Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы Рәмзәнә Әбүталипованың “Бесәй быйма эсендә” тигән китабы донъя күрҙе.Әҙибә әҫәрҙәрендә кескәй уҡыусыһын йәнлектәр һәм бөжәктәр донъяһына сәйәхәткә саҡыра, бәләкәстәрҙең бөткөһөҙ һорауҙарына улар менән бергә яуап эҙләй. Йәш рәссам Урал Мәхийәнов китапты сағыу һүрәттәр менән биҙәгән. Китапта шиғырҙарҙың ике телдә бирелеүе бик отошло. Любовь Әфләтунова менән Константин Вуколов тәржемәһендәге шиғырҙарҙы рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәнгән балаларҙы уҡытҡанда ҡулланырға ла була.
“Бесәй быйма эсендә” шиғырҙар йыйынтығы республика Хөкүмәте ярҙамында “Китап” нәшриәтендә баҫылған. Бынан тыш, әҙибәнең “Әнисә, йәшең нисә?”, “Асыуланма, Сыбарҡай”, “Сиңерткә йәшенмәк уйнай”, “Мин үҫәм” исемле китаптары бар. “Яҙ һөйөнсөһө” тип аталған өлкәндәргә тәғәйенләнгән китабы “Шаңдау” йыйынтығында нәшер ителгән. Уның хикәйә, әкиәт hәм скетчтары республика матбуғатында даими донъя күрә. “Ағиҙел” журналында “Серем – йөрәк сирем” исемле драма әҫәре баҫылды.
Р. МУСИНА.