баҫҡас ғәзиз еремә.
Һағынғанда биттәремде ҡуям
Тыуған яҡтан иҫкән еленә.
Беүә буйы талдарыЯр баштарын талдар төргән,
Шәүләһен тулҡын ҡаға.
Быуаттар буйына шаулап,
Беүә йылғаһы аға.
Талдар кейгән һары күлдәк,
Суҡтарын елдәр тарай.
Аҡсарлаҡтар сәләм биреп,
Йылға буйҙарын урай.
Ҡупшы талдар тирбәлә лә,
Ҡоштар ҡанатын ҡаға.
Наҙы ла бар, шөһрәте лә,
Күңелдәр ләззәт таба.
Талдар бөгөлә, һығыла
Яр өҫтөндә, бейектә.
Ҡурайҙарын ел уйнатып,
Ҡыҙҙар һымаҡ бейетә.
Тыуған ерҙең тупрағында,
Тәрән ята тамыры.
Йыраҡтан саҡырып тора,
Талдар мине таныны.